Оло Кавказ
Оло Кавказ — араһында Ҡара һәм Каспий диңгеҙҙәре араһындағы тау системаһы, Кесе Кавказ менән бергә Кавказ тауҙары составында тауҙар илен тәшкил итә.
Оло Кавказ | |
Тау һырты | Кавказ тауҙары |
---|---|
Дәүләт |
Әзербайжан Грузия Рәсәй СССР |
Иң юғары нөктә | Эльбрус |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 5642 метр |
Имеет границей | Кесе Кавказ |
Оҙонлоҡ | 1200 km |
Оло Кавказ Викимилектә |
Географияһы
үҙгәртергәОло Кавказ төньяҡ-көнбайыштан көньяҡ-көнсығышҡа табан 1150 км-ға һуҙыла, Анапа һәм Тамань ярымутрауы районынан алып Каспий яры буйы Апшерон ярымутрауына, Баҡы эргәһенә барып сыға. Уның киңлеге Новороссийск төбәгендә 32 километрҙан алып, Эльбрус меридианы районында — максималь 180 км, Дағстанда — 160 км-ға тиклем тирбәлә.
Оло Кавказ — эндемик үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһына бай төрлө ландшафтлы таулы төбәк (ҡара: Кавказ тауҙары).
Оло Кавказ һырты буйлап Рәсәй Федерацияһының Грузия, Әзербайжан, өлөшләтә танылған Абхазия һәм Көньяҡ Осетия менән дәүләт сиге үтә.
Боҙлоҡтар
үҙгәртергәДөйөм боҙлоҡтар һаны — яҡынса 2050, боҙлоҡтарҙың дөйөм майҙаны яҡынса 1424 км2 тәшкил итә[1]. Оло Кавказ боҙлоҡтары төрлө морфологик типтарға ҡарай: үҙән (тау-үҙән), кар һымаҡтар, үҙ аҫтында йыш ҡына ҡатмарлы тау рельефын йәшергән аҫылмалы, конуслы түбәләр (перемётные) һ. б. Ҡайһы берәүҙәр «пульсланып» тора[2] (Колка, Девдорак боҙлоғо һ. б.), шулай уҡ ҡар күп булыуы кеше өсөн ҙур хәүеф тыуҙыра[3].
Кавказ Эльбрустан (хатта Оҙонҡулдан) Уилпатаға (Цей) тиклемге участкала өҙөлмәй тиерлек мәңгелек ҡарҙар һәм боҙлоҡтар менән ҡапланған.
Оло Кавказ өсөн, башҡа таулы илдәр кеүек үк хәҙерге ваҡытта (XIX ахыры — XX быуат башы) боҙлоҡтар дөйөм рәүештә кәмеүе һәм хәҙерге боҙланыу деградацияһы хас.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Долгушин Л. Д., Осипова Г. Б. Ледники. — М.: Мысль, 1989. — 447 с. — ISBN 5-244-00315-1.
- ↑ Поповнин В. В. и др. Гляциальная катастрофа 2002 года в Северной Осетии // Криосфера Земли. — 2003. — № 1.
- ↑ С целью предвидения (прогноза) лавин в России создана сеть лавинных (метео)станций, в том числе автоматических радиометеорологических станций (с дистанционным радиоуправлением), на Кавказе, а также в Хибинах (Манселькя), на Тянь-Шане, Памире.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Кавказ // Италия — Кваркуш. — М. : Советская энциклопедия, 1973. — С. 113. — (Большая советская энциклопедия : [в 30 т.]; vol. 1969—1978, вып. 11).
- Панов В. Д. Эволюция современного оледенения Кавказа. — СПб.: Гидрометеоиздат, 1993. — ISBN 5-286-00959-X.