Мәрсин

Төркиәләге ҡала

Мәрсин (төр. Mersin) —  Төркиәнең көньяҡ-көнсығыш яр буйында (Мәрсин ҡултығы) урынлашҡан ҡала, халҡы  яҡынса  850 000 кеше[2]. Мәрсин иленең (провинцияһының) административ үҙәге.  Ҡала яр буйҙарындағы пальмалы бульварҙары,  парктары, заманса отелдәре, сауҙа үҙәктәре һәм ирекле сауҙа зонаһы менән билдәле.   

Мәрсин
төр. Mersin
Логотип
Рәсем
Рәсми атамаһы Mersin
Рәсми тел Төрөк теле
Дәүләт  Төркиә
Административ үҙәге Мәрсин
Административ-территориаль берәмек Мәрсин
Сәғәт бүлкәте UTC+3:00[d]
Хөкүмәт башлығы вазифаһы mayor of Mersin[d]
Халыҡ һаны 1 040 507 кеше (31 декабрь 2022)[1]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 10 ± 1 метр
Туғандаш ҡала Латакия[d], Оберхаузен[d], Кусимото[d] һәм Уэст-Палм-Бич[d]
Майҙан 15 853 км²
Рәсми сайт mersin.bel.tr
Коллаж
Городское население 422 357, 537 842, 86 692, 112 982, 152 236, 216 308 һәм 314 350
Сельское население 125 478, 195 818, 57 256, 64 472, 74 319, 86 967 һәм 97 304
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 76 144
Бында төшөрөлгән фильмдар категорияһы Category:Films shot in Mersin[d]
Карта
 Мәрсин Викимилектә

Беҙҙең эраға тиклем 7 меңенсе йылдарҙа уҡ бында кешеләр төйәкләнә башлаған. Йүмүктепе (төр. Yümüktepe) ҡалҡыулығында  археологик ҡаҙыныуҙар үткәргәндә  инглиз археологы Джон Гарстанг  23  ҡатлам барлығын асыҡлай, иң төпкөлдәгеһе беҙҙең эраға тиклем 6300 йылдарға ҡарай.  Ҡала нығытмалары беҙҙең эраға тиклем  4500 йылда төҙөлгән, ләкин төп төҙөлөш  беҙҙең эраға тиклем 3200 һәм 1200 йылдар араһына тап килә.

Ҡаланы күп антик авторҙар телгә ала. Боронғо Греция осоронда ул Зефирион (бор. грек. Ζεφύριον) тип аталған. Боронғо грек географы Страбон баш ҡалаһы Тарсус (Ταρσός) булған  Киликия өлкәһен телгә ала, ә Мәрсин порты  Киликияның «төп ҡапҡаһы» була.   Константинополь сәскә атҡас, сауҙа шул яҡҡа күсә, Мәрсин иһә әһәмиәтен юғалта. Ҡаланың атамаһы латинлаша (Зефириум), һуңыраҡ ул император Адриан хөрмәтенә Адрианополис тигән атама ала. Урта быуаттарҙа ҡалала башлыса әрмәндәр йәшәй, һәм ул  Киликия Әрмәнстаны составына  инә. Әрмәндәр ҡаланы «Зепьюр» тип йөрөтә.

Йүмүктепелә табылған  ҡылыс[3] эргәһендә  Константин X Дука менән Евдокияның баҡыр тәңкәләре лә була (1059—1067). Урта быуаттар ҡылысы Норвегия археологы Ян Петерсен типологияһы буйынса H төркөмөнә ҡарай[4].

1909 йылда Төркиә тотош Киликияла, шул иҫәптән Мәрсиндә лә, этник таҙартыу үткәреп, христиандарҙы ҡыра. Был ваҡиға  «Киликия һуйышы» тигән атама менән тарихта ҡала. Парламент  комиссияһына ваҡиғаны тикшерергә ҡушыла, уның ағзаһы Акоп Бабигян хәбәр итеүенсә,  21 000 кеше үлтерелгән, улар араһында 19 479 әрмән, 850 сүриә, 422 халдей һәм 250 грек була[5][6].

1909 йылғы һуйыштан һуң  Мәрсингә бик күп мосолман күсенә, уларға үлтерелгән христиандарҙың торлағын бирәләр. Христиандар һаны бик ныҡ кәмей,  1912 йылда әрмәндәр ҡала халҡының 21 процентын ғына тәшкил итә. Улар 1915—1921 йылдарҙағы геноцид осоронда ҡырып бөтөрөлә[7].

Административ-территориаль бүленеше

үҙгәртергә

Мәрсин ҡалаһы дүрт районға бүленә:

  • Аҡдениз
  • Мәзитли
  • Торослар
  • Енишеһир

Транспорты

үҙгәртергә

Мәрсингә яҡын  аэропорт — халыҡ-ара Адана аэропорты (69 км). Тарсус ҡалаһынан көньяҡ-көнсығышҡа ҡарай 45 километрҙа яңы Чукурова (төр. Çukurova Bölgesel HavaalanıÇukurova Bölgesel Havaalanı)[8] аэропорты төҙөлә. Чукурова аэропортын асҡас, Мәрсин менән ышаныслы аэробәйләнеш урынлаштырыласаҡ һәм Төркиәнең был төбәгенә килеүсе туристар һаны ла артасаҡ.   

Мәрсин менән күрше территориялар араһында  тимер юл һәм  автомобиль юлы бәйләнеше һәйбәт үҫешкән. Тимер юл  1866 йылда төҙөлә һәм башлыса портҡа мамыҡ ташыу өсөн хеҙмәт итә  (АҠШ-та көньяҡ менән төньяҡ штаттар араһында граждандар һуғышы барғанда һәм Көньяҡ блокадала ҡалғанда, Мәрсин мамығы ҙур әһәмиәт ала). Тиҙ йөрөшлө автомагистралдәр  Мәрсинде Төркиәнең бөтә провинциялары менән бәйләй.  

Мәрсин Төркиәнең  мөһим порттарының береһе һанала  (Мәрсин порты — төр. Mersin Limani) — 23-тән ашыу пирс һәм  786 000 м² майҙанлы порт хасил итә, уның үткәреү һәләте —  3800 судно. Мәрсин порты  100-ҙән ашыу халыҡ-ара порт менән бәйләнеш тәьмин итә.  

Иҡтисады

үҙгәртергә
 
Mertim Tower 

Ҡалала балыҡсылыҡ,   нефть, цемент, аҙыҡ-түлек һәм туҡыу сәнәғәте  алға киткән. Мәрсин төбәгендәге ҙур порт ҡаланың иҡтисади үҫеше өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Мәрсин ҡалаһы  курортлы ҡалаға әүерелгән, ә бер нисә йыл элек кенә унда сит ил туристарын осратыу мөмкин дә булмай. Хәҙер иһә туризм ҡалаға ла, төбәкә кә табыш килтергән тармаҡ булып тора.   

Ир-аттарҙың — 60 проценты, ҡатын-ҡыҙҙарҙың  16 проценты эшле,  балаларҙың үлем күрһәткесе  — 0,48 процент.

2018 йылда ҡаланан 310 километрҙа Рәсәй менән берлектә  Аҡҡую атом электр станцияһы төҙөлөшө башланған.  Ул Төркиәне һәм күрше илдәрҙе электр менән тәьмин итеү өсөн хеҙмәт итәсәк[9]. АЭС-ты 2023 йыл файҙаланыуға тапшырыу планлаштырылған[10].

Мәҙәниәте

үҙгәртергә

Мәрсиндә  университет (Mersin Üniversitesi) эшләй, ул 1992 йылдың 3 июлендә нигеҙләнгән,  11 факультеттан тора, уларҙа бөтәһе 100-ҙән ашыу профессор эшләй һәм 18 мең студент уҡый.  Ҡалала шулай уҡ Анкара университетының океанография факультеты эшләй. 

2013 йылдың июнендә  Мәрсиндә Урта диңгеҙ уйындары үтә.  Сараның рәсми сайты — www.mersin2013.gov.tr.

Иҫтәлекле урындары

үҙгәртергә
  • Ҡаланың көнбайыш ситендә хет ҡәлғәһенең харабалары  бар  (беҙҙең эраға тиклем XIII—XIV быуаттар)
  • Мәрсиндән 11 километр көньяҡ-көнбайышта Соли тигән антик ҡаланың (бор. грек. Σόλοι, лат. Soli) харабалары бар. Был ҡала  Помпейополь (бор. грек. Πομπηϊούπολις, лат. Pompeiopolis) тигән атама ла йөрөткән,  ул, хеттар дәүерендә төҙөлөп,  528 йылда ер тетрәү һөҙөмтәһендә емерелгән. Театр, гавань колонналары һаҡланып ҡалған.
  • Тарсус, Мәрсин провинцияһындағы иң ҙур ҡалаларҙың береһе, — апостол Павел тыуған урын.  
  • Мәрсин провинцияһы йәнә шуның  менән билдәле:  Марк Антоний Мәрсин менән Аланья араһындағы ерҙәрҙе туй бүләге итеп Клеопатраға тапшыра. 
  • Mertim (сокр. от Mersin Ticaret Merkezi — «Мәрсин сауҙа үҙәге») — ҡалалағы иң бейек бина һәм Төркиәләге иң бейек биналарҙың береһе   (177 м). Илле ике ҡатлы бина 1987 йылда төҙөлә.
  • Эски мәсет (Eski) — Ғосман дәүерендәге архитектураның мөһим ҡомартҡыһы (1870), бер нисә тапҡыр реставрациялана. 
  • Рим  термалары нәзәкәтле   мозаика менән биҙәлгән.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. https://www.citypopulation.de/de/turkey/mersin/_/2852__mersin/
  2. Институт статистики Турции от 7.12.2008(недоступная ссылка) (төр.)(тур.)
  3. Русские в Анталье: на юге Турции археологи нашли 1000-летний варяжский меч, 27 ноября 2018
  4. Fedir Androshchuk (Фёдор Андрощук) A Viking sword-bearing resident of southern Asia Minor
  5. Ҡалып:Книга:Richard G. Hovannisian:The Armenian People from Ancient to Modern Times
  6. Bloxham D. The great game of genocide : imperialism, nationalism, and the destruction of the Ottoman Armenians. — Oxford: Oxford University Press, 2005. — P. 60—62. — ISBN 0199273561.
  7. О депортации армян из гор. Мерсина
  8. 2011 йыл 1 ноябрь [https://web.archive.org/web/20111101123735/http://www.tarsus.gov.tr/default_B1.aspx?content=1037 архивланған. 2011 йыл 1 ноябрь архивланған. 2011 йыл 1 ноябрь архивланған. 2011 йыл 1 ноябрь архивланған. 2011 йыл 1 ноябрь архивланған. 2011 йыл 1 ноябрь архивланған. 2011 йыл 1 ноябрь архивланған. Tarsus Kaymakamlığı Hoşgeldiniz (төр.)(тур.)] 2011 йыл 1 ноябрь архивланған.
  9. https://www.rbc.ru/economics/03/04/2018/5ac387ee9a79472a4f288a66
  10. https://ria.ru/atomtec/20161205/1482857631.html

Сығанаҡтар

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә