Мөнафиҡ
Мөнафиҡ (ғәр. مُنَافِق; рус. Мунафик) — ислам термины, ул ике йөҙлөлөктө аңлата. Мөнафиҡ тышҡы яҡтан үҙен тәҡүә мосолман итеп күрһәтә, ләкин иманһыҙ булып ҡала. Монафиҡтар тураһында бер нисә Ҡөрьән аятында телгә алына.
Мөнафиҡ | |
ғәр. نفاق |
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
ЭтимологияһыҮҙгәртергә
Ғәрәп һүҙе «мүнәфиҡун» нәфиҡә' һүҙенән килеп сыҡҡан, ул һуҡыр сысҡандың бер тишектән инеп, икенсе тишектән сығып ҡасыуын аңата. Дин буйынса, ике йөҙлөләр исламға бер яҡтан инәләр, икенсе яҡтан сығып китәләр[1].
Беренсе мөнафиҡтарҮҙгәртергә
Мөхәммәт Пәйғәмбәр заманында Мәҙинәлә Ғабдуллах ибн Ғөбәй етәкселегендәге «ике йөҙлөләр партияһы» булған. Улар ислам динен ҡабул иткән булып ҡыланған, әммә мосолмандарға ҡаршы эшләгән. Уларҙың Мәҙинә ҡалаһы янындағы Күбә биҫтәһендә «Мәсжид әд-Дирәр» (Талаш мәсете) һалып, үҙәк ойошторорға тырышыуы уңышһыҙлыҡ менән тамамлана. Ғабдуллах ибн Ғөбәй үлгәндән һуң Мөхәммәт Пәйғәмбәр уға йыназа уҡый, әммә шунан һуң уға мөнафиҡтарға ҡарата быны эшләүҙе тыйған аят иңә[2][3].
ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә
ӘҙәбиәтҮҙгәртергә
- Али-заде, А. А. [551 Мунафик] // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
- Смирнов А. В. Мусульманская этика как система // Этическая мысль. Вып. 6 / Отв. ред. А. А. Гусейнов. М.: ИФ РАН, 2005. С. 51—75
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |