Оулу (фин. Oulu [ˈoulu], швед. Uleåborg [ˈʉːleɔˌbɔrj]) — Финляндияның ҙурлығы буйынса дүртенсе урындағы ҡалаһы, Ботник ҡултығының төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан, Оулу губернаһының административ үҙәге. Оулуйоки йылғаһының Ботник ҡултығына (Балтик диңгеҙе) ҡойған ерҙә урынлашҡан. Оулу ҡалаһына 1605 йылда нигеҙ һалынған, Оулу — Төньяҡ Финляндиялағы иң боронғо ҡала.

Оулу
фин. Oulu[1]
БайраҡГерб
Нигеҙләү датаһы 1605
Рәсем
Рәсми атамаһы Oulun kaupunki
Нигеҙләүсе Карл IX[d]
Рәсми тел Фин теле[2][3]
Дәүләт  Финляндия[4]
Административ үҙәге Северная Остроботния[d]
Административ-территориаль берәмек Северная Остроботния[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+2:00[d] һәм UTC+3:00[d]
Статистическая область Оулу[d][5]
Ассоциацияләшкән сайлау округы Oulu[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Ботническая бухта[d], Оулуйоки[d] һәм Kiiminkijoki[d]
Хөкүмәт башлығы вазифаһы Mayor of Oulu[d]
Хөкүмәт башлығы Matti Pennanen[d][6], Kari Nenonen[d], Risto Parjanne[d], Ilmo Paananen[d], Päivi Laajala[d] һәм Сеппо Мяаття[d]
Закондар сығарыу органы Городской совет Оулу[d]
Ойоштороу-хоҡуҡ формаһы община Финляндии[d][7]
Халыҡ һаны 214 814 кеше (29 февраль 2024)[8]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 8 метр[9]
Кеше үҫеше индексы 0,907
Туғандаш ҡала Шиофок[d][10], Бурса[11], Леверкузен[d][11], Одесса[12][11], Галле[11], Буден[d][11], Алта[11], Астана[11], Матера[d][11], Сигетсентмиклош[d][11], Ханчжоу[d][11] һәм Матагальпа[d][13][14]
Милке Oulu City Library[d], Oulun Energia Areena[d], Oulu City Theatre[d], Castrén Stadium[d], Ahmosuo Airfield[d], Oulun Suomalaisen Yhteiskoulun Lukio[d], Turkansaari Church[d], Raatti Stadium[d], Heinäpää Arena[d], Jatuli[d], Ouluhalli[d], Oulu Waterworks[d], Oulu sports hall[d], Puolivälinkangas water tower[d], Raksila Pesäpallo Stadium[d], Teuvo Pakkala School[d], Oulu Music Centre[d], Oulu Swimming Pool[d], Oulu Energy[d], Kalevankartano[d], Oulu Conservatoire[d], Maikkula water tower[d], Raksila artificial ice rink[d], Snellman-home[d], Ympäristötalo[d] һәм Oulu Central School[d]
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Oulu City Hall[d], Оулу, Северофинляндское агентство регионального управления[d], Финляндия
Сиктәш Кемпеле[d][15], Лиминка[d][15], Лумийоки[d], Хайлуото[d], Мухос[d][15], Тюрнявя[d][15], Утаярви[d][15], Пудасъярви[d][15], Ий[d][15] һәм открытое море[d]
Алдағы Ylikiiminki[d][16], Хаукипудас[d][16], Кийминки[d][16], Оулунсало[d][16] һәм Юли-Ий[d][16]
Алыштырған Oulujoki[d]
Ҡулланылған тел Фин теле[17], швед теле[17] һәм саамские языки[d][17]
Диапазон IPv6 2a00:1d50:3::/48[18]
Майҙан 2972,44 км² (1 ғинуар 2023)[19]
Почта индексы 90100–90420, 90460–90940, 91200, 91240–91310
Рәсми сайт ouka.fi
ouka.fi/sv
ouka.fi/en
Урынлашыу картаһы
Коллаж
Классификация климата Кёппена субарктический континентальный климат (Dfc)[d]
Портал открытых данных Open Data portal Oulu[d]
Тема иҡтисады economy of Oulu[d]
Вид с воздуха
Иң тәүге яҙма ваҡыты 1327
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 11 170
Citizen's initiatives URL kuntalaisaloite.fi/fi/ha…[20]
kuntalaisaloite.fi/sv/so…[20]
Урындағы телефон коды 8
Номер тамғаһы коды O
Элементтың күренеше өсөн категория Category:Views of Oulu[d]
Карта
 Оулу Викимилектә

Новгород республикаһы менән Швеция короллеге араһындағы Ореховец килешеүе буйынса 1323 йылда Оулу төбәге Новгород ере составына ингән.

Новгород йылъяҙмаларынан сығып, Оулу йылға тамағында 1370 балыҡ тотоу-сауҙа ауылы (посад) булған тип әйтергә мөмкин, йәғни был эштәр өсөн уның торған урыны бик уңайлы булған, шунлыҡтан Оулу иң мөһим иҡтисади, сәйәси һәм стратегик пункт булып торған.

Оулу йылғаһы (Овла, Улео) рус Приботния йылғалары араһында иң мөһим булған һәм Пиелинен күле аша Аҡ дигеҙ Карелияһы һәм Приладожье менән бәйле булған. Нәҡ ошо йылға буйлап Приботнияға рустар бара алған ә, һәм улар, күрәһең, Приботния менән Новгородта сауҙа мөнәсәбәттәрен булдырған.

1375 йылда (София һәм Новгород I һәм IV йылъяҙмаһына ярашлы «постави корела семидесятская новый городок». София йылъяҙмаһы өҫтәмә күрһәтмәләр бирә: новгородлылар 1377 йылда Оулу «Тиврола окиян море» походын ойоштора. «Диңгеҙ окиян» һүҙе аҫтында Ботник ҡултығы күҙ алдында тотола; Тиврола — Приботния тирәһендәге урынды йәки йылғаны аңлата.

1357 йылдағы шведтарҙың Оулу ерҙәрен баҫып алыу походы һәм рустарҙың Приботния янына швед ерҙәрен баҫып алыу походының һөҙөмтәһе билдәһеҙ. Киләһе йылда рим папаһы Григорий XI конфликтҡа ҡыҫыла. Бынан һуң был ерҙәрҙе тиҙҙән рус тар ҡалдырып китә.

Әммә был ерҙәрҙең Швецияға 1375 йылда күсеүенә ҡарамаҫтан, был территория рәсми рәүештә Рәсәй ере сифатында йөрөй. Ике дәүләт араһындағы сик билдәләүсе Ореховец килешеүе тағы ла ике йөҙ йыл дауам итә.

1590 йылда Oulunsaari утрауындағы нығытмалар янында замок төҙөлә, ул Төньяҡ Остроботнияның административ үҙәге була. 1595 йылдағы Тявзин килешеүе буйынса Оулу һәм Оулуярви күле Швецияға тапшырыла.

Ҡалаға нигеҙ һалыу

үҙгәртергә
 
Оулу хакимиәте бинаһы (1887) Финляндия почта карточкаһы, 1920 йыл.

8 апрелдә, 1605 йылда, швед короле Карл IX үҙ һарайы ҡаршыһында ауылға нигеҙ һалырға бойора, ә 1610 йылда уға ҡала статусын бирә. Был 1651 йылда Оулула 400-гә яҡын кеше йәшәй, 1682 йылда — 800 тирәһе . 1612 йылда беренсе мәктәп асыла.

Бөйөк Төньяҡ һуғышында (17141721 йылдарҙа) урыҫ ғәскәрҙәре Финляндияның күп өлөшөн оккупациялай. Оулу ҡалаһы рус һәм швед ғәскәрҙәре араһындағы нейтраль һыҙыҡта тора. Әммә Ништадт килещеүе буйынса 1721 йылда Финляндия кенәзлеге тағын Швецияға күсә. Һуғыш һөҙөмтәһендә Оулу халҡы яҡынса 400 кешегә тиклем кәмегән.

Һуғыштан һуң ҡала үҫеп китә, 1724 йылда Toppila яңы порты төҙөлә, һәм 1765 йылда Оулуға тышҡы сауҙа хоҡуғы бирелә, ҡала халҡы 1400 кешегә етә.

Рус-швед һуғышы йылдарында, 1808—1809 йылдарҙа, Остроботния ҡаты һуғышҡа дусар була, Оулу швед ғәскәрҙәренең терәк базаһына әйләнә. Фридрихсгам килешеүе буйынса 1809-сы йылда Финляндия территорияһының ҙур өлөшө, шул иҫәптән Остроботния, Рәсәйгә күсеп китә һәм Бөйөк Финляндия кенәзлегенә әүерелә.

Бөйөк Финляндия Кенәзлеге

үҙгәртергә

1822 йылда Оулу ҡалаһында ҙур янғын була, ундағы 395 йорттоң 330-ы янып юҡҡа сыҡҡан.

1854 йылда,Ҡырым һуғышы ваҡытында инглиз флотилияһыОулуға рейд яһағанда якорь ташлай. 5800 кеше йәшәгән халыҡ ҡаршылыҡ күрһәтмәй генә, инглиздарға бирелә. Аҙыҡ-түлек запасын тулыландырырғандан һуң инглиздәр ҡаланың бер нисә сауҙа караптарын яндырып китә.

Беренсе күпер Оулуйоки йылғаһы аша 1869 йылда төҙөлә, ҡалалағы 6870 кеше йылғаны кәмәһеҙ сығып йөрөй ала. 1886 йылда Хельсинки-Оулу тимер юлы асыла.

Бойондороҡһоҙ Финляндия

үҙгәртергә

Граждандар һуғышы 19171918 йылдарҙа Оулуға бик аҙ ҡағыла.

1919 йылда ҡалала 15 200-гә яҡын кеше йәшәй, Оулуҙа ҡала советтарына һайлауҙар үтә, унда 36 һайланыусы кешенең 5-е ҡатын-ҡыҙ була.

Совет-фин һуғышында, 1939—1940 йылдарҙа, ике тапҡыр Оулуҙы, 1940 йылдың 1 һәм 21 ғинуарҙа совет авиацияһы бомбаға тота, 25 мең кеше йәшәгән халыҡтың 5 кешеһе үлә.

Икенсе донъя һуғышы ваҡытында Оулу ҡалаһында немец һәм фин ғәскәрҙәре штабы урынлаша, немец гарнизондары 4000 кеше иҫәпләнә. Ҡала һыҙатында ике концлагерь була (немец һәм фин), унда әсир ҡыҙылармеецтар тотола. Әсирҙәр Мерикоски ГЭС-ын төҙөүҙә эшләй. Февралдә ҡала бомбаға тотола һм ныҡ емерелә (1944 йыл). 19 сентябрҙә, 1944 йылда, СССР һәм Финляндия араһындағы солох буйынса финдар немец ғәскәрҙәрен илдән ҡыҫырыҡлап сығарыу бурысын үтәй, немец гарнизоны ҡаланы тыныс ҡына ташлап китә. Артабан төньяҡта немец һәм фин ғәскәрҙәре араһында хәрби хәрәкәттәр башлана, немецтар бөтө фин Лапландияһын юҡ итә, шул иҫәптән уның баш ҡалаһы Рованиемиҙы.

Һуғыштан һуң ҡала бик тиҙ үҫешә. 1958 йылда унда университет. асыла. 1973 йылда ҡалала Nokia компанияһының беренсе филиалы асыла, ә 1980 йылдар башында ҡала советы Оулу ҡалаһын яңы юғары технологиялар үҙгенә әйләндереү тураһында ҡарар ҡабул итә һәм артабан ике тиҫтә йыл ярайһы уңышлы бара.

Ҡала субарктик климат зонаһында урынлашҡан, бында ҡарлы һыуыҡ ҡыш һәм ҡыҫҡа йылы йәй тора. Йыллыҡ уртаса температура-2.7 ОС(36.9 °F). Уртаса йыллыҡ яуым — төшөм күләме — 508 мм; башлыса яуым-йәй һәм көҙҙөң һуңғы айҙарында була.

Климат Оул
Күрһәткестәре Дек. Ғин. Март Апра. Май Июнь Июль Авг. Сена. Окт. Нояб. Февр. Йыл
Һауа температураһы, °C -7,4 -6,8 -1,7 4,5 12,2 17,9 20,4 17,8 11,9 5,5 -0,6 -4,9 5,7
Уртаса температура, °C -11,1 -10,4 -5,8 0,5 7,5 13,5 16,0 13,7 8,4 3,0 -3,1 -8,2 2,0
Уртаса минимум, °C -15,4 -14,7 -10,1 -3,4 2,8 8,8 11,4 9,5 4,9 0,3 -5,9 -12,1 -2
Яуым-төшөм нормаһы, мм 26 21 23 19 30 43 57 65 48 42 31 28 433
Сығанағы: World Climate 2018 йыл 15 ғинуар архивланған.
 
Халыҡ һаны динамикаһы Оулуҙа. 1880-2010 йылдарҙа[21]

Оулу ҡалаһында 2009 йылдың 31 декабрендә 139 151 кеше йәшәгән, шуларҙың 48,9 %-ир-ат ҡатын-ҡыҙҙар -51,1 %.

 
Велосипед юлдары.
 
Ташландыҡ тимер юл күпере. Toppila районында.

1958 йылда Оулу университетына нигеҙ һалына[22] унда 6 факультет бар: биотехнология, мәғлүмәт технологиялары, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау мәсьәләләре һәм төньяҡ төбәге. Ғилми хеҙмәткәрҙәр һәм уҡытыусылар −3096, студенттар һәм уҡыусылар — 15 829, 236 профессор (2003 йыл).

Иҫтәлекле урын

үҙгәртергә

Туғанлашҡан ҡалалары

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. https://www.kuntaliitto.fi/kunnat/oulu
  2. http://www.stat.fi/meta/luokitukset/kunta/001-2012/luokitusavain_ks.html
  3. Kuntien ja kielisuhdeluokituksen 2024 välinen luokitusavain, Klassificeringsnyckeln mellan kommuner och språklig indelning år 2024, The correspondence table between municipalities and language distribution in 2024Статистический центр, 2024.
  4. archINFORM (нем.) — 1994.
  5. Kuntien ja seutukuntien vuoden 2024 välinen luokitusavainСтатистический центр.
  6. http://www.ouka.fi/oulu/paatoksenteko-ja-hallinto/kaupunginjohtajisto
  7. (unspecified title)
  8. Finland's preliminary population figure was 5,608,218 at the end of February 2024Статистический центр.
  9. https://it-ch.topographic-map.com/map-8wpn14/Oulu/?zoom=19&center=65.01393%2C25.47201&popup=65.014%2C25.47196
  10. Ystävyyskaupungit (фин.)
  11. 11,00 11,01 11,02 11,03 11,04 11,05 11,06 11,07 11,08 11,09 Ystävyyskaupungit
  12. https://omr.gov.ua/ua/international/goroda-pobratimi/oulu-finlyandiya/
  13. https://www.ouka.fi/oulu/kansainvalisyys/partneri-ja-kummikaupungit
  14. http://www.bolsadenoticias.com.ni/2015/Mayo/13/masbreves.html
  15. 15,0 15,1 15,2 15,3 15,4 15,5 15,6 https://www.stat.fi/org/avoindata/paikkatietoaineistot/kuntapohjaiset_tilastointialueet.html
  16. 16,0 16,1 16,2 16,3 16,4 Kaupunkien ja kuntien lukumäärät ja väestötiedotAssociation of Finnish Municipalities.
  17. 17,0 17,1 17,2 https://pxdata.stat.fi/PxWeb/pxweb/en/StatFin/StatFin__vaerak/statfin_vaerak_pxt_11ra.px/
  18. https://apps.db.ripe.net/search/lookup.html?source=ripe&key=2a00:1d50:3::/48&type=inet6num
  19. Suomen pinta-ala kunnitain 1.1.2023 (фин.)MML.
  20. 20,0 20,1 (unspecified title)
  21. Oulu 1960-2000 15.6.2007. Oulun kaupunki. 21.11.2010 Viitattu
  22. Оул Университеты
  23. Необходимо задать параметр url= в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. [ ].

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Фотоһүрәттәр

үҙгәртергә

Web-камералар

үҙгәртергә

Төрлөһөнән

үҙгәртергә