Константинополь оккупацияһы
Константинополь оккупацияһы — 1918 йылдың 13 ноябренән 1923 йылдың 4 октябренә тиклем Атланта ғәскәрҙәре тарафынан Константинополде оккупациялау[1].
Константинополь оккупацияһы | |
Урын | Константинополь[d] |
---|---|
Ваҡиға ваҡыты | 13 ноябрь 1918 |
Башланыу датаһы | 13 ноябрь 1918 |
Тамамланыу датаһы | 4 октябрь 1923 |
Константинополь оккупацияһы Викимилектә |
Тәүшарттар
үҙгәртергә1918 йылдың 30 октябрендә Ғосман империяһы Атланта илдәре менән Мудрос килешеүенә ҡул ҡуя, уның шарттарына ярашлы ул Антанта контроле аҫтына Проливтағы нығытамларын тапшыра; ошо уҡ ваҡытта британ ҡул ҡуйыусыһы адмирал Сомерсет Гу-Калторп, Атланта хөкүмәттәре Ғосман хөкүмәтен юҡ итергә йәки уны «Констаннтинополь оккупацияһы аша» үҙ хәрби контроле аҫтына ҡуйырға ниәтләмәй, тип белдерә. Шул уҡ ваҡытта, ул Констанитинополгә солтан, бөйөк вәзир һәм Рәүеф бей исемдәренә йәшерен хат ебәрә. Әлеге хатта, оккупация өсөн Проливтар зонаһын тик британ һәм француз ғәскәрҙәре файҙаланасаҡ; суверенитет символы булараҡ унда бер аҙ ғосман ғәскәрҙәрен ҡалдырыу рөхсәт ителә, тип вәғәҙәләнә.
Хәрби хакимиәте
үҙгәртергәМудрос килешеүенә ҡул ҡуйғандан бары тик 13 көн үткәндән һуң, 1918 йылдың 12 ноябрендә француз бригадаһы Константинополгә инә, ә 13 ноябрҙә — британ ғәскәре. 1918 йылдың декабрендә Константинополдә Антанта хәрби хакимиәте урынлаша. 1919 йылдың 7 февралендә Галатала итальяндар батальоны төшөрөлә, ә 1919 йылдың 8 февралендә Константинополгә, Мәхмәт II оҡшарға тырышып, аҡ атҡа атланып француз генералы Франше д’Эспер. Ошо уҡ йылдың 10 февралендә Константинополь өс яуаплылыҡ зонаһына бүленә: иҫке ҡалалағы тәртип өсөн француздар, Пера-Галата районы өсөн — британдар, Кадыкәй һәм Өскөдәр өсөн итальяндар яуаплы булалар.
Еңеүселәр хәрби енәйәтселәрҙе хөкөм итеүҙе талап итә, улар башлыса «Берләшеү һәм прогресс» партияһы ағзалары була. 1918 йылдың 14 декабрендә Тевфик паша хөкүмәте, һуғыш осоронда гректарҙы һәм әрмәндәрҙе депортациялауҙа ғәйеплеләр хәрби трибуналы тарафынан хөкөм ителергә тейеш, тигән ҡарар ҡабул итә. Ике көндән трибунал булдырыла, уның составына «Берләшеү һәм прогресс» партияһы ның дошмандары ғына инә. 1919 йылдың ғинуарында солтан үҙенең аралашсыһы аша британ юғары комиссарына, британдар хөкөм итергә теләгәндәрҙең барыһын да ҡулға алырға әҙер, әммә баш күтәреүҙән ҡурҡам, тип хәбәр итә. Төрөк милләтселәре, хәрби енәйәттәрҙе төрөктәр генә түгел, уларға ла ҡаршы башҡарылды, тип билдәләйҙәр. әммә уларҙың әлеге аргументтары иғтибарға алынмай. 1919 йылдың 30 ғинуарында партияның элекке ағзалары ҡулға алына (30 кеше). Ҡул алынғандарҙың эштәрен 1919—1920 йылдарҙағы төрөк хәрби трибуналы ҡарай.
Хәрби оккупация
үҙгәртергәКөнбайыш Анатолияла грек ғәскәрҙәре төшөрөлгәндән һуң уларға ҡаршы төрөк иррегуляр формированиелары һуғыша башлай. 1920 йылдың февралендә Антанта вәкилдәре төрөк хөкүмәтенән төрөк частары Смирна тирәһендә урынлашҡан грек ғәскәрҙәренән 3 километр алыҫлыҡҡа күсһен, тип талап итәләр. Партизандар хөкүмәткә буйһонмағанға күрә, бөйөк вәзир Али Риза паша1920 йылдың 2 мартында отставкаға китә, сөнки был талапты үтәй алмай. Һөҙөмтәлә Антанта вәкилдәре эште үҙ ҡулдарына ала.
15 марттан 16 мартҡа ҡараған төндә британ ғәскәрҙәре Константинополдгә төп биналарҙы баҫып ала башлай, төрөк милләтселәрен ҡулға ала һәм уларҙы Мальтаға һөргөнгә ебәрә. 18 мартта ғосман парламенты был ғәмәлдәргә ҡаршы протест белдерә һәм ҡыуып ебәрелә. 19 мартта Анкарала булған Мостафа Кәмал-паша провинция губернаторҙарына һәм хәрби командующийҙарына циркуляр телеграмма ебәрә, телеграммала «милләт идаралығы менән бәйле мәсьәләләрҙә ғәҙәттән тыш хакимлығы булған ассамблея булдырыуҙа» ҡатнашырға тәҡдим ителә. Интервенттар марионеткаһына әйләнгән солтан хөкүмәте тулыһынса халыҡ ышанысын юғалта, уға альтернатива булараҡ Анкарала йыйылған Төркиәнең Бөйөк милләт мәжлесе ойошторола.
1920 йылдың йәйендә Севр солох килешеүе төҙөлә, уға ярашлы Төркиә бүленә. Әммә Антанта үҙ ҡоҙағына эләгә — союздаштарҙың үҙҙәре юҡҡка сығарған парламент был килешеүҙе раҫлай алмай, сөнки күп кенә парламент ағзалары Анкараға күсенеп бөтә, ә Бөйөк милләт мәжлесе Севр килешеүен таныуҙан баш тарта.
1921—1922 йылдарҙа ҡала бургомистры итеп Мәхмәт Жәләл-бей тәғәйенләнә, ул Конья һәм Алепто ҡалалары губернаторы булараҡ әрмәндәрҙе эҙәрлекләүҙе ойоштороу менән билдәле була.
Оккупацияның тамамланыуы
үҙгәртергә1922 йылдың көҙөнә төрөк милләтселәре армияһы гректарҙы ҡыйрата һәм үҙ контроле аҫтына бөтә Анатолиягы ала тиерлек. .1922 йылдың сентябрь-октябрь айҙарында Чанаккале тирәһендә низағ ҡуба. 1920 йылдың октябрендә Мудания ваҡытлыса солох килешеүенә ҡул ҡуйыла, уға ярашлы Антанта Фракиялағы бөтә гражданлыҡ власты төрөк милли хөкүмәтенә бирергә тейеш була. 1922 йылдың 1 ноябрендә Бөйөк милләт мәжлесе солтанлыҡтың бөтөрөлөүе тураһында иғлан итә, һәм 17 ноябрҙә Мәхмәт VI британ хәрби карабы бортында Константинополде ташлап китә. 1922 йылдың 20 ноябрендә Лозанна конференцияһы башлана, унда Проливтар режимы ҡарала. 1923 йылдың 24 июлендә Лозанна солох килешеүе төҙөлә, уның шарттары буйынса 1923 йылдың 23 авгусында сит ил ғәскәрҙәре Константинополдән сығарыла башлай. Аҙаҡҡы часары ҡаланы 4 октябрҙә ташлап сыға. 6 октябрҙә ҡалаға төрөк ғәскәрҙәре инә.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 6 Ekim İstanbul'un Kurtuluşu . Sözcü (6 октябрь 2017).
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Дроговоз И. Г. Турецкий марш. Турция в огне сражений. — Мн.: Харвест, 2007. — 368 с. — (Неизвестные войны). — 2 000 экз. — ISBN 978-985-16-2075-9.
- Финкель Кэролайн. История Османской империи. Видение Османа. — М.: АСТ, Мидгард, 2010. — 848 с. — 3 000 экз. — ISBN 978-5-17-043651-4.
- Mango, Andrew. Atatürk. — London: John Murray, 2004. — 688 p. — ISBN 978-0-7195-6592-2.