Кютахья

хәҙерге Төркиә территорияһындағы иң боронғо ҡалаларҙың береһе.

Кюта́хья[4] (төр. KütahyaKütahya , грек. Κοτυάειον) — хәҙерге Төркиә территорияһындағы иң боронғо ҡалаларҙың береһе. Халҡы — 170 000 кеше (2004 йыл). Шул исемдәге провинцияның баш ҡалаһы.

Кютахья
төр. Kütahya
Рәсем
Дәүләт  Төркиә[1]
 Ғосман империяһы
Административ үҙәге Кютаһъя, Гермиян[d] һәм Анатолия[d]
Административ-территориаль берәмек Кютаһъя[1]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Порсук[d]
Ойошма ағзаһы Creative Cities Network[d][2]
Халыҡ һаны 266 784 кеше (2018)
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 970 метр
Туғандаш ҡала Аньцин[d], Баулы һәм Печ (ҡала, Венгрия)[3]
Почта индексы 43000–43999
Рәсми сайт kutahya.bel.tr
Урынлашыу картаһы
Городское население 253 335
Сельское население 45 240, 41 240, 24 636, 24 813, 24 415, 23 655, 23 156, 21 783, 21 052, 19 173, 20 469, 252 633, 19 178, 66 107, 66 834, 65 486, 62 998, 62 758 һәм 18 678
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 14 657
Номер тамғаһы коды 43
Элементтың күренеше өсөн категория Category:Views of Kütahya[d]
Карта
 Кютахья Викимилектә

Сәғәтле сквер

1912 йылда бында 106 176 төрөк, 6800 грек, 3307 әрмән йәшәгән[5]

Ҡалала һәйкәлдәр бик күп, улар араһында — замок, мәсеттәр, мәҙрәсә, мунсалар, мавзолеҙар, шәхси йорттар.

Кютахьяға антик гректар нигеҙ һала (бәлки, боронғо грек ҡәбиләһе ионийҙарҙыр), фригийҙар булыуы ла ихтимал. Беҙҙең эраға тиклем 334 йылда ҡаланы Искәндәр Зөлҡәрнәй (Александр Македонский) баҫып ала һәм Котеон (Kotiaeon) исемен ҡуша.

Иоанна Малалы мәғлүмәттәре буйынса, Феодосия II батша булған осорҙа (408—450), 443 йылда, Кютахьяның епискобы итеп Кир Панопольский ҡуйыла. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: унан алдағы дүрт епископты халыҡ үлтерә.

1078 йылда Кютахьяны төрөк-һалйоттар[6] баҫып ала, әммә 1097 йылдар тирәһендә ҡала кире Византия составына ҡайтарыла. Төрөктәрҙе византиялылар әллә ни алыҫҡа ҡыумай, шуға ла 1159 йылда Киликияға яһаған хәрби походынан ҡайтып килгән Мануил Комнин армияһына һалйоттар һөжүм итә. Мириокефаль хакимлыҡ иткән осорҙа, в 1176 йылда, гректарҙың еңелеүе төбәктә һалйоттарҙың күбәйеүенә килтерә. 1182 йылда мосолмандар византиялыларҙы ҡаланан бөтөнләй ҡыҫырыҡлап сығара. 1300 йылда Кютахья Гермиян курд бейлегенең баш ҡалаһына әйләнә. 1428 йылда ҡаланы төрөк-ғосманлылар баҫып ала. XVI быуатта керамика изделиеларын етештереү һәм ағасҡа ырып һүрәт төшөрөү буйынса Кютахья Изникҡа (Никея) конкурент була.

1833 йылда Кютахьяны Ибраһим-паша (Мөхәммәт-Ғәли Египетскийҙың аҫрауға алған улы һәм уңы ҡулы) яулай. Әммә Босфор боғаҙына урыҫ десанты килеп туҡтағас, Мөхәммәт-Ғәлигә Кютахия солохон төҙөргә һәм провинцияны азат итергә тура килә.

1850—1851 йылдарҙа Кютахьяға венгр диктатор-эмигранты Лайош Кошут һөргөнгә ебәрелә.

Ғосман империяһы осоронда геноцид осоронда әрмән общинаһы (рәсми ғосман мәғлүмәттәре буйынса 4 мең тирәһе кеше) ҡаланан ҡыуылмаған берҙән бер община була[7][8][9].

1921 йылда Икенсе Грек-төрөк һуғышының иң ҙур алышы тап ошо ҡала территорияһында була, был һуғышта грек армияһы еңә һәм гректар ҡалаға ҡайтып тула. Ә 1922 йылда Думлупынар етәкселегендә төрөктәр еңеү яулай, уның хөрмәтенә ҡалланан әллә ни алыҫ булмаған урынға һәйкәл дә ҡуйылған.

Билдәле кешеләре

үҙгәртергә
  • Абд аль-Вахид
  • Элвия Челеби
  • Комитас

Туғанлашҡан ҡалалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 GEOnet Names Server — 2018.
  2. https://en.unesco.org/creative-cities/kutahya
  3. https://pecs.hu/testvervarosok-partnervarosok/
  4. Географический энциклопедический словарь: географические названия / Под ред. А. Ф. Трёшникова. — 2-е изд., доп. — М.: Советская энциклопедия, 1989. — С. 271. — 210 000 экз. — ISBN 5-85270-057-6.
  5. George Sotiriadis, An Ethnological Map Illustrating Hellenism in the Balkan Peninsula and Asia Minor, 1918
  6. Kütahya in the Eighteenth Century: Transformation or the Persistence of the Old Order?
  7. Sarafian, Ara. Talaat Pasha's Report on the Armenian Genocide. — Gomidas Institute. — London, 2011. — С. 67. — 71 с. — ISBN ISBN 978-1903656617.
  8. Kütahya in the Eighteenth Century: Transformation or the Persistence of the Old Order?
  9. Sarafian, Ara. Talaat Pasha's Report on the Armenian Genocide. — Gomidas Institute. — London, 2011. — С. 67. — 71 с. — ISBN ISBN 978-1903656617.

Һылтанмалар

үҙгәртергә