Хур ҡыҙҙары

Wikimedia-Listn
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Хур ҡыҙҙары (ғәр. حورية‎‎‎ — хуриә‎; рус. Гу́рии) — ожмахта тәҡүә кешеләрҙең ҡатындары буласаҡ ҡыҙҙар. Иҫ киткес сибәр, мәңге йәшел зиннәтле баҡсаларҙа ҡиммәтле келәмдәрҙә яталар, һәм уларҙың ҡосағында икһеҙ-сикһеҙ ләззәт көтә, тип раҫланыла.

Тасуирламаһы

үҙгәртергә
 
Дөйә менеп, йәннәттә Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙе ҡаршы алған хур ҡыҙҙары (XV быуат фарсы манускрипты)

Хур ҡыҙҙарының күҙ ҡараһы ағынан ныҡ айырылып тора, йәғни ҡара күҙлеләр[1]. Ожмах хур ҡыҙҙары сатырҙарҙа йәшәй[2] мәңге йәшел баҡсаларҙа зиннәтле келәмдәрҙә ята[3]. Кеше лә, ен дә ҡағылғаны булмаған[4] улар ҡабырсаҡ эсендә йәшерелгән ынйы кеүек булыр[5]. Ҡөрьәндә ғәҙәти һүҙбәйләнеш: «ҙур ҡара күҙле»[6].

Хур ҡыҙҙары термины башлыса Ҡөрьәндең башлап иңгән өлөштәрендә ҡулланыла[1]. Һуңғыраҡ варианттарҙа тәҡүә ирҙәр янында «таҙарынған ҡатындар»[7], ғиффәтле ҡыҙҙар, ирҙәрен яратҡан йәштәш ҡатындар" тигән кәлимәләр барлыҡҡа килә[8]. Ҡөрьәндә шулай уҡ, тәҡүә кешеләрҙең ҡатындары улар менән бергә ожмахҡа инәсәк, тип әйтелә[9].

Хис тойғоло хур ҡыҙҙары образы ислам дине тәғлимәтендә һәм халыҡ әҙәбиәтендә һиҙелерлек үҫеш ала[1]. Хур ҡыҙҙарын «хуш еҫ бөрккән матдәләрҙән (шафран, мускус, амбра) торған төрлө төҫтә, аҫыл таштар ҡаплаған үтә күренеп торған йоҡа тиреле» тип тасуирлайҙар[1].

Ҡөрьәндең ҡайһы бер шәрехләүселәрендә хур ҡыҙҙары образын символик аңлатыу улар менән ер ҡатын-ҡыҙҙары араһындағы айырманы билдәләү өсөн ҡулланыла. Суфый әҙәбиәтендә хур ҡыҙҙары образы мистик мөхәббәт һәм мистик ләззәт символына әүерелә. Хур ҡыҙҙары образы, Ҡөрьәндәге бөтә ожмах кеүек үк, Яҡын Көнсығыштың халыҡ ышаныуҙары өсөн уртаҡ образдарҙы үҫтерә[1].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Омаргаджиев, Гаджимурад Женщины Рая. Ислам.ру (28 август 2012). Дата обращения: 20 февраль 2014.