Хатмулла (исем)

(Хатмулла(исем) битенән йүнәлтелде)
Викидатала элемент юҡ

Хатмулла — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла ҡулланыла.

Этимологияһы

үҙгәртергә

Хатмулла (Хәтмулла) башҡорт теленә ғәрәп теленән ислам дине менән бергә ингән, Аллаһтың вәғәз һөйләүсеһе тигәнде аңлата[1].

Билдәле кешеләр

үҙгәртергә

Солтанов Хәтмулла Аҫылгәрәй улы (20 июль 1924 йыл — 4 март 1994 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир, уҡсы, гвардия өлкән сержанты. Нефтсе. СССР-ҙың 9-сы, 10-сы һәм 11-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты, КПСС-тың XXIV, XXV һәм XXVI съездары делегаты. Дан орденының тулы кавалеры. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971). Нефть сығарыу сәнәғәте отличнигы (1969).

Хатмулла Абдулла улы Ғафаров (1925 йыл — 2014 йыл) — журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, РСФСР-ҙың (1986) һәм Башҡорт АССР-ының (1977) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

Фамилияла

үҙгәртергә

Хатмуллина Көнһылыу Ғүмәр ҡыҙы (26 февраль 1985 йыл) — ғалим, химия фәндәре кандидаты, Рәсәй фәндәр академияһының Химия-физика проблемалары институтында ғилми хеҙмәткәр.

Хәтмуллина Нәжибә Ғәлимйән ҡыҙы (рус. Хатмуллина Нажиба Галимьяновна; (1 сентябрь 1923 йыл — 6 апрель 1993 йыл — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, «За оборону Кавказа» миҙалы һәм 2-се дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнгән.

Хәтмуллин Флүр Хәким улы (11 март 1941 йыл) — хеҙмәт ветераны, нефть сәнәғәте эшмәкәре. 1975—2005 йылдарҙа «Башнефть» производство берекмәһенең «Саҡмағошнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы начальнигы. Башҡортостан Республикаһының беренсе—өсөнсө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәре (1998), Рәсәй Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1994), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған (1977), СССР-ҙың почётлы нефтсеһе (1982). Октябрь Революцияһы (1981), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1974) һәм Халыҡтар Дуҫлығы (1986) ордендары кавалеры.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ