Әбү Сәйет әл-Хәсән ибн Ясар әл-Басри (ғәр. الحسن البصري‎; Мәҙинә — һижрә йылы 728, Басра) — ислам дин һәм хәҙистәр белгесе, ислам дәрүиштәренең береһе (заһитлыҡ), суфыйлыҡҡа нигеҙ һалыусы[7][8].

Хәсән әл-Басри
ғәр. الحسن البصري
Портрет
Басра ҡаҙыйы
Алдан эшләүсе:

?

Дауам итеүсе:

?


Шәхси мәғлүмәт
Һөнәре, эшмәкәрлек төрө:

Мөхәддис, Ҡаҙый, Ҡарый (Ҡөрьәнде тәжүидсә уҡыусы )

Тыуған көнө:

642[1][2][3][…]

Тыуған ере:

Мәҙинә, Хаҡ хәлифәт[4]

Үлем көнө:

15 октябрь 728[5][2][3]

Үлгән ере:

Бәсра, Ираҡ[4][6]

Ил:

 Өмәүиҙәр хәлифәлеге
 Хаҡ хәлифәт

Дине:

ислам һәм Сөнниҙәр

Атаһы:

Ясар

Әсәһе:

Хәйрә

Эшмәкәрлек йүнәлеше:

Хәҙис ғилеме һәм Ҡираәт

Остаздары:

Әнәс ибн Мәлик

Шәкерттәре:

Катада ибн Диама[d], Васил ибн Ата[d], Айюб ас-Сахтияни[d] һәм Маймун ибн Сиях[d]

Йоғонто яһаған:

суфыйсылыҡ

Биографияһы үҙгәртергә

642 йылда Мәҙинәлә тыуған. Атаһының исеме 3 төрлө: Фирүз, Ясар йәки Жафар, ә әсәһенең исеме — Хәйрә тип телгә алына. Мөхәммәттең ҡатыны Өммө Сәләмә бинт Әбү Һүмәйәнең[9] хеҙмәтсеһе булған тип хәбәр ителә

657 йылдан алып Басрала йәшәй. 663—665 йылдарҙа хәҙерге Афғанстан[10] территорияһында хәрби походта ҡатнаша. Хәсән шулай уҡ Фарсыға ҡаршы һуғышта ҡатнаша, Хөрәсән наместнигы Раби ибн Зияд (Rabi ibn Ziyad al-Harithi) секретары була[11]. Хәжәж ибн Йософ Ираҡ хакимы булған осорҙа (694 йыл) Ҡөрьән тексындағы хәрефтәрҙе диакритик билдәләр менән тәьмин итеү буйынса ойошторолған эштә ҡатнаша. Ғүмәр ибн Абдул-Азиз хәлифәлеге осоронда әл-Хәсән Басра ҡалаһы ҡаҙыйы була[10].

Хәсән әл-Басри тирәләй төркөмләнеүсе теологик түңәрәк Басраның һәм Өмәүиҙәр дәүләтенең интеллектуаль тормош үҙәге була, ә уға нигеҙ һалыусының абруйы шул тиклем ҙур ине, хатта сөнниҙәр ҙә, рационалистар ҙа (мөғтәзилиҙәргә нигеҙ һалыусы Вәсил ибн Ата тап ошо түңәрәктән сыҡҡан) һәм суфыйсылар ҙа уны үҙенең уҡытыусылары тип атаған[10].

Хәсән әл-Басри Басрала вафат булған һәм 110 һижрә (728 йылда) Басрала ерләнгән

Ҡараштары үҙгәртергә

Уның ҡараштары хаҡында аҙ һанлы мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, ихтыяр ирке тураһындағы мәсьәләлә ул кадариттарға хас күҙлектән сығып эш иткән һәм кешенең был донъяла башҡарған эштәре өсөн яуаплылығын раҫлаған[10]. Мөржиғиҙәр тәғлимәте рухында ул, мосолман вафаты алдынан шәһәҙәттең беренсе өлөшөн әйтеп, ожмахында ҡотҡарылыуға һәм урынға өлгәшер, тип раҫлай. Ауыр гонаһ ҡылған мосолманды кем тип иҫәпләү мәсьәләһен күтәргәәндә хәрижиҙәр һәм мөржиғиҙәр позициялары араһындағы аралыҡ позицияһында торҙо: уларҙы мөнафиҡ тип иҫәпләй. Был позиция дин тәғлимәтенең аҡыл берҙәмлеген һаҡларға ынтылған һәм мосолмандар араһында ҡораллы конфликт тыуҙырған урта сәйәси ҡараштарына тап килә[12].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Deutsche Nationalbibliothek Record #118901095 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. 2,0 2,1 al-Hasan al-Basri // Nationalencyklopedin (швед.) — 1999.
  3. 3,0 3,1 BAṢRĪ ḤASAN AL- // Encyclopædia Universalis (фр.)Encyclopædia Britannica.
  4. 4,0 4,1 http://www.gutenberg.org/files/24314/24314-h/24314-h.htm
  5. Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  6. http://www.encyclopedia.com/article-1G2-3424502155/mutazilah.html
  7. Хасан аль-Басри, Хасан Басрййский // Атеистический словарь / Под общ. ред. М. П. Новикова. — М.: Политиздат, 1986. — С. 474. — 512 с.
  8. Суфизм // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  9. Великий учёный Ислама эпохи сподвижников Хасан аль Басри islam-penza.ru, 2009-08-31
  10. 10,0 10,1 10,2 10,3 Ибрагим, Сагадеев, 1991, с. 275
  11. Али-заде, 2007
  12. Ибрагим, Сагадеев, 1991, с. 276

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Ибрагим, Т. К. и Сагадеев А. В. Ал-Хасан ал-Басри // Ислам: энциклопедический словарь / отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, 1991. — С. 275-276.
  • Ҡалып:ВТ-ИЭС
  • И. Аббас Аль-Хасан аль-Басри. Каир, 1952.
  • Л. Массиньон Essai sur les origines du lexique technique de la mystique musulmane. Париж, 1954, с. 174—201.

Ҡалып:Кирааты Ҡалып:Табиины