Бәкеров Ҡадир Ғади улы
Бакиров (Әбүбакиров) Ҡадир Һаҙый улы (9 ғинуар 1905 йыл — 3 октябрь 1970 йыл) — режиссёр, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған сəнғəт эшмəкəре (1935). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1965), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) ордендары кавалеры.
Бакиров (Әбүбакиров) Ҡадир Һаҙый улы | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны |
Ырымбур губернаһы Орск өйəҙе Өмбəт ауылы |
Вафат булған көнө | |
Вафат булған урыны |
Өфө ҡалаһы |
Эшмәкәрлеге |
режиссёр |
Наградалары һәм премиялары |
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, Хеҙмəт Ҡыҙыл Байраҡ ордены, БАССР‑ҙың атҡаҙанған сəнғəт эшмəкəре |
Бәкеров Ҡадир Ғади улы Викимилектә | |
Биографияһы
үҙгәртергәҠадир Һаҙый улы Бакиров (Әбүбакиров) 1905 йылдың 9 ғинуарында Ырымбур губернаһының Орск өйəҙе[1] Өмбәт ауылында тыуған.
Ленинград театр техникумын тамамлаған (1930). 1928—1930 йылдарҙа Ленинград Көнсығыш халыҡтары мəғариф йорто эргəһендəге Татар театр оҫтаханаһы режиссёры. 1931—34 йылдарҙа — Башҡорт сəнғəт техникумында, 1936 йылдан алып — Мəскəү консерваторияһы эргəһендəге Башҡорт студияһында, 1939—1941 йылдарҙа Дәүләт театр сәнғәте институтында уҡыта; 1933—1934 йылдарҙа һəм 1943—1950 йылдарҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында, 1934—1936 йылдарҙа һəм 1951—1959 йылдарҙа Баймаҡ колхоз-совхоз театры (ҡара: Сибай драма театры), 1938—1941 йылдарҙа Өфөлә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында режиссёр һəм баш режиссёр, 1960—1968 йылдарҙа Башҡорт филармонияһының эстрада режиссёры.
Ижади эшмәкәрлеге
үҙгәртергәӨфөлə Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһында хеҙмəт иткəн ваҡытта (1921—1927) Бәкеров Башҡорт драма театрында Е. П. Карповтың «Эшселəр биҫтəһе» («Рабочая слободка»), Н. П. Анненкова-Бернарҙың «Шəфҡəт туташы» («Сестра милосердия»), Һ. Таҡташтың «Күмелгəн ҡорал» («Зарытое оружие») пьесалары буйынса ҡуйылған спектаклдəрҙə режиссёр ассистенты була. Һуңынан был спектаклдəрҙе Ленинградта театр оҫтаханаларында яңынан тергеҙə. Башҡорт академия драма театрында Д. Юлтыйҙың «Ҡарағол», С. М. Мифтаховтың «Һаҡмар», Б. Бикбайҙың «Ҡаһым түрə, йəки 1812 йыл», М. Хəйҙең «Ирəндек буйҙарында» спектаклдəрен ҡуя. 1935 йылда А. М. Таһировтың «Алатау» спектакле Бөтə Рəсəй колхоз‑совхоз театрҙары смотрында 1‑се дəрəжə дипломға лайыҡ була. Бәкеров Ҡадир Ғади улы ҡуйған А. Н. Островскийҙың «Бирнəһеҙ ҡыҙ», М. Горькийҙың «Егор Булычов һəм башҡалар», Б. Бикбайҙың «Ҡарлуғас» һәм башҡа бик күп спектаклдəр киң билдəлелек яулай. Ҡадир Ғади улы — Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының тəүге режиссёры, бында ул «Тирмəнсе ҡыҙы», Д. Чимарозаның «Йəшерен никах» («Тайный брак»), Е. Г. Брусиловскийҙың «Ер‑Тарғын», Н. К. Чемберджиҙың «Ҡарлуғас» операларын ҡуя. Хеҙмəт Ҡыҙыл Байраҡ (1965), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) ордендары менән бүлəклəнгəн.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- БАССР‑ҙың атҡаҙанған сəнғəт эшмəкəре (1935)
- Хеҙмəт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1965)
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1944)