Әбү Мөхәммәт әл-Хәжәж ибн Йософ әс-Сәкәфи (ғәр. أبو محمد الحجاج بن يوسف الثقفي‎,рус. Аль-Хаджжадж ибн Юсуф; тәрж. — «Һөйәк онтаусы»; 661, Таиф (ҡала), Ғәрәбстан — 714, Васит, Ираҡ) — ғәрәп полководецы, Хижәздә (692—694) һәм Ираҡта (694—714) өмәүиҙәр идарасыһы.

Хәжәж ибн Йософ
ғәр. الحجاج بن يوسف الثقفي
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Өмәүиҙәр хәлифәлеге
Тыуған көнө 1 июнь 661
Тыуған урыны Эт-Таиф[d], Хижәз, Өмәүиҙәр хәлифәлеге
Вафат булған көнө 1 июнь 714 (53 йәш)
Вафат булған урыны Васит[d], Өмәүиҙәр хәлифәлеге
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе болезнь под вопросом[d]
Атаһы Yusuf ibn Al-Hakam[d]
Бер туғандары Muhammad ibn Yusuf al-Thaqafi[d]
Хәләл ефете Q30081434?
Һөнәр төрө полководец
Биләгән вазифаһы губернатор[d]
 Хәжәж ибн Йософ Викимилектә

Әл-Хәжәж ибн Йософ 7-се быуат аҙағында һәм 8-се быуат башында хәрби етәкселәрҙе һайлағанда төп ролде уйнай, улар хәлифәлектең территориаль сәскә атыуына алып килгән иң тәьҫирле хәрби кампанияларҙың ҡайһы берҙәре өсөн яуаплы була.

Биографияһы

үҙгәртергә

Әл-Хәжәж ибн Йософ Мәккәнән 70 км көньяҡ-көнсығыштараҡ Хижәздең әт-Таиф ҡалаһында тыуған . Тыуғас ҡушылған исеме Күләйб (ғәр. كليب‎) була, әммә һуңғараҡ ул уны «һөйәк онтағыс» тигәнде аңлатҡан "әл-Хәжәж"гә үҙгәртә.

Йәш сағында өмәүиҙәр полицияһына ҡушылыу өсөн Дамаскыға килә. Ул хәрбиҙәр араһында дисциплинаны көсәйтеп, Әбдел-Малик ибн Мәрүәндең иғтибарын йәлеп итә. 691 йылда хәлиф уға Мүсәбә ибн Зөбәйер ихтилалын баҫтырырға ҡушып, Ираҡҡа ебәрә. Мүсәбәне еңгәс, хәлифә бойороғо буйынса, Сүриәнән 2000-гә яҡын кеше менән ул Күфәнән Мәккәгә Ғабдуллаһ ибн әз-Зөбәйергә ҡаршы юллана. Ул тыуған ҡалаһы Таифҡа инеп, уны бер ниндәй хәрби хәрәкәтһеҙ, база сифатында файҙалана. Баш һалыу һәм амнистия тураһындағы уңышһыҙ һөйләшеүҙәрҙән һуң ул Мәкккәләге Ғабдуллаһ ибн әз-Зөбәйер ҡәлғәһен ҡамай һәм Ҡәғбәне емерә[1]. 692 йылдың октябрендә Ибн Зөбәйер тулыһынса еңелә, һәм Әл-Хәжәж ибн Йософ Хижәздең хакимы булып китә, унда үҙенең ҡаты ҡуллы идараһы менән айырылып тора.

694 йылда Әл-Хәжәж ибн Йософ хәҙерге Ираҡҡа ебәрелә, унда ул идарасы булып хеҙмәт итә, унда ла үҙенең ҡанһыҙлығы менән таныла. Шул сәбәпле 699 йылда ихтилал башлана һәм 701 йылда баҫтырыла. Шунан һуң Әл-Хәжәж ибн Йософ үҙ ҡарамағындағы биләмәләрҙе Фарсы иленә инеп, киңәйтә. Унда ул урындағы халыҡҡа ҡарата аяуһыҙ сәйәсәт менән айырылып тора, зороастризм инанысын бәлә сығанағы тип иҫәпләп, урындағы халыҡты аяуһыҙ эҙәрлекләй. Традицион фарсы диненән тыш, ул фарсы телен ғәрәп хөкүмәте өсөн хәүефле тип һанаған; шуға күрә ул ғәрәп телен рәсми тел итеп индерергә булған. Ошондай уҡ тәҡдимде хәлифә уның империяһының ҡалған өлөшө өсөн дә индерә, шулай уҡ Әл-Хәжәж и үҙ валютаһын — динарҙы сығара башлау тураһындағы тәҡдимен ҡабул итә. Әл-Хәжәж ибн Йософ, икенсе яҡтан, үҙ ҡарамағындағы территорияларҙы ғәрәп теленә к-серергә теләп, ғәрәп алфавиты реформаларын үткәрә, был тәү сиратта диактрит тамғалар индереүгә килтерә.

Әл-Хәжәж ибн Йософ Хәлифәлектең территориаль экспансияһында ла мөһим роль уйнай; уның ҡулы аҫтында йәш Мөхәммәт ибн Ҡасим хәҙерге Синдты баҫып алыу буйынса поход яһай, ә Күтәйбә ибн Мөслим хәҙерге Төркөстанға поход яһай. Төньяҡ Африка һәм Испанияны яулап алған Муса ибн Нусайр Әл-Хәжәж ибн Йософтоң ҡурсыуында була.О. Г. Большаков. История Халифата, т.4: Апогей и падение арабского Халифата. — Москва: «Восточная литература» РАН, 2010. — С. 13,14.

Хәрби эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Замандаштары әл-Хажаждың ҡанһыҙлығын билдәләй, был хаҡта юғарыла телгә алына, әммә был ҡанһыҙлыҡ сиктән тыш аҡланғанмы, әллә етерлек түгелме икәнлеге тураһында мәғлүмәт юҡ.

Идара итеүенә баһалар

үҙгәртергә

Замандаш тарихсылары — мәҫәлән, Хәлифә ибн Хәйәт һәм Әл-Яҡуби уның хакимлығын баһалауҙан баш тарталар, вафат булыу датаһын, урынын һәм сәбәптәрен күрһәтеү менән сикләнәләр. Шулай уҡ әт-Тәбари һәм әл-Ғәмәш уны яҡшы яҡтан да, яман яҡтан да баһаламай. Тик Әл-Масуди әл-Хәжәж идараһының ҡот осҡос һөҙөмтәһе тураһында былай ти: уның бойороғо буйынса, һуғышта үлтерелгәндәрҙе һанамағанда, дөйөм алғанда 120 мең кеше язалап үлтерелгән; төрмәләрҙә иһә, имештер, әл-Хәжәж вафат булған мәлгә, 50 мең ир-ат һәм 30 мең ҡатын-ҡыҙ булған, бөтәһе бергә бер үк камераларҙа ултырған, ә камералар үҙҙәре ямғырҙан һаҡланыу өсөн йыһазландырылмаған булған.

Ҡаҙнаны тулыландырыуҙы талап итеп, әл-Хәжәж бөтә кимәлдәге түрәләрҙең ваҡ-төйәк гонаһтарын ғәфү итә — ләкин дәүләткә ҡаршы енәйәттәрҙе ярлыҡамай. Замандаштары араһында тап әл-Хәжәж хәлифә һәм Хәлифәттең мәнфәғәттәренә башкөллө хеҙмәт итә[2]

Әл-Хәжәждең вафаты Иранда сыуалыш тыуҙырмау ғына түгел, ә шул заман өсөн ғәҙәти памфлет йәки сатирик таҡмаҡ менән дә фекер белдермәй. Рәсми рәүештә был үлем ҙур ҡайғы тип иғлан ителә, һәм ысынбарлыҡ рәсми версиянан артыҡ айырылмай.


Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Большаков О. Г. История Халифата, т.3: между двумя граджанскими войнами. — Москва: "Восточная литература" РАН, 2008. — С. 338.
  2. О. Г. Большаков. История Халифата, т.4: Апогей и падение арабского Халифата. — Москва: «Восточная литература» РАН, 2010. — сс. 12, 13,25, 41
  • Хаджадж // Советская историческая энциклопедия : в 16 т. / под ред. Е. М. Жукова. — М. : Советская энциклопедия, 1961—1976.