Муйнаҡ Сөләймәнов
Муйнаҡ Сөләймәнов — 1773—1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыусы, Пугачев полковнигы[1].
Муйнаҡ Сөләймәнов | |
Тыуған көнө |
билдәһеҙ |
---|---|
Тыуған урыны |
Нуғай даруғаһы, Үҫәргән улусы, Өмбәт ауылы |
Вафат булған көнө |
билдәһеҙ |
Вафат булған урыны |
билдәһеҙ |
Муйнаҡ Сөләймәнов Нуғай даруғаһының Үҫәргән улусы (хәҙер Башҡортостандың Ейәнсура районы) Өмбәт ауылы башҡорто. Үҫәргән улусының старшинаһы була. 1761 йылда йөҙ башы булып хеҙмәт иткәне билдәле[2].
1774 йылдың апрелендә Пугачёвты тотоу өсөн ебәрелгән подполковник И. Л. Тимашевтың Ырымбур казактарынан һәм Ҡарғалы татарҙарынан торған командаһын тар-мар итә, алыш Оло Ыҡ (Һаҡмар йылғаһының ҡушылдығы) йылғаһы буйында бара. Июнь айында Кинйәбулат Әликашев менән Йылайыр ҡәлғәһен ҡыйрата һәм талай.
Октябрҙә ғәйебен танып, Тимашевҡа килә. Ҡазан йәшерен комиссияһында тикшереү аҫтында була. 1775 йылдың ғинуарында Ҡаҙан губернаторы П. С. Мещерский бойороғо буйынса азат ителә[1].
Муйнаҡ ауылына нигеҙ һала. Башҡортостан Республикаһының Ейәнсура районындағы Урта, Үрге һәм Түбәнге Муйнаҡ ауылдары уның исеме менән аталған.
Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Военная история башкир. Энциклопедия. Уфа, «Башкирская энциклопедия», 2013. 254 бит
- ↑ Таймаҫов С. У. Муйнаҡ Сөләймәнов // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Таймаҫов С. У. Муйнаҡ Сөләймәнов // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Военная история башкир. Энциклопедия. Уфа, «Башкирская энциклопедия», 2013. 254 бит.