Төп Кавказ һырты
Төп Кавказ (Һыу айырғыс) һырты (рус. Главный Кавказский хребет) — өҙөлмәй дауам иткән тау сылбыры, төньяҡ-көнбайыштан көньяҡ-көнсығышҡа табан Ҡара диңгеҙҙән (Анапа районы) Каспий диңгеҙенә тиклем (Баҡынан төньяҡ-көнбайышҡа табан Ильхыдаг тауы) 1100 км-ҙан ашыуға һуҙылған. Кавказ һырты Кавказды ике өлөшкә бүлә: Кавказ алды (Төньяҡ Кавказ) һәм Кавказ аръяғы (Көньяҡ Кавказ).
Төп Кавказ һырты | |
---|---|
Бейек нөктәләре | |
Иң бейек түбәһе | Шхара |
Абсолют бейеклеге | 5193[1] м |
Урынлашыуы | |
43°08′ с. ш. 42°55′ в. д.HGЯO | |
Илдәр | |
Тау системаһы | Оло Кавказ |
Төп Кавказ һырты Викимилектә |
Географияһы
үҙгәртергәТөп Кавказ Һырты төньяҡта Ҡобан, Терек, Сулаҡ, Самур һәм көньяҡта Ингури, Риони һәм Кура йылға бассейндарын бүлә.
Төп Кавказ һырты (йәки Оло Кавказ һырты) ингән Көнсығыш Европа тигеҙлеге янындағы тау системаһы Оло Кавказ тип атала. Кесе Кавказ, унан айырмалы рәүештә, Риони һәм Кура үҙәндәренән көньяҡҡа табан урынлашҡан һәм Көнбайыш Азия ҡалҡыулыҡтары менән туранан-тура бәйле киң йәйелеп киткән тау өҫтө.
Ҡайһы бер сығанаҡтар Азия менән Европа араһындағы сикте Кавказ һыртының һыу айырғысы буйынса үткәрә[3].
Кавказ тауҙарының башҡа географик объекттары кеүек телмәрҙә ябай ғына итеп «Кавказ» тип аталырға мөмкин.
Төбәктәре
үҙгәртергәКавказды түбәндәгесә бүлеү ҡабул ителгән[4]:
- Көнбайыш Кавказ (көнсығыштан Эльбрус менән сикләнгән);
- Үҙәк Кавказ;
- Көнсығыш Кавказ (Көнбайыштан Казбек менән сикләнгән).
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Главный, или Водораздельный, хребет. Большая российская энциклопедия . Дата обращения: 18 июль 2019. Архивировано 8 май 2019 года. 2019 йыл 8 май архивланған.
- ↑ Был географик объект Абхазияла урынлашҡан. Грузия конституцияһына ярашлы, Грузия составына Автономиялы Абхазия Республикаһы булып инә. Ғәмәлдә Абхазия өлөшләтә танылмаған Абхазия Республикаһы дәүләте һанала, территорияһын Грузия Хөкүмәте контролдә тотмай.
- ↑ National Geographic Atlas of the World. — 9th. — Washington, DC: National Geographic Society, 2011. — ISBN 978-1-4262-0634-4. «Europe» (plate 59); «Asia» (plate 74): «A commonly accepted division between Asia and Europe … is formed by the Ural Mountains, Ural River, Caspian Sea, Caucasus Mountains, and the Black Sea with its outlets, the Bosporus and Dardanelles.»
- ↑ Долгушин Л.Д., Осипова Г.Б. Ледники. — М.: Мысль, 1989. — 447 с. — ISBN 5-244-00315-1.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Массальский В. И. Кавказский хребет // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)