Фаттах
Фаттах — башҡорт ир-ат исеме.
Фаттах |
Этимологияһы
үҙгәртергәФаттах (Фәттәх, Фәтхетдин) исеме төрки телле халыҡтарға ислам дине менән бергә ғәрәп теле аша ингән, еңеүсе тигән мәғәнәгә эйә. Башҡорт халҡында Фәттәхетдин, Фәтхетдин тигән формалары йыш осрай[1].
Билдәле кешеләр
үҙгәртергәШәмғолов Фәттәх Ғәфүрйән улы (4 август 1921 йыл — 18 апрель 1945 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, уҡсылар полкы командиры урынбаҫары, майор. Советтар Союзы Геройы (1946, үлгәндән һуң).
Салауатов Фәттәх Хәсән улы (рус. Салаватов Фаттах Хасанович 1903 йыл ― 23 май 1992 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы. I (1987) һәм II (1968) дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры.
Нурихан Фәттах (Нурихан Садрыйман улы Фәттахов; татар. Нурихан Садрыйман улы Фәттахов; 25 октябрь 1928 йыл — 18 февраль 2004 йыл) — Татарстандың халыҡ яҙыусыһы (1998). 1965 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1978), Татарстандың Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1994).
Фамилияла
үҙгәртергәФәттәхов Ҡасим Камал улы (21 ғинуар 1921 йыл — 5 май 1981 йыл) — ауыл хужалығы эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында һәм 1945 йылғы совет-япон һуғышында ҡатнашҡан. 1967—1981 йылдарҙа Краснокама районы «Красный Октябрь» колхозы рәйесе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хухалығы хеҙмәткәре. Ленин (1976), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971, 1981), «Почёт Билдәһе» (1973) һәм III дәрәжә Дан (1945) ордендары кавалеры.
Атаһының исеме
үҙгәртергәИлембәтов Азамат Фәттәх улы (26 сентябрь 1972 йыл) — ғалим-инженер, хөкүмәт һәм хужалыҡ эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының 7-се премьер-министры (2011—2012).
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |