Төркиә бойондороҡһоҙлоғо өсөн һуғыш

Төркиә бойондороҡһоҙлоғо өсөн һуғыш (совет тарихнамәһендә төрөк халҡының милли-азатлыҡ һуғышы, Төрөк йәки Кәмалсылар[1] революцияһы; тур. Kurtuluş Savaşı йәки Istiklâl Harbi) (1919 йылдың 19 майы — 1923 йылдың 29 октябры) — Төркиәнең милли-патриотик көстәренең Мостафа Кәмал етәкселегендә сит ил хәрби интервенцияһына ҡаршы оккупанттарҙы ҡыуып сығарыу һәм республика ҡоролошон урынлаштырыу менән тамамланған ҡораллы көрәше. Грек армияһының Смирна ҡалаһын (Измир) оккупациялауы (1919 йылдың майы) — һуғыш башланған мәл, Лозанна тыныслыҡ килешеүе (1923й) — уның тамамланыуы .

Төркиә бойондороҡһоҙлоғо өсөн һуғыш
Рәсем
Дәүләт  Төркиә
Урын Кесе Азия һәм Фракия
Ваҡиға ваҡыты 11 октябрь 1922
Башланыу датаһы 19 май 1919
Тамамланыу датаһы 24 июль 1923
Ҡатнашыусылар Греция короллеге[d], Правительство Великого национального собрания[d], Kuva-yi Milliye[d], Өсөнсө француз республикаһы[d], Беренсе Әрмәнстан Республикаһы[d], Ғосман империяһы, Kuva-yi Inzibatiye[d], Бөйөк Британияның һәм Ирландияның берләшкән короллеге[d], Италия короллеге[d], Грузия Демократик Республикаһы[d], Төрөк милли хәрәкәте һәм Америка Ҡушма Штаттары
Коллаж
 Төркиә бойондороҡһоҙлоғо өсөн һуғыш Викимилектә
Төркиә бойондороҡһоҙлоғо өсөн һуғыш
 Төркиә бойондороҡһоҙлоғо өсөн һуғыш Викимилектә

Низағтың башы, 1918 йыл, октябрь — 1919 йыл, май[2]

үҙгәртергә

1914 — 1918 йылғы Беренсе донъя һуғышында Ғосман империяһы Германия яғында ҡатнаша, һәм был һуғыш империяның юҡҡа сығыуына килтерә. 1918 йылдың 30 октябрендә бер яҡтан Ғосман империяһы, икенсе яҡтан Антанта илдәре вәкилдәре тарафынан Ғосман империяһы еңелеүе менән тамамланған Мудрос ваҡытлы килешеүе төҙөлә.

Ваҡытлы килешеү шарттарын ҡабул итеү ғәмәлдә Ғосман империяһының үҙаллылығын тулыһынса юғалтыуын һәм уның еңгән дәүләтттәр мәнфәғәтендә тулыһынса бүлгеләнеүен аңлата. Ваҡытлыса килешеүгә ҡул ҡуйылғандан һуң Антанта илдәре (Франция, Бөйөк Британия, Италия) элекке Ғосман империяһының мөһим хәрби-стратегик райондарын оккупациялауға тотона һәм ғәмәлдә уны бүлгеләй башлай. Ғосман империяһы Кесе Азия (Киликиянан башҡаһын) һәм Истанбул районындағы ҙур булмаған Европа биләмәһенән тыш бөтә биләмәләренә контроллек итеүҙе юғалта.

13 ноябрҙә үк Бөйөк Британия, Франция, Италия, ә бер ни тиклем ваҡыт үткәс, АҠШ илдәренең союздаш ғәскәре Алтын Мөгөҙ бухтаһына инә, Истанбулға десант төшөрә һәм төрөктәрҙең Ҡара диңгеҙ боғаҙындағы нығытылған райондарын баҫып ала, шулай уҡ төрөктәрҙең Урта һәм Ҡара диңгеҙҙәрҙәге порттарына инә. Месопотамияла, ғәскәренә бәйләнеш хәүефһеҙлеген тәьмин итеү кәрәклегенә һылтанып, инглиз ғәскәрҙәре 3 ноябрҙә нефть районы Мосулды үҙ контроле аҫтына ала. Инглиз ғәскәрҙәре Урта диңгеҙҙә үтә мөһим порт — Александретты (Искендерун) биләй, Антеп, Мараш, Урфа, Эскишехир, Афьонкараһисар, Кютахьяны оккупациялай, шулай уҡ Анатолия — Бағдад тимер юлын һәм Ҡара диңгеҙ порттарына контроллек итә. 1919 йылдың март айында инглиз десант отряды Самсун менән Трабзонға төшөрөлә. Мерзифон һәм Анкараға[3] махсус хәрби подразделениелар ебәрелә.

Француздар Мерсин, Адан өлкәһен, күмер районы Зонгулдакты оккупациялай, ә 1919 йылдың көҙөндә Антеп, Мараш һәм Урфала инглиздәрҙе алмаштыра. Шул уҡ осорҙа Италия Анталья һәм, Кушадасҡа үҙенең десант ғәскәрҙәрен төшөрә, ә һуңынан Конья, Испарта, Бодрум, Мармаристы[3] оккупациялай.

1919 йыл башына Анатолияла һәм Фракияла союздаштарҙың оккупация ғәскәрҙәре 107 мең кешегә етә.

Һуғыштың башы

үҙгәртергә

1919 йылдың 15 майында Мудрос ваҡытлы килешеүенең 7-се статьяһына ярашлы грек ғәскәрҙәре Кесе Азияның көнбайыш яр буйындағы Смирна (Измир) ҡалаһына инә, ә был ҡала халҡының яртыһынан күберәген гректар тәшкил итә, шуға ла улар грек армияһын азат итеүселәр булараҡ ҡаршылай. Смирна ҡалаһын үҙҙәренең оккупация зонаһына индереү һәм Англия менән Францияға бындай мөмкинлектө ҡалдырмау маҡсатында, Италия ошо аҙымды яһарға мәжбүр була. Грек ғәскәрҙәре ҡаланы һәм уның янындағы биләмәләрҙе оккупациялай.

май 1919 й. — март 1920 й

үҙгәртергә

19 майҙа итальяндарҙың ҡотҡоһо арҡаһында 71 төрөк һәм бер нисә грек һалдаты һәләк була. Оккупанттарҙың законһыҙ эш итеүе арҡаһында партизан отрядтары хәрәкәте барлыҡҡа килә һәм уларҙың һаны тиҙ арала арта бара. Бөтә ил буйынса «хоҡуҡтарҙы яҡлау йәмғиәттәре» барлыҡҡа килә, уларҙың етәкселегендә төп ролде офицерҙар һәм интеллигенция вәкилдәре уйнай.

Интервенттарға ниндәй ҙә булһа етди ҡаршылыҡ күрһәтеү мөмкинлеге тик 1919 йылдың июненән һуң ғына, Ғосман армияһы генералы Мостафа Кәмал 1919 йылдың майында Истанбулдан Көнсығыш Анатолияға күсеп килгәс кенә барлыҡҡа килә. Кәмал тарҡау төрөк милли ойошмаларын — «хоҡуҡтарҙы яҡлау йәмғиәтен», төрөктәрҙең бында һаҡланып ҡалған элекке Кавказ фронтының регуляр ғәскәре ҡалдыҡтарын һәм регуляр булмаған ҡораллы формированиеларҙы «милли көстәргә» берләштерә һәм Ғосман империяһы суверенитетын һәм бөтөнлөгөн яҡлауҙы төп маҡсаты итеп ҡуйған Милли хәрәкәтте етәкләй башлай. Уның туранан-тура ҡатнашлығы менән 3 июль — 6 августа Эрзерумда «көнсығыш вилайәттәре хоҡуҡтарын яҡлау йәмғиәтенең» конгресы булып үтә. 4-11 сентябрҙә Сиваста (Себастия) «Анатолия һәм Румелия хоҡуҡтарын яҡлау йәмғиәте» конгресы үткәрелә. Сивас конгресында берләштерелгән бөтә төрөк Анатолия һәм Румелия хоҡуҡтарын яҡлау йәмғиәте — ғәмәлдә яңы Төркиәнең беренсе ваҡытлы хөкүмәте булған Вәкәләтле комитет (рәйесе Мостафа Кәмал) булдырыла. Эрзерум һәм Сивас конгрестары элекке империяның биләмәләрендә әрмән, грек һәм ғәрәп дәүләттәрен төҙөү идеяһын кире ҡаға һәм дәүләттең бөтөнлөгөн һаҡлап ҡалыу кәрәклеге тураһында белдерә.

Ә был ваҡытта әүҙем хәрби хәрәкәттәр һөҙөмтәһендә гректар, Ушак, Бандырма һәм Бурса ҡалаларын баҫып алып, июнь-июль айҙарында Кесе Азияла плацдармдарын күпкә киңәйтә. 25 июлдә гректар Адрианополде (Әдирнә) баҫып ала. 1919 йылдың көҙөндә грек ғәскәрҙәре көньяҡта Меандр йылғаһы, көнсығышта Әхмәтли һәм Ванчико араһындағы ерҙәрҙе контролдә тота. Шул уҡ ваҡытта гректар ҡитғаның эсенә үтеп инмәй, сөнки бының өсөн союздаштарынан санкциялар бирелмәгән була.

Төркиә менән Антанта араһында тыныслыҡ килешеүе тураһында һөйләшеүҙәр барған осорҙа, Төркиәнең бер-береһенә ҡаршы көрәшкән сәйәси көстәре араһында үҙ-ара килешеү булдырырға теләгән инглиздәрҙең йоғонтоһо аҫтында солтан хакимиәте кәмалсылар менән яңы парламент һайлауҙарын үткәреү тураһында килешеү төҙөй. 1919 йылдың декабрендә Вәкәләтле комитет кәмалсылар хәрәкәтенең үҙәгенә әүерелгән Ангораға (хәҙер Анкара) күсенә. Кесе Азияның үҙәгендә хәрәкәт иткән ҡораллы крәҫтиән отрядтары («Милләт көсө») хәрәкәттең төп көсө була.

Әммә һайлау һөҙөмтәләре солтан өсөн дә, Англияның оккупацион властары өсөн көтөлмәгән була: депутаттарҙың күпселеге кәмалсылар яҡлы булып сыға. Яңы һайланған депутаттар палатаһы инглиздәрҙең баҫымы аҫтында 1920 йылдың 28 ғинуарында Анкарала түгел, ә Истанбулда йыйыла һәм, Сивас съезының ҡарарҙарына таянып, Төрөк Милли пакты, йәки Милли нәҙер булараҡ билдәле булған «Төркиәнең бойондороҡһоҙлоғо декларацияһын» ҡабул итә. Милли нәҙерҙең 6-сы статьяһында Төрөк дәүләтенең суверенитеты Ҡара диңгеҙ боғаҙҙары зонаһына ла ҡағылыуы тураһында айырып әйтеп үтелә. Территория мәсьәләләре Милли нәҙерҙә түбәндәгесә хәл ителә: ғәрәп ерҙәре тураһындағы мәсьәлә уларҙың халҡының ҡарауына сығарыла, ә төрөк милләте вәкилдәре йәшәгән ерҙәр һис шикһеҙ Төркиә составында ҡалырға тейеш. Төрөк милләте йәшәгән ерҙәр тип хәҙерге Төрөк Республикаһы территорияһы күҙҙә тотола. Юғарыла атап үтелгән документ тик Көнбайыш Фракия һәм Карс, Ардаган һәм Батум райондарына ғына ҡағылмай, сөнки уларҙа был территоррияларҙың ҡайһы дәүләткә ҡараясағын үткәреләсәк референдум билдәләйәсәк.

Милли нәҙер ҡабул ителеүгә яуап итеп, Антанта державалары 16 мартта Константинополде һәм Ҡара диңгеҙ боғаҙҙары зонаһын оккупациялай, 1920 йылдың уртаһынан Төрөк Республикаһына ҡаршы хәрби хәрәкәттәр башлана. Грек армияһы Антантаның Төркиәгә ҡаршы һуғышында төп удар көс була. Бөйөк Британия, Франция һәм АҠШ үҙ ғәскәрҙәрен Ҡара диңгеҙ боғаҙҙары зонаһында ғына ҡулланыуҙы планлаштыра, Грецияға Төркиәгә ҡаршы һуғышта әллә ни ярҙам күрһәтергә лә йыйынмай[4].

Һуғыштың хәл иткес этабы

үҙгәртергә
 
Төньяҡ тыныслыҡ килешеүе (1920) буйынса Төркиәне бүлгесләү

Төркиә Бөйөк милли йыйылышын саҡырыу

үҙгәртергә

1920 йылдың 23 апрелендә Ангорала Вәкәләтле комитет тарафынан саҡырылған Төркиәнең Бөйөк милли йыйылышының (ВНСТ) беренсе ултырышы асыла. Яңы төрөк парламентының бер өлөшөн (мәжлес) оттоман (ғосман) парламентының Анатолияға ҡасҡан депутаттары (105 кеше), икенсе өлөшөн яңы һайланған депутаттар (233 кеше) тәшкил итә. Шул мәлдән алып Төркиәлә ике власть эшләй — ВНСТ (кәмалсылар хөкүмәте) һәм Төркиәнең оккупацияланған баш ҡалаһында урынлашҡан халыҡ-ара танылыу алған хөкүмәт — солтан Мәхмәт VI Вахидеддин хакимиәте. Солтан хөкүмәтенең кәмалсыларҙың хәрәкәтен үҙ көсө менән туҡтатырға тырышыуы уңышһыҙлыҡҡа тарый (Анатолияла фетна ойоштороп, халифат тип аталған көстәрҙе ебәреп ҡараһа ла)

ВНСТ 7 июндә 1920 йылдың 16 мартынан, йәғни Истанбулды оккупациялау көнөнән һуң төҙөлгән бөтә договорҙарҙы, конвенциялар, килешеүҙәр, акттар һәм рәсми ҡарарҙар, шулай уҡ ВНСТ хуплауынан тыш солтан хөкүмәте рудниктарҙы һатыу йәки файҙаланыу буйынса төҙөгән консессион килешеүҙәрҙе ғәмәлдән сығарыусы закон ҡабул итә. ВНСТ, солтан хөкүмәте «башҡа диндәгеләр» (неверные) контроле аҫтында, шуға күрә Төркиәнең эштәренә сит ил кешеләренең ҡыҫылыуына ҡаршы тороу — һәр мосолмандың бурысы.

Совет Рәсәйе менән бәйләнеш урынлаштырыу

үҙгәртергә

Яңы регуляр армиянан һәм сит ил ярҙамынан тыш Төркиәнең бойондороҡһоҙлоғон һаҡлап ҡалыуҙың мөмкин түгеллеген Мостафа Кәмал бик яҡшы аңлай. Ул, дөйөм антиимпериалистик фронт булдырыуға иҫәп тотоп, Совет Рәсәйен һайлай. Мәскәү менән диалог урынлаштырыу кәмалсыларҙың төп тышҡы сәйәси бурысына әйләнә. Дөйөм хәрби стратегия булдырыу һәм большевиктарҙың хәрби ярҙамы төрөктәргә грек интервенцияһын еңергә булышлыҡ итер ине. Шул уҡ ваҡытта, кемалсылар фекеренсә, Төркиә менән хеҙмәттәшлек Совет Рәсәйенә Кавказ аръяғында совет власын тиҙерәк һәм һөҙөмтәлерәк урынлаштырыу мөмкинлеген бирер һәм Ҡара диңгеҙ буйында хәүефтән дә ҡотҡарыр ине[5].

ВНСТ президиумы рәйесе Мостафа Кәмалдың РСФСР-ҙың Хәрби Комиссарҙар Советы рәйесе В. И. Ленинға Төркиә менән дипломатик мөнәсәбәттәр урынлаштырыу тәҡдиме һәм Төркиәгә милли бойондороҡһоҙлоҡ өсөн көрәштә ярҙам күрһәтеү тураһындағы мөрәжәғәте яңы хөкүмәттең беренсе тышҡы сәйәси акты була. Совет Рәсәйе һәм кәмалсылар араһында ҡаршылыҡ итеп дашнактар, грузин меньшевиктары һәм Ангшлия булдырған кавказ барьерын еңеүгә лә был стратегияның ҡағылышы бар. Дашнак Әрмәнстаны Төркиәгә йөктәрҙе үҙ биләмәһе аша үткәрергә ризалашмай, ә Ҡара диңгеҙҙән ташыуға Антанта илдәре караптары ҡамасаулай[5].

Кәмал, «Төркиә Совет Рәсәйе менән берлектә бөтә иҙелгән халыҡтарҙы азат итеү өсөн империалистик хөкүмәттәргә ҡаршы көрәшәсәк <…>»[6] тип белдерә. ВНСТ-ның тышҡы сәйәсәттең төп принциптары түбәндәгеләр, тип әйтелә мөрәжәғәттә: Төркиәнең бойондороҡһоҙлоғон иғлан итеү; төрөк дәүләте составына бер ниндәй бәхәсһеҙ төрөк территорияларын индереү;..[7]

Совет хөкүмәте кәмалсыларҙың мөрәжәғәтен хуплап ҡабул итә. Беренсенән, империализмға ҡаршы милли-азатлыҡ көрәше идеяһы большевистик идеологияға тап килә, икенсенән, был тағы ла мөһимерәк, Анатолияны инглиз йоғонтоһо зонаһына әүерелдереү совет дәүләте өсөн бик үк уңай түгел[5]. В. И. Ленин күрһәтмәһе буйынса, 3 июндә Сил ил эштәре комиссариаты наркоматы төрөк хөкүмәтенә хат ебәрә[7].

11 майҙа Төркиәнең Бөйөк милли йыйылышы хөкүмәте 19 июлдә ВНСТ-ның беренсе рәсми делегацияһын үҙенең сит ил эштәре халыҡ комиссары Бәкер Сәми етәкселегендә дуҫлыҡ һәм үҙ-ара ярҙам тураһында дөйөм килешеү әҙерләү өсөн РСФСР-ға, Мәскәүгә ебәрә. 24 июлдә Бәкер Сәми менән уның урынбаҫары Йософ Кәмал РСФСР-ҙың сит ил эштәре буйынса халыҡ комиссары В. Чичерин Л. һәм уның урынбаҫары М. Карахан менән осраша.

Әрмәнстан менән мөнәсәбәттәрҙең киҫкенләшеүе

үҙгәртергә

Июнь айында уҡ солтан хөкүмәтенең Төркиә һәм Әрмән Ресспубликаһы араһындағы сик мәсьәләнең хәл ителешен АҠШ президенты арбитражы Вудро Вильсондың ҡарамағына тапшырыуға ризалыҡ биреүе тураһындағы хәбәрҙе алғас, Төркиәнең Бөйөк милли йыйылышы 9 июндә көнсығыш вилайәттәрҙә мобилизация иғлан итә. Генерал-лейтенант Кәзым-Ҡарабәкир паша командалыҡ иткән Көнсығыш армияһы төньяҡ Иран территорияһы аша Начихиванға (Байлаҡан) йүнәлә.

Төркиәнең кәмалсылар хөкүмәте һәм Әрмәнстан ғәмәлдә 1920 йылдың июненән, ике яҡтың да регуляр ғәскәри частары ҡатнашҡан сик буйы бәрелештәре башланғас та ике арала һуғыш башлана. Совет Рәсәйе Төркиәнең Әрмәнстанға ҡаршы һуғышын хупламауын һәм низағлашҡан яҡтар араһындағы һөйләшеүҙәрҙә ҡатнашасағы тураһында белдереүе хәрби хәрәкәттәрҙең башланыуын бер ни тиклем ваҡытҡа туҡтатып тора[8]. Севр солох килешеүенә ҡул ҡуйыуға бер нисә аҙна ҡалғас, Әрмәнстан формаль рәүештә Төркиәнеке булмаған, ләкин мосолман ялан командирҙары (башлыса курдтар) һәм төрөк армияһы подразделениелары, Мудрос үҙ-ара килешеүе шарттарын боҙоп булһа ла, контролдә тотҡан Ольтин округына сик буйы ғәскәрҙәрен ебәрә. 19 июндә ғәскәрҙәре инә башлай, ә 22 июндә әрмәндәр округ территорияһының күпселек өлөшөн үҙ контроле аҫтына ала, Ольта һәм Пеняк ҡалаларын да индереп. Төрөк милләтселәре фекеренсә, әрмән ғәскәрҙәренең Төркиә биләмәләренә баҫып инеүҙәре тураһында һүҙ бара, шуға ла уларға ҡорал ҡулланып яуап бирергә тура килә[9].

Севр солох килешеүе

үҙгәртергә

Әрмән-төрөк һуғышы

үҙгәртергә

Көнбайыш фронты

үҙгәртергә

Көньяҡ фронт

үҙгәртергә

Һуғышты тамамлау

үҙгәртергә

Измирҙы азат иткәндән һуң бер ни тиклем ваҡыт үткәс, ваҡытлыса Муданий килешеүенә ҡул ҡуйыла һәм солтанат һәм бөтөрөлә.

Һуғыш йомғаҡтары

үҙгәртергә

Конференция барышында лозанна тыныслыҡ килешеүенә ҡул ҡуйылған 1922—1923 йылдарҙан һуңғы Лозанна тыныслыҡ килешеүе, 1923 йылдың 24 июлендә ҡул араһында бөйөк британия, франция, Италия, Румыния, Япония, Короле сербтар, хорваттар, словендар, бер яҡтан, һәм Ғосман империяһы — икенсе, ҡаралған, тип үҙен һаҡлау өсөн көнсығыш фракия төркиә, Измир (Смирна) һәм башҡа территорияларҙы, севр тыныслыҡ килешеүе буйынса 1920 йылда ул кураға айырыла, әммә дәғүәләр баш тартып Ғәрәбстаны, Мысыр, Судан, Триполитания, Киренаикала, Месопотамияға, Фәләстин, Трансиордания, Ливан, Сүриә һәм эгей диңгеҙе утрауҙарында.

1923 йылдың 29 октябрендә Төркиә республикаһы иғлан ителә, һәм, «Ататөрөк» (атаһы төрөктәр) исеме алған Мостафа Кәмал уның беренсе президенты була.

Шулай уҡ ҡара

үҙгәртергә
  • Икенсе барышында күпләп үлтереү исемлегенә грек-төрөк һуғышы

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
Комментарийҙар
Сығанаҡтар
  1. [ Кемалистская революция] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
  2. Танер Акчам. Позорный акт: Геноцид армян и вопрос турецкой ответственности = A Shameful Act:The Armenian Genocide and the Question of Turkish Responsibility. — Macmillan, 2007. — С. 138—139. — 500 с. — ISBN 1466832126, 9781466832121.

  3. 3,0 3,1 Новейшая история Турции. М.: Наука, 1968. С. 19-21
  4. Клинов А. С. ВОПРОСЫ СЕВЕРО-ВОСТОЧНОЙ ГРАНИЦЫ ТУРЦИИ // ГОЛОС МИНУВШЕГО. КУБАНСКИЙ ИСТОРИЧЕСКИЙ ЖУРНАЛ, № 1-2, 2010
  5. 5,0 5,1 5,2 М. Озтюрк. РАССМОТРЕНИЕ СОВЕТСКОЙ ПОМОЩИ АНКАРЕ В 1920—1922 ГГ. НА ОСНОВЕ ТУРЕЦКИХ ИСТОРИЧЕСКИХ ИСТОЧНИКОВ // Научные проблемы гуманитарных исследований. 2010. № 5. С. 69-76.
  6. Годовой отчёт НКИД к VIII съезду Советов РСФСР (1919—1920) // Док. внешней политики СССР. М., 1958. Т. II. 804 с.
  7. 7,0 7,1 Письмо Народного Комиссара Иностранных Дел РСФСР Председателю Великого Национального Собрания Турции Мустафе Кемаль-паше от 3 июня 1920 г. // Док. внешней политики СССР. М., 1958. Т. II. 804 с.
  8. ТУРЕЦКО-АРМЯНСКАЯ ВОЙНА 1920 Г. // Genocide.ru
  9. Andrew Andersen and Georg Egge. Turkish-Armenian War and the fall of the First Republic

Һылтанмалар

үҙгәртергә