Яр-Бишҡаҙаҡ
Яр-Бишҡаҙаҡ (рус. Яр-Бишкадак) — Башҡортостандың Ишембай районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 539 кеше[1]. Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл Советының административ үҙәге.
Почта индексы — 453239, ОКАТО коды — 80231875004.
Ауыл | |
Яр-Бишҡаҙаҡ Яр-Бишҡаҙаҡ | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Телефон коды | 34794 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Исеменең килеп сығыуы
үҙгәртергәАуылдың исеме ике башҡорт һүҙҙәренән: «яр» һәм бишҡаҙаҡ — Юрматы улусының Тәлтем-Юрматы аймағының (һуңыраҡ улусы) ырыу подразделениеһы — һүҙҙәренән тора[2]. Шулай итеп атамаһы, урманда йәшәгәндәрҙән (Урман-Бишҡаҙаҡ) айырмалы рәүештә, Ағиҙел (Кама ҡушылдығы) йылғаһы буйында йәшәгән бишҡаҙаҡтарҙы аңлата.
Халыҡта ауыл атамаһының килеп сығышы тураһында бер нисә легенда йөрөй. Уларҙың береһе үҙ йорттарын Ағиҙел йылғаһы яры буйында төҙөгән тәүге биш ҡаҙаҡ ғаиләһе тураһында һөйләй. Икенсеһе йорт төҙөгәндә биш ҡаҙағы (сөйө) етмәгән бер ғаилә тураһында һөйләй.
Революцияға тиклем был ауыл Бишҡаҙаҡ-Смак тип аталған. Смак исеме, моғайын, ауылдың билдәһеҙ беренсе күскенсеһенең исеменән килеп сыҡҡан.
Тарихы
үҙгәртергә1757 йылғы документта телгә алына:
«Өфө өйәҙе, Нуғай юлы, Юрматы улусы, Тәлтем аймағы старшинаһы Полат Зиликеев командаһынан башҡорттар Бурағол Оморҙаҡов һәм икенсеһе Бишҡаҙаҡ кешеһе Һөйәрғол Ҡарашаев». Шулай итеп, Бишҡаҙаҡ Тәлтем-Юрматы аймағына ҡарай, тип раҫларға була[4].
Шулай уҡ 1757 йылда Пруссияға ҡаршы Рус походында ҡатнашҡан 500 башҡорт яугиры араһында Бишҡаҙаҡ ауылының биш кешеһенең исеме лә телгә алына: Итбаш Чураков; Москов Иманғолов; Ялсы Иҫәнбаев; Айытҡол Үтәғолов; Ҡоҙаш Яугилдин[5].
1770 йылда академик Лепёхин етәкселегендәге экспедиция Яр-Бишҡаҙаҡ ауылы янында асфальт таба. Академик үҙенең «Фәндәр академияһы докторы адъютант Иван Лепехиндың Рәсәй дәүләтенең төрлө провинциялары буйлап сәйәхәте тураһында көндәлек яҙмалары» хеҙмәтендә былай тип яҙа:
«Был урында ҡыҙыҡһыныуыбыҙҙы ҙур булмаған шишмә киҫкенләштерҙе, унда беҙ, ер ҡаҙып, тау нефтенән торған шишмәгә тап булдыҡ. Аршын тирәһе тәрәнлекте ҡаҙып, уның сығанағына барып еттек. Нефтте сиректән саҡ ҡына ашыу ҡалынлыҡтағы ҡатлам үҙенән бүлеп сығарған. Артабан был урынды ҡаҙырға беҙҙең көс етмәне, шул уҡ ваҡытта бында оҙаҡ йәшәргә лә ваҡыт юҡ ине. Телгә алынған урындан биш саҡрым алыҫлыҡта Башҡорт ауылы Биш-Ҡаҙаҡҡа ҡаршы, Ағиҙел йылғаһының иң ярында Ағиҙел йылғаһына ағып төшкән ҡалын асфальт хасил булды. Әгәр был урындарҙы тейешенсә эшкәртергә бойороҡ бирелһә, хеҙмәт һәм баҡмасылыҡ юғалмаясаҡ, тип икеләнмәйенсә һығымта яһарға мөмкин».
XVIII быуатта ауылдың ҡайһы бер кешеләре Ҡонҡаҙайҙа төпләнә, артабан уны Урман-Бишҡаҙаҡ тип атайҙар. Ҡонҡаҙайға нигеҙ һалыусы беренсе күскенсе шулай уҡ Бишҡаҙаҡ ауылынан (Яр-Бишҡаҙаҡ) булғандыр, моғайын. Ауылға нигеҙ һалынғандан алып халыҡ малсылыҡ, умартасылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгән. Шулай итеп 1839 йылда 20 ихатаға 400 ат, 342 һыйыр, 25 һарыҡ, 104 кәзә тура килә. 180 умартаға эйә булған халыҡ хужалығында умартасылыҡ билдәле бер роль уйнай. Игенселек был ауылда һиҙелерлек аҙым яһаған — 142 кешенең һәр береһенә 8 бот ужым һәм ярауай иген сәселгән[4].
1912 йылда ауылда мәсет теркәлгән. Мулла — Тимерғәле Тимерҡаҙыҡов[6].
Халыҡ һаны
үҙгәртергәБөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 539 | 263 | 276 | 48,8 | 51,2 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
1812 йылғы Ватан һуғышы ветерандары
үҙгәртергә1836-1839 йылдарҙа теркәлгән, «1814 йылдың 19 мартында Парижды алған өсөн» һәм «1812 йылдағы һуғыш иҫтәлегенә» миҙалдары алған 1812 йылғы Ватан һуғышы ветерандары:
- Өмөтбай Әлимбай улы;
- Байбулат Аҡбулат улы;
- Ниғмәтулла Мираҫ улы;
- Ғәбделзәлил Ҡушбаш улы[7].
Географик урыны
үҙгәртергәАлыҫлығы:[8]
- Район үҙәгенә тиклем (Ишембай): 7 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Урман-Бишҡаҙаҡ): 4 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Салауат): 25 км.
Урамдары
үҙгәртергәУрам исеме[9]:
Иҡтисады
үҙгәртергәЯр-Бишҡаҙаҡ ПХН ЯСЙ «Подземнефтегаз» эшләй, шулай уҡ Көньяҡ Уралдағы иң эре таш тоҙ ятҡылыҡтарының береһе урынлашҡан.
Автобус
үҙгәртергәАвтовокзал — Яр-Бишҡаҙаҡ ауылы № 6 ҡала маршруты йөрөй.
Иҫтәлекле урындары
үҙгәртергәАуылдан 8 км төньяҡта башҡорттар өсөн изге тау Торатау (рус. Тратау) урынлашҡан.
Һылтанмалар
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ В документе за 1757 г. упоминается: "Уфимского уезду, Нагайской дороги, Юрматынской волости, команды старшины Полата Зиликеева, Тельтимского аймаку, башкирцы Бурагул Умирзаков и др., Бишказакова роду Сюяргул Карашаев." Тем самым можно утверждать о принадлежности Бишкадак к Тельтим-Юрматынскому аймаку..
- ↑ Исторический архив г. Уфа . Дата обращения: 11 июль 2021. Архивировано из оригинала 20 ноябрь 2016 года.
- ↑ 4,0 4,1 Смакаево | Генеалогия и архивы
- ↑ Башкиры и мишары - участники похода Русской армии в Пруссию в 1757 г. - Мое Семейное Древо . pomnirod.ru. Дата обращения: 9 март 2021.
- ↑ Сергей Синенко. Сельский мулла башкирского Предуралья . Посреди России (19 февраль 2012).
- ↑ ВЕТЕРАНЫ ОТЕЧЕСТВЕННОЙ ВОЙНЫ 1812 ГОДА, УЧТЕННЫЕ В 1836-1839 гг .
- ↑ Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
- ↑ «Налог Белешмәһе» системаһында Яр-Бишҡаҙаҡ ауылы