Өмбәт
Өмбәт (рус. Умбетово) — Башҡортостандың Ейәнсура районындағы ауыл. Муйнаҡ ауыл Советына ҡарай. Почта индексы — 453390, ОКАТО коды — 80226822007.
Деревня | |
Өмбәт рус. Умбетово | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл советы | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Милли состав | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
453390 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Тарихы
үҙгәртергәМарат Түләбәаевтың «Үҫәргәндәр ере- Ейәнсура» китабында «Үҫәргәндең бишенсе быуыны Толобайҙан Тәүәкәй-Бикбау тыуған, тиелә. Өмбәт, Яҡшыбай, Бикжан, Әлмөхәмәт, Йәрмөхәмәт шунан таралған. Бынан биш йөҙ йылдар элек үҫәргән башҡорттарының бер өлөшө Һамар буйында йәшәгән. Уларға йыш ҡына үҙҙәренең аҫаба ерҙәрен Ҡазан ханлығынан ҡурсалап торорға тура килгән, һамар башҡорттары яуҙарҙы берҙәм ҡайтарған. Ҡор башында үҫәргән батыры Өмбәт торған. Өмбәт батыр, олоғая төшкәс, үҙ иленә ҡайтып йәшәмәк була. Уны ололап оҙаталар. Үҫәргәндәр Өмбәтте бик хөрмәтләп ҡаршы ала. Уға Өҫкәлек буйынан ауҡан ерҙәрҙе бирәләр. Өмбәт ир ҡорона ингән бер нисә улы менән шунда төйәкләнә. Был тирәгә ҡаҙаҡтар, ҡалмыҡтар йыш ҡына сапҡын яһап торған. Өмбәт, олоғайыуына ҡарамаҫтан, өйҙә тыныс ҡына ята алмай. Үҙенең улдарын башлыҡ итеп тәғәйенләп, ғәскәр йыя. Ҡаҙаҡтарҙың һәм ҡалмыҡтарҙың килер юлына шәйләктәр билдәләй. Хәҙерге Муйнаҡ ауылы эргәһендәге Тишектауҙың башына ҡарауыл итеп үҙенең улы Муйнаҡты ҡуя. Ҡарауыл, дошман килеүен шәйләү менән, усаҡ яғып хәүеф тураһында хәбәр итә торған булған. Бер ваҡыт ҡалмыҡтар бик күп ғәскәре менән Өмбәт ҡарт йәшәгән Ҡаратау йәйләүенә үк килеп етә. Үҫәргәндәр был яуҙы ҙур ҡыйынлыҡ менән ҡайтара. Бала-саға, бисә-сәсә дошмандан урман, тау араларына ҡасып ҡотола торған булған. Хәҙерге Өмбәт ауылы эргәһендәге Ауылҡасҡан урманының атамаһы ана шул замандарҙан тороп ҡалған. Өмбәт ҡарт, байтаҡ йәшәп, вафат була. Уны хәҙерге Өмбәт ауылының зыяратына ерләйҙәр»[2].
Шәжәрә буйынса ла, ауыл тәүге төпләнеүсе Өмбәт батыр исеме менән аталған. Шулай уҡ Имбәт, Өрмәт, Өмөтбай булараҡ теркәлгән. 1795 йылда 21 йортта 172 кеше йәшәгән, 1866 йылда 55 йортта 363 кеше иҫәпләнгән. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған[3]
Халыҡ һаны
үҙгәртергәХалҡы: 1900 йылда– 480 кеше, 1920 йылда – 543, 1939 йылда – 413; 1959 йылда – 360, 1989 йылда 494 кеше иҫәпләнгән[3].
Халыҡ иҫәбе | ||
---|---|---|
2002[4] | 2009[4] | 2010[1] |
516 | ↗542 | ↘413 |
- Милли составы
2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт - башҡорттар (100 %)[5].
Ревизия материалдарында
үҙгәртергә1816 йылда[6] Өмбәт ауылында ла рәүиз (ревизия) үткәрелә һәм уның материалдары Башҡортостандың Милли архивында һаҡлана.
Географик урыны
үҙгәртергәӨмбәт ауылы Өҫкәлек йылғаһы (Һаҡмар йылғаһы бассейны) буйында урынлашҡан.
- Район үҙәгенә тиклем (Иҫәнғол): 35 км
- Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Үрге Муйнак): 7 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Һарыҡташ): 71 км
Билдәле шәхестәр
үҙгәртергә- Бакиров (Әбүбакиров) Ҡадир Һаҙый улы (9.01.1905—3.10,1970) — режиссёр, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған сəнғəт эшмəкəре (1935). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1965), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) ордендары кавалеры.
- Ғафаров Булат Баҡый улы (27.08.1938—26.01.2003) — башҡорт педагог-методисы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Педагогия фәндәре кандидаты (1978), профессор (1995). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1996), БАССР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1984), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1979), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1998).
- Ҡотошов Рәйес Рәхимйән улы (7.08.1948) — ғалим-тарихсы, 1975—1994 йылдарҙа Өфө фәнни үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми хеҙмәткәре, 1998—2003 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең ЗАГС идаралығы етәксеһе урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2017).
- Муйнаҡ Сөләймәнов — 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашҡан Үҫәргән улусы старшинаһы. Пугачёв полковнигы.
Урамдар
үҙгәртергәТирә-яҡ мөхит
үҙгәртергә- Ер-һыу атамалары
Йылға-күлдәр
- Ҙур Ерекле йылғаһы
- Ҡоруй йылғаһы
- Әзәт йылғаһы
- Дөрдөр йылғаһы
- Ҙур Ҡасауара йылғаһы
- Ҙур Мунсағәле йылғаһы
Тауҙар
- Ҡаратау тауы
- Казарма һырты
Башҡа урындар
- Ауылҡасҡан урманы
- Ҡаратау йәйләүе[8]
Видеояҙмаларҙа
үҙгәртергәБашҡорт халыҡ ижады информаторҙары
үҙгәртергә- Башҡорт халыҡ ижадының II томына ингән "Өмбәт батыр" риүәйәте 1967 йылда Ейәнсура районыны Өмбәт ауылы Бикбулатов Ғибәдулла һибәтулла улынан (82 йәшлек, Үҫәргән ырыуы башҡорто) М. Сәғитов яҙып алған.
- "Шәкирә һаҙаҡ атҡан йәйләүе" 1966 йылда Ейәнсура районыны Өмбәт ауылы Хәмҙиә Абдуллинанан (1906 йылғы) Ш. Баязитова яҙып алған[9].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Түләбаев М. С. Үҫәргәндәр ере — Ейәнсура.— Өфө, 2000. — 240 бит. ISBN 5-85051-175-Х.
- ↑ 3,0 3,1 Өмбәт
- ↑ 4,0 4,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
- ↑ ревизия материалдары(недоступная ссылка)
- ↑ Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 25 по Республике Башкортостан
- ↑ Башҡортостан Республикаһының топонимдар һүҙлеге
- ↑ Баҡорт халыҡ ижады. ΙΙ том.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- ревизия материалдары(недоступная ссылка)
- Өмбәт // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 3 ғинуар 2019)
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |