Һыу айырғыс
Һыу айырғыс (рус. Водораздел) — Ер өҫтөндә ике йәки бер нисә йылға, күл, диңгеҙ йәки океан һыу йыйғысын (бассейнын) айырған шартлы топографик һыҙат, ул атмосфера яуым-төшөмдәре ағымын ике ҡапма-ҡаршы битләүгә йүнәлдерә.
Һыу айырғыс | |
Название с огласовками | קַו פָּרָשַׁת הַמַּיִם |
---|---|
Һыу айырғыс Викимилектә |
Тасуирламаһы
үҙгәртергәҺыу айырыу һыҙаты тирәһендәге урындар һыу айырғыс территория тип атала.
Һыу айырғыстың төрлө яҡтарында Ер өҫтө рельефының һарҡыуҙары һәм ауышлыҡтары урынлаша. Таулы төбәктәрҙә һыу айырғыстар ғәҙәттә тау һырттары буйлап уҙа, тигеҙлектәрҙә — убалар йәки хатта уйһыулыҡтар һыу бассейнын айырыуы мөмкин. Тигеҙлектәрҙәге рельефта һыу айырғыстар ғәҙәттә артыҡ һиҙелмәй һәм һыу айырыр яҫылыҡҡа әүерелә, унда һыу ағымы үҙгәреп тороуы мөмкин. Ҡайһы берҙә һыу айырғыс территориялар (йәки ҡалҡыуҙар) шулай уҡ һыу айырғыс тип атала.[1].
Ҡитғаның төрлө океан бассейндарын айырып торған йәки ағымһыҙ ҙур өлкәләрҙе аймаған төп һыу айырыу һыҙаты континенталь һыу айырғыс тип атала.
Тымыҡ (Тымыҡ һәм Һинд океандарына ҡоя торған йылғалар) һәм Атлантик океан (Атлантик һәм Төньяҡ Боҙло океанға ҡоя торған йылғалар) битләүҙәрен сикләгән һыҙатты Ерҙең төп һыу айырғысы тип атайҙар.
Рәсәйҙең, Көнсығыш Европа тигеҙлегенең Европа өлөшөндәге үҙәк һыу айырғысы — Валдай ҡалҡыулығы, Төньяҡ Увалдар һәм бер нисә ҙур булмаған ҡалҡыулыҡ. Убалар араһында ятҡан урындағы күлдәр һәм һаҙлыҡтарҙан Рәсәйҙең Европа өлөшөндәге төп йылғалар — Волга (Каспий диңгеҙе), Днепр (Ҡара диңгеҙ), Көнбайыш Двина (Балтик диңгеҙе) — баш ала, улар төрлө диңгеҙ бассейндарында урынлашҡан.
Йылға бассейнына ер өҫтө һәм ер аҫты йылғалары инә. Шуға күрә өҫкө һәм ер аҫты һыу айырғыстары ла билдәләнә .
Башҡортостандың һыу айырғыстары
үҙгәртергәБашҡортостан Республикаһы биләмәһендә Ағиҙел һәм Яйыҡ йылғалары һыу айырғыстары Көньяҡ Уралдың Уралтау һырты һәм Йылайыр яйлаһының төньяғы буйлап үтә.
Яйыҡ һәм Обь йылғаларының һыу айырғыстары Алабейә һырты буйынан бара [2].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Һыу йыйғыс бассейн
- Йылға селтәре
- Европа төп һыу айырғыс
- Америка континенталь һыу айырғысы
- Трипл-Дивайд-Пик
- Паллас тауы
Иҫкәрмә
үҙгәртергә- ↑ Статья «Водораздел» в словаре Ушакова
- ↑ Ә. Гәрәев. Һыу айырғыс//Башҡорт энциклопедияһы(недоступная ссылка)
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Водораздел // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Жалсарайн Т. У. Точка великого водораздела // Забайкальский рабочий. 1977
- Яккола Н. М. Водораздел: Повествование. — Петрозаводск: Карелия, 1972.