Төп Кавказ һырты

(Көнбайыш Кавказ битенән йүнәлтелде)


Төп Кавказ (Һыу айырғыс) һырты (рус. Главный Кавказский хребет) — өҙөлмәй дауам иткән тау сылбыры, төньяҡ-көнбайыштан көньяҡ-көнсығышҡа табан Ҡара диңгеҙҙән (Анапа районы) Каспий диңгеҙенә тиклем (Баҡынан төньяҡ-көнбайышҡа табан Ильхыдаг тауы) 1100 км-ҙан ашыуға һуҙылған. Кавказ һырты Кавказды ике өлөшкә бүлә: Кавказ алды (Төньяҡ Кавказ) һәм Кавказ аръяғы (Көньяҡ Кавказ).

Төп Кавказ һырты
Домбайҙа Төп Кавказ һырты
Домбайҙа Төп Кавказ һырты
Бейек нөктәләре
Иң бейек түбәһеШхара 
Абсолют бейеклеге5193[1] м
Урынлашыуы
43°08′ с. ш. 42°55′ в. д.HGЯO
Илдәр
Тау системаһыОло Кавказ 
Кавказ
Красная точка
Төп Кавказ һырты
 Төп Кавказ һырты Викимилектә

Географияһы

үҙгәртергә

Төп Кавказ Һырты төньяҡта Ҡобан, Терек, Сулаҡ, Самур һәм көньяҡта Ингури, Риони һәм Кура йылға бассейндарын бүлә.

 
Чучхур артылышынан Төп һырт күренеше.

Төп Кавказ һырты (йәки Оло Кавказ һырты) ингән Көнсығыш Европа тигеҙлеге янындағы тау системаһы Оло Кавказ тип атала. Кесе Кавказ, унан айырмалы рәүештә, Риони һәм Кура үҙәндәренән көньяҡҡа табан урынлашҡан һәм Көнбайыш Азия ҡалҡыулыҡтары менән туранан-тура бәйле киң йәйелеп киткән тау өҫтө.

Ҡайһы бер сығанаҡтар Азия менән Европа араһындағы сикте Кавказ һыртының һыу айырғысы буйынса үткәрә[3].

Кавказ тауҙарының башҡа географик объекттары кеүек телмәрҙә ябай ғына итеп «Кавказ» тип аталырға мөмкин.

Төбәктәре

үҙгәртергә

Кавказды түбәндәгесә бүлеү ҡабул ителгән[4]:

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Главный, или Водораздельный, хребет. Большая российская энциклопедия. Дата обращения: 18 июль 2019. Архивировано 8 май 2019 года. 2019 йыл 8 май архивланған.
  2. Был географик объект Абхазияла урынлашҡан. Грузия конституцияһына ярашлы, Грузия составына Автономиялы Абхазия Республикаһы булып инә. Ғәмәлдә Абхазия өлөшләтә танылмаған Абхазия Республикаһы дәүләте һанала, территорияһын Грузия Хөкүмәте контролдә тотмай.
  3. National Geographic Atlas of the World. — 9th. — Washington, DC: National Geographic Society, 2011. — ISBN 978-1-4262-0634-4. «Europe» (plate 59); «Asia» (plate 74): «A commonly accepted division between Asia and Europe … is formed by the Ural Mountains, Ural River, Caspian Sea, Caucasus Mountains, and the Black Sea with its outlets, the Bosporus and Dardanelles.»
  4. Долгушин Л.Д., Осипова Г.Б. Ледники. — М.: Мысль, 1989. — 447 с. — ISBN 5-244-00315-1.