Хәмиҙуллин
Хәмиҙуллин — ир-ат фамилияһы. Хәмиҙулла исеменән барлыҡҡа килгән. Төрки халыҡтарҙа киң ҡулланыла.
Хәмиҙуллина — ҡатын-ҡыҙ фамилияһы.
Билдәле йөрөтөүселәр
үҙгәртергә- Хәмиҙуллин Салауат Ишмөхәмәт улы (1 июнь 1968 йыл) — тарихсы-журналист, телепроекттар авторы, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Журналистар союздары ағзаһы (2000), тарих фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт (2012) һәм журналистика өлкәһендәге Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге (2000) премиялар лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре (2009)
- Хәмиҙуллин Әҡсән Абдрахман улы (17 декабрь 1928 йыл — 27 декабрь 2000 йыл) — нефтсе. 1952—1987 йылдарҙа «Ишембайнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығында быраулаусы, мастер. Башҡорт АССР-ының 8-се саҡырылыш (1971—1975) Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971). Ишембай ҡалаһы һәм районының почётлы гражданы (1998).
- Хәмиҙуллин Ғәли Заһит улы (3 август 1903 йыл — 14 август 1977 йыл) — ғалим-агроном, иҡтисадсы, партия һәм дәүләт хеҙмәткәре. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1961). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1948) һәм ике «Почёт Билдәһе» (1944, 1957) ордендары кавалеры.
- Хәмиҙуллин Марат Өмөтбай улы (2 ғинуар 1936, Яр-Бишҡаҙаҡ ауылы, Маҡар районы, БАССР, Башҡортостан Республикаһының хәҙерге Ишембай районы — 12 ғинуар 2011, Ишембай) — Социалистик Хеҙмәт Геройы (1985 йылдың 22 июлендә бирелгән).
- Хәмиҙуллина Миңлегөл Фәрхит ҡыҙы (1932 — 21.06.2022) — һауынсы, малсы, социалистик ярыштарҙа күп тапҡыр еңеүсе була, ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1979, 1981)
- Хәмиҙуллин Айрат Ғабдулла улы (20 ғинуар 1956 йыл) — рәссам-импрессионист, Рәсәй рәссамдары берлеге ағзаһы (2002)
Фамилиялаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән килеп эләкһәгеҙ, бәлки, конкрет шәхес тураһында мәҡәләгә һылтанманы аныҡлаштырырға кәрәктер. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |