Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Хатип (ғәр. خطيب‎ — дин таратыусы, вәғәзсе; рус. Хатиб) — йома намаҙын үткәреүсе мосолман руханиҙар.

Намаҙы алдынан ул мөнбәрҙең өсөнсө баҫҡысынан телмәр (хөтбә) һөйләй. Мөнбәр намаҙ уҡыу өсөн тәғәйенләнгән, Ҡиблаға йүнәлтелгән михрабтың уң яғында урынлаша.

Урта быуаттарҙа хөтбә, нигеҙҙә, Аллаһтан хәлифәгә, батшаларға, хандарға һаулыҡ һорап уҡыла торған доға булған. Ғәскәргә еңеү һорап, халыҡты ҡоролоҡ, аслыҡ, эпидемия кеүек афәттәрҙән һаҡлауҙы ялбарып, хөтбә уҡылған.

 
Ғаббасиҙар заманындағы хөтбә. 1237

Ғәҙәттә, хөтбә 5 өлөштән тора:

Хөтбәләге вәғәз (өгөт-нәсихәт, өйрәтеү) мәсеткә ғибәҙәткә килгән мосолмандарҙың туған телендә һөйләнелә һәм, дин талабы буйынса, фәҡәт дингә, дини йолаларға бәйле мәсьәләләргә ҡағылырға тейеш.

Йома хөтбәһенән тыш хатип дини байрамдарҙа, мәҫәлән, Ҡорбан йәки Ураҙа байрамдарында (Ид әл-Фитр) телмәр тота.