Лао-цзы (Ҡарт Сабый, Аҡыл Эйәһе Бабай; ҡыт. ябайл. 老子, пиньин: Lǎo Zǐ, б. э. т. VI быуат), {б. э. т. VI—V быуаттың 3} боронғо ҡытай философы, ул классик дао фәлсәфәүи трактаты «Дао Дэ Цзин»ды яҙған тип иҫәпләнә. Хәҙерге фән уның тарихи шәхес булыуын шик аҫтына ала, әммә Лао-цзы фәнни әҙәбиәттә даосизмға[2] нигеҙ һалыусы тигән фекер бар. Күпселек даос мәктәптәренең дини-фәлсәфәүи тәғлимәттәрендә Лао Цзы традицион рәүештә өс Таҙаның береһе — илаһ булараҡ ҡабул ителә.

Лао-цзы
老子
Лао-цзы даосизм илаһы һынында
Лао-цзы даосизм илаһы һынында
Тыуған көнө

б. э. т. 604({{padleft:-604|4|0}})

Тыуған урыны

Чжоу

Вафат көнө

Б. э. т. V быуат[1]

Вафат булған урыны

Чжоу

Әҫәрҙәре теле

ҡытай

Мәктәп/традиция

даосизм

Йүнәлеше

Ҡытай философияһы

Осор

Боронғо осор

Значительные идеи

У-вэй

Логотип Викицитатника Викиөҙөмтәлә цитаталар  (рус.)

Биографияһы

үҙгәртергә
  Был биттә Ҡытай телендә яҙма бар.
Уның урынына һорау билдәһе күренергә мөмкин
 
Лао-цзы һыу һыйыры менеп Ҡытайҙан сығып китә

Лао-цзының легендар шәхескә әүерелеүе һәм уны илаһилаштыу процестарына даосылыҡтыҡ барлыҡҡа килә башлағанда уҡ нигеҙ һалына. Уның донъяға мөғжизәле рәүештә тыуыуы тураһында легендалар йәшәп килә. Ли Эр — уның беренсе исеме. Ли — слива ағасы, Эр — ҡолаҡ тигәнде аңлата, сөнки, ҡолағы ҙур булған, ти. Легенда буйынса әсәһе уны ҡарынында 81 йыл йөрөткән, һәм бала уның янбашынан донъяға килгән, был ваҡытҡа сәстәре салланып өлгөргән булған. Ошондай мөғжизәләрҙе күреп, әсәһе бик ныҡ ғәжәпләнә һәм уны тәү тапҡыр «Лао-цзы» Һүҙе менән, йәғни, «ҡарт аҡыл эйәһе» йәки «ҡарт бала» тип атай[3].

Лао-цзының иң билдәле биография варианты Ҡытай тарихсыһы Сыма Цянь тарафынан уның «Тарихи хикәйәт» тигән хеҙмәтендә тасуирлана. Уның һүҙҙәре буйынса, Лао-цзы Ҡытайҙың көньяғында Чу батшалығы Ли улусы Ху өйәҙе Цюйжэнь ауылында тыуған. Тормош юлының ҙур өлөшөн Чжоу династияһы осоронда император архивы һаҡсыһы хеҙмәт һәм дәүләт китапханаһында китапханасы хеҙмәтенә бағышлай, был уның бик белемле, мәғлүмәтле булыуы тураһында һөйләй.

Лао-цзы йәшәгән осорҙа ҡол биләүселек феодаль ҡоролош менән алмашына. Лао-цзы элекке «ҡағиҙәләр нигеҙендә идара итеү тәртибе» принциптарҙы сирҡанып кире ҡағып, «тәртип ҡағиҙәләре — улар тоғролоҡ һәм ышанысты ҡаҡшата, ғауға килеп сығыуға килтерә», тигән. Шул уҡ ваҡытта ул феодалдарҙың «закон нигеҙендә идара итеү» принциптары менән дә ҡәнәғәт түгел: «Ҡанундар һәм бойороҡтар артҡан һайын, бурҙар һәм юлбаҫарҙар һаны ла үҫә». Шулай уҡ ул «аҡыл эйәләренә табыныуҙы» өнәмәй, айырым батшалыҡ хакимдары араһында алып барылған яулап алыу һуғыштарына ҡаршы сыға[4].

Дөйөм алғанда, иҫкенән сирҡанып баш тарта, әммә шул уҡ ваҡытта яңыны ла ҡабул итә алмай, өҫтәүенә, бынан сығыу юлдарын да таба алмай булып сыға. Шуның менән бәйле, «Чжоу династияһының көсһөҙләнә барыуын күреп», Лао-цзы хеҙмәттән китә һәм бәхетлерәк тормош эҙләп, үҙе өсөн генә йәшәү юлдарын эҙләй башлай. Хеҙмәт иткән ваҡытында алған һабаҡтарҙы дөйөмләштереп, Лао-цзы, «идара итеү ауырлығы» - «белем» һәм «теләк» ҡаршылығында, тип иҫәпләй. Ул былай ти: «Белем ярҙамында илгә идаралыҡ итеү — ил өсөн бәхетһеҙлек, ә белемгә таянмай идара итеү — ил бәхете», ул ғәмәл ҡылмай ғына идара итеү фекерен тағырға тырыша. Бөтә бәхәс тыуҙыра торған нәмәләрҙән баш тартырға кәрәк тип һанай. Лао-цзы: «ғәмәл ҡылмаған осраҡта идара итеп булмаған бер ни ҙә ҡалмай», — тип һанаған[5].

Беҙҙең эраға тиклем 517 йылда уның Конфуций менән данлыҡлы осрашыуы була. Лао-цзы уға шул саҡта былай тигән: «Дуҫҡайым, үҙеңдең тәкәбберлегеңде һәм төрлө мифик пландарыңды ташла: был шәхсән һинең өсөн бер ниндәй әһәмиәткә эйә түгел. Башҡа минең һиңә әйтер һүҙем юҡ!». Конфуций уның янынан китеп, үҙенең уҡыусыларына янына килә лә: — «Мин ҡош нисек осҡанын, балыҡ нисек йөҙгәнен, кейектең нисек сапҡанын беләм… Әммә аждаһаның елдә һәм болот араһында нисек талпынғанын, күккә нисек ҡалҡынғанын белә алмайым… Әле мин Лао-Цзыны күрҙем һәм ул аждаһаға оҡшаған тигән уйға килдем».

Оло йәшкә еткәс, Лао-цзы илдән көнбайышҡа табан юлға сыға. Ил сигендәге заставаға еткәс, уның етәксе Инь Си Лао-цзынан үҙ тәғлимәте тураһында һөйләүен һорай. Лао-цзы уның үтенесен үтәй, Дао Дэ Цзин тигән яҙма ҡалдыра. Унан артабан юллана, нисек һәм ҡайҙа вафат булғаны билдәһеҙ.

Лао-цзының Көнбайышҡа сәйәхәте Хуахуцзин трактатында яҙылып, буддасылыҡҡа ҡаршы полемика концепцияһы сифатфнда ҡулланыла.

Даосизмдың башланған осронда уҡ әле Лао-цзы легендар шәхес булараҡ таныла һәм уны илаһилаштырыу күҙәтелә. Риүәйәттәр буйынса, имеш, әсәһе әллә нисә йылдар уға ғоманлы булған, шуға ла бабай булып тыуған, шуға ла, имеш, Ҡарт Сабый тип исемләгәндәр. Мәгәр «цзы» иероглифы «аҡыл эйәһе» тигәнде лә аңлата, шулай булғас уның исемен «Аҡыл Эйәһе Бабай» тип тә уҡырға мөмкин.

Хәҙерге заман тикшеренеүселәренең күбеһе Лао-цзының шәхес булыуын шик аҫтына ҡуя. Ҡайһы берәүҙәр фаразлауынса, ул Конфуцийҙың оло замандашы булыуы мөмкин, уның тураһында, Конфуцийҙан айырмалы рәүештә, сығанаҡтарҙа тарихи йә биографик мәғлүмәт юҡ. Хатта Лао-цзы һәм Конфукция — бер үк шәхес, тигән версия ла бар.

Шулай уҡ Лао-цзы — даосизм философияһына нигеҙ һалған, легендаларға күмелгән ҡытай фекер эйәһе тип һанау ҙа бар. Б. э. т. 604 йылда тыуған тип һанайҙар. Биографияһында император йортонда йылъяҙмасы-архивариус булып эшләгән һәм йәшәгән тигән мәғлүмәттәр бар.

Икенсе бер риүәйәт буйынса Лао-цзы Остаз Ҡытайға, элекке тормошон юйҙыртып, сабый халәтендә Һиндостандан килгән.

Көнбайышҡа сәйәхәт

үҙгәртергә

«Көнбайышҡа сәйәхәт» тигән романда Лао-цзыны тау эйәләре рәтенә алғас, илаһтар Сунь Укунды тоторға ҡушыуҙары бәйән ителә. Сунь Укун илаһтарға буйһонмаған, уларға ҡаршы этлектәр ҡылған имеш. Артабан Лао-цзының уны тотоуы, әммә бер нисек тә уны юҡҡа сығара алмауы һүрәтләнә. Хатта мейескә ултыртып 49 көн буйы яндырғандан һуң да тере ҡалып, мейсте емерә һуғып, кирбестәре осоп төшкән ерҙәрҙә утлы тауҙар барлыҡҡа килә. Бары Будда ғына уны еңеп, тау аҫтына ултыртып ҡуя. Лао-цзының һыу һыйыр (буйволы) уның мөғжизәле алмас беләҙеген урлап, Иблискә әйләнә һәм ҡот осҡос ҡыйралыштар эшләй башлай. Будда Ляо-цзыға Сунь-Укунды ярҙамға ебәрә, тегеләр икәүләп яуызды тота һәм кире һыу һыйырына әйләндерә.

Лао-цзының мейесе кирбестәренән барлыҡҡа килгән утлы тауҙар , Сюаньцзан тигән кешенең сәйәхәт ваҡытнда юлын быуа. Бер тау Урта Азия яғына йүнәлгән юлда була. Шул тауҙа юл быуған уттарҙы һүндергәндә килеп сыҡҡан мажаралар бәйән ителә.

Дао дэ цзин

үҙгәртергә
 
Дао (Тао)

Лао-цзы Чжоу мәркәз ҡалаһында йәшәгәндә Дао Дэ Цзин тигән трактат яҙа. Был әҫәрендә ул боронғо ҡытай телендә әйбер булмышы һәм уның кәүҙәләнеше тураһында яҙа. Бөгөнгө ҡытайҙар уны ауырлыҡ менән аңлай, етмәһә, автор әҫәрен күп мәғәнә бирә торған һүҙҙәр ҡулланып яҙған булған. Бынан тыш, күп мөһим төшөнсәләрҙең инглиз телендә лә, урыҫ телендә лә һүҙмә-һүҙ тап килгән мәғәнәлеһе юҡ. Джеймс Легг трактаттың тәржемәһендә былай тип яҙа: "Ҡытай теленең яҙма тамғалары һүҙ түгел, ә идеяны сағылдыра, һәм был тамғаларҙың эҙмә-эҙлеклелеге авторҙың ни әйтергә теләгәнен түгел, ә нимә уйлағанын һүрәтләй ". Ҡағиҙә булараҡ, китап авторы тип Лао-цзыны һанайҙар, шуға күрә китапты ла уның исеме менән атайҙар.

Мәгәр ҡайһы бер тарихсылар Лао-цзының автор булыуын шик аҫтына ала; улар уның икенсе замандашы Конфуций — Лао Лай-цзы булыуы ихтимал тип фараз итә. Быға дәлил итеп улар беренсе заттан бәйән ителгән «Дао Дэ Цзин» тигән әҫәрҙе килтерә:

Бар кеше үҙем тип йәшәй,

Мин генә бынан баш тарттым

Йөрәгем алйоттар йөрәгендәй

Ҡараңғы, аңлайышһыҙ.

Кешеләрҙең тормошо үтә күренеп тора,

Мин генә күҙ бәйләнгән киске эңерҙәй

Буталсыҡ донъяла йәшәйем.

Кешеләр ваҡ ҡына эште лә уйлап эшләй

Мин генә билдәһеҙлек тулы мөхиттә

Тын күлдәрҙәй тоноп, тауышһыҙмын,

Елдәй иҫһәм, тыйып алалмаҫлыҡмын!

Һәр кешенең шөғөлө бар, тик мин генә

бер ҡырағай наҙан кеүек көн итәм.

Бер мин генә тормош тамырын,

Бар теректең тамырын ҡиммәт күрәм.

Фәлсәфәһе

үҙгәртергә

Лао-цзының фәлсәфәһендә ике башланғыс — Дао һәм Дэ барлығы төп урында тора. «Дао» йәки «Тао» ҡытай телендә «юл» тигәнде аңлата; әммә был фәләсәфә системаһында ул киңерәк метафизик мәғәнәгә эйә. «Дао» есемдәрҙең асылын да, Ғаләм булмышын да үҙ эсенә ала. Материалистик күҙлектән ҡарағанда, «дао» — ул тәбиғәт, объектив донъя.

Дэ төшөнсәһе ҡытай ғәҙәт-йолаларында бик ҡатмарлы урын биләй. Бер яҡтан, Дэ — Даоны туйындырыусы, бар итеүсе (Шулай уҡ ул Даоны ҡулланыу һәм уға ярашлы йәшәү ысулы ла. Дэ — йәшәйеш принцибы. Ул йәшәү ҡеүәте тупларға биреүсе көс, ци. Дэ — йәшәйеш ҡеүәтен дөрөҫ файҙаланыу, дөрөҫ ҡылыҡ-фиғел. Әммә Дэ — әхлаҡ менән генә сикләнмәй. Дэ аңды көндәлек мәшәҡәттәрҙән өҫкә күтәреүсе лә ."Дэ" төшөнсәһенә Дао У-вэй тәғлимәте, ғәмәлһеҙлек яҡын.

Аң етмәҫлек Дэ — шулдыр:

ул әйберҙең рәүешен булдыра,

Әммә үҙе Даоҙан сыға.

Дао — әйберҙәргә идара итә,

юлы уның серле һәм сиселмәҫлек.

…Кем эшендә Даоға эйәрә,

…рухын таҙартып тора,

Дэ ҡөҙрәтенә бирелә.

Төп идеялары

үҙгәртергә
 
Лао-цзының Цюаньчжоу ҡалаһынан төньяҡтараҡ урынлашҡан таш скульптураһы Ҡытай

Ғаләм үҫешен билдәле өлгөләр һәм принциптар менән аңлатып булмай. Әммә бик үк теүәл булмаһа ла — Дао тип атап була. «Дэ»ға килгәндә, уға ынтылырға ярамай, ул, тәбиғи, ҡапыл ғына барлыҡҡа килә. «Дэ» Ғаләм Гармонияһы законы булараҡ асылған донъяның дөйөм законлығы булараҡ сағыла. У-вэй принцибы — алдан уйланмаған әүҙемлек — тышҡы донъяла "Дао"ны тормошҡа ашырыуҙың иң яҡшы ысулы булып тора.

Артыҡ белемгә ынтылмаҫҡа кәрәк, киреһенсә, юнылмаған ағас, йәки сабый халәтендә булыу хәйерле. Бар ҡапма-ҡаршылыҡтар ҙа үҙ-ара мөнәсәбәттә, шулай уҡ һыйыша ала. Мәҫәлән, йәшәү һәм үлем.. Үлем — ул ғүмер тамамланыу, шул уҡ ваҡытта икенсе тормошта йәшәй башлау. Һәр «үлемдең» ахыры — икенсе «үлемдең» башы. Эш һүҙҙәрҙә, төшөнсәләрҙә түгел, ә уларға ниндәй мәғәнә һалыныуында. Ингән ер — сығыу урыны ла.

 
Инь һәм ян

Тормош — ул «йомшаҡ» һәм «һығылмалы». Үлем — ул «ҡаты» һәм «киҫкен». Даоса проблемаларҙы сисеү юлы — киреләнмәү, ыңғайға ҡуйыу. Быны гел буйһоноп тороу тип аңларға ярамай — мөмкин тиклем әҙерәк көс сарыф итеп, үҙеңдекенә өлгәшергә тырышыу тип аңларға кәрәк.

Ҡаты норматив этик системаларҙың йәмғиәттә булыуы — мәҫәлән, конфуцианлыҡ — унда проблемалар барлығын күрһәтә. Система, уларҙы хәл итә алмай, тик көсәйтә генә.

Кешенең төп ыңғай сифаты — нәфсене тыя белеү[6].

Идеялары Адвайта тәғлимәтенә яҡын.

Лао-цзы хәҡиҡәт тураһында

үҙгәртергә

"Тел менән әйтелгән хәҡиҡәт — хәҡиҡәт түгел инде, сөнки хәҡиҡәт менән баштағы бәйләнеште юғалтҡан ".

«Белгән — һөйләмәй, һөйләгән — белмәй».

«Кеше үҙендәге ялғандарҙан арынып, хәҡиҡәткә өлгәшә».

Лао-цзы былай тип яҙған: «Күктән һәм Ерҙән алда уҡ булған Сикһеҙ бер Көс бар. Ниндәй тыныс, ниндәй сабыр ул! Яңғыҙлыҡта йәшәй һәм үҙгәрмәй.. Бар нәмәне ҡулында тота, әммә сәбәләнмәй. Беҙ уны Ғаләмдәр Инәһе тип атай алабыҙ. Мин уның исемен белмәйем. Үҙемсә Дао тип атайым».

Диалектика

үҙгәртергә
 
Ҡытай ҡорамында Лао-цзы илаһ рәүешендә

Лао-цзының фәлсәфәһе бик үҙенсәлекле дидактикаға ҡоролған: "Ысынбарлыҡтан һәм юҡтан бар нәмә барлыҡҡа килгән; мөмкинлек һәм мөмкин булмағандан — башҡарылыш;оҙон һәм ҡыҫҡанан — рәүеш (форма). Юғары — түбәнде буйһондра; ҡалын һәм нәҙек тауыштар бергә гармония тыуҙыра; алдан килгәне үҙенән һуң килгәнде буйһондора.

 
Наньюэ Дамяо ҡорам комплексында Лао-цзы статуяһы. Бында Дао Дэ Цзин әҫәре тулыһынса ырып яҙылған

Әммә Лао-цзы быларҙы ҡапма-ҡаршылыҡ көрәше түгел, ә килешеү тип һанай.

«Кеше бер нәмә эшләмәҫкә ҡарар иткәндә эшләр нәмә ҡалмаған булыр.»

«Кем халыҡты ярата һәм уға идара итә, шул бер ни ҙә эшләмәҫкә тейеш»

Был фекерҙәрҙән Лао-цзының фәлсәфәһе, йәки этикаһы: бер ни ҙә эшләмәү икәне күренә. Көсләп нимәнелер тағыу, тәбиғәтте үҙгәртергә тырышыу ғәйепләнә.

«Бик күп тау һыуҙары диңгеҙгә ағып төшә, сөнки диңгеҙ тауҙарҙан аҫтараҡ. Шуға ла бар сығанаҡтарға ла идара итә ала. Аҡыл эйәһе лә, кешеләрҙән өҫтәрәк булырға теләһә, үҙен уларҙан аҫтараҡ тота, алдараҡ булайым тиһә — артҡа баҫа. Шуға ла кеше уның өҫтәлегенең ауырлығын тоймай, артта торғас, алдалығын күрмәгәнлектән, ғәҙелһеҙлек тип уйламай»

Илгә идара иткән «„Изге ир“ аҡыл эйәләрен нимәлер эшләүҙән тыя. Бер ни ҙә эшләнмәгәндә донъяла тыныслыҡ урынлаша»

«Бер белеме лә булмаған кеше бер ваҡытта ла ауырымай» (Башҡорт халыҡ әйтеме — Белмәгәндең беләге тыныс)

«Белем юҡ ул, шуға бер ни ҙә белмәйем»

«Дәүләттең һалымдары күтәргеһеҙ ауыр. Бына шул халыҡты бөлдөрә.»

Сыма Цянь Лао-цзының һәм конфуцийлыҡҡа ҡаршы сыҡҡан философ Хань Фэйҙың 韩非 биографияһын бергә ҡуша. «Хань Фэй-цзы» трактатында Лао-цзыға ике бүлек бағышланған(《解老》, 《喻老》).

Лао-цзы культы

үҙгәртергә

Лао-цзыны илаһилаштырыу процесы даосылыҡта һалына башлай. Б.э.т. III быуаттан алып б.э.т. II быуатта уҡ барыуы мөмкин, әммә тулыһынса ул Хань династияһы осоронда ғына, йәғни беҙҙең эраның II быуатында формалашып бөтә. 165 йылда император Хуань-ди Лао-цзы рухына уның тыуған ере Ку өйәҙендә ҡорбан салырға ҡуша, ә бер йылдан инде үҙенең һарайында шул йоланы үтәргә ҡуша.

Даосылыҡтың баш мәктәбен барлыҡҡа килтергән ru:Чжан Даолин 142 йылда илаһи Лао-цзының донъяла пәйҙә булыуын белдергән һәм үҙенә тылсымлы кәрәмәттәрен тапшырыуын хәбәр иткән. Был мәктәп юлбашсылары «Дао дэ цзин» трактатына үҙ шәрехләмәләрен яҙып, «Сян Эр чжу» тигән атама биргән, шул рәүешле ru:Сычуань провинцияһында Лао-цзы культын барлыҡҡа килтергән. II быуаттан III быуат уртаһына тиклем (220—589 йылдар) Лао-цзы Дао пантеонындағы өс саф илаһтың береһе тип ололана башлай. Лао-цзыға табыныу Тан династияһы (618—907 йылдар) осоронда бигерәк тә көсәйә, был династия императорҙары уны үҙҙәренең тәүбабаһы итеп иғлан итә һәм уға бағышланған табыныу урындары булдыра, юғары исемдәр һәм титулдар менән атай башлай. Шул ваҡытта Лао-цзыны «аҡыл етмәҫлектең батшаһы» («повелитель непостижимого») титулы барлыҡҡа килә[7].

Хәҙерге осорҙа хәтер

үҙгәртергә

1998 йылдың 5 октябрендә астероид Лао-цзы хөрмәтенә 7854 Laotse исеме бирелә. Ул 1977 йылдың 17 октябрендә Т. Герельс төшөргән Паломар фотопластинкаларҙа К. Й. ван Хаутен һәм И. ван Хаутен-Груневелд тарафынан табыла[8][9].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Әҫәрҙәренең исемлеге

үҙгәртергә

1Yu Kan Dao Homepage 2010 йыл 27 сентябрь архивланған.

2 老子 Lǎozĭ 道德經 Dàodéjīng Chinese+English+German

3 Лао-цзы Дао Дэ Цзин: A paragon ebook 2021 йыл 15 апрель архивланған., LAO ZI most-comprehensive ebook for FREE in PDF & HTM format, contains 50 translations in 6 different layouts, by Sanmayce.

4 Дао Дэ Цзин.(«Канон Пути и Добродетели») Перевод А. Кувшинова. — С.-Пб., 1991.

Башҡорт халҡының даосизмға ауаздаш мәҡәл һәм әйтемдәре

үҙгәртергә

Атым юҡ бурамда, ҡайғым юҡ буранда

Белмәгәндең беләге тыныс

Иртәгәһен ишәк ҡайғыртҡан

Иртәгә лә көн бөтмәҫ

Үгеҙ үлһә — ит, арба ватылһа — утын

Аҙ ҙа етә, күп тә бөтә

Әммә был мәҡәлдәр күпселек тарафынан хәрәкәт итмәү, бошмауҙы ғәйепләп ҡулланыла. Шул уҡ ваҡытта даосылыҡта ыңғай һыналған бәхәскә инмәү, тыныслыҡ һаҡлау, килешә белеү ысулы беҙҙең халыҡта ла өнәлә:

Баҙнатлы тыныслыҡ яратыр

Иҫәр менән иҫәр булма Йоҡлаған йыланды уятма Ҡырмыҫҡа ояһына таяҡ тыҡма Таш менән атҡанға аш менән ат

Тыныслыҡтың төбө — уңышлыҡ

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә


  • Ян Хиншун. Древнекитайский философ Лао-цзы и его учение. М.-Л.,1950
  • Мялль Л. К пониманию 'Дао дэ цзина' // Учёные записки Тартуского государственного университета. Тарту, 1981. Вып. 558. С. 115—126.
  • Спирин В. С. Гармония лука и лиры глазами Лао-цзы //Письменные памятники и проблемы истории культуры народов Востока. XIV.Ч.1. М.,1981.
  • Спирин В. С. Строй, семантика, контекст 14-го параграфа «Дао дэ цзина» //Письменные памятники и проблемы истории культуры народов Востока. XX.Ч.1. М.,1986.
  • Лукьянов А. Е. Первый философ Китая: Фрагменты философской автобиографии Лао цзы. // Вестник МГУ. Серия 7: Философия. 1989. N 5. С. 43-54.
  • Спирин В. С. «Слава» и «позор» в § 28 «Дао дэ цзина»//Письменные памятники и проблемы истории культуры народов Востока. XXII.Ч.1. М.,1989.
  • Лукьянов А. Е. Лаоцзы (философия раннего даосизма). М., 1991.
  • Лукьянов А. Е. Рациональные характеристики Дао в системе 'Дао дэ цзин' // Рационалистическая традиция и современность. Китай. М., 1993. С. 24-48.
  • Маслов А. А. Мистерия Дао. Мир «Дао дэ цзина». М., 1996.
  • Viktor Kalinke: Studien zu Laozi, Daodejing . Band 1: Text und Übersetzung / Zeichenlexikon. Leipzig 2000, ISBN 3-934015-15-8
  • Viktor Kalinke: Studien zu Laozi, Daodejing . Band 2: Anmerkungen und Kommentare. Leipzig 2000, ISBN 3-934015-18-2
  • Viktor Kalinke: Studien zu Laozi, Daodejing . Band 3: Nichtstun als Handlungsmaxime. Essay , Leipzig 2011, ISBN 978-3-86660-115-4
  • Кычанов Е. И. Тангутский апокриф о встрече Конфуция и Лао-цзы //XIX научная конференция по историографии и источниковедению истории стран Азии и Африки. СПб.,1997. С.82-84.
  • Карапетянц А. М., Крушинский А. А. Современные достижения в формальном анализе «Дао дэ цзина» // От магической силы к моральному императиву: категория дэ в китайской культуре. М., 1998.
  • Мартыненко Н. П. Изучение семантики древних форм начертания текста «Дао дэ цзин» как необходимая компонента изучения истории даосизма // Вестник Московского университета. Серия 7. Философия. № 3. 1999.С.31-50
  • Рехо Ким «Неделание»: Лев Толстой и Лао-Цзы Проблемы Дальнего Востока. 2000.-№ 6. С.152-163.
  • Лукьянов А. Е. Лао-цзы и Конфуций: Философия Дао. М., 2001. 384 с.
  • Маслов А. А. Загадки, тайны и коды «Дао дэ цзина». Ростов-на-Дону, 2005. 272 с.
  • Степанова Л. М. Проблема личности в учении Лао-цзы о совершенномудром. // Вестник Бурятского государственного университета. 2008. № 6. С. 24-29.
  • Кобзев А. И. Лао-цзы и Будда — «совпадение двух в одном» или «раздвоение единого»? // Общество и государство в Китае: XXXIX научная конференция / Институт востоковедения РАН. — М., 2009. -С.221-225 ISBN 978-5-02-036391-5 (в обл.)
  • Дао-Дэ цзин: Книга о Пути жизни / Сост. и пер. 2010 йыл 13 ноябрь архивланған.В. В. Малявина. 2010 йыл 13 ноябрь архивланған.М., Феория. 2010 йыл 13 ноябрь архивланған.2010. 2010 йыл 13 ноябрь архивланған. (статья по традиционной иконографии Лао Цзы)
  • Shien Gi-Ming, "Nothingness in the philosophy of Lao-Tzu, " Philosophy East and West 1 (3): 58-63 (1951).
  • Chad Hansen, Linguistic Skepticism in the Lao Tzu // Philosophy East and West, Vol. 31, No. 3 (Jul., 1981), pp. 321—336
  • Лао Си, «ТАО-ТЕ-КИНГЪ, или писанiе о нравственности». Под редакцiей Л. Н. Толстого, перевелъ съ китайскаго профессоръ университета въ Кiото Д. П. Конисси, примечанiями снабдилъ С. Н. Дурылинъ. Москва — 1913

Һылтанмалар

үҙгәртергә