Шхара

Грузия Һәм Рәсәй сигендәге тау

Шхара (ҡарас.-балҡ. ушхараушхара, груз. შხარა — «Буйлы») — Төп Кавказ (Һыу айырғыс) һыртының үҙәк өлөшөндәге тау түбәһе, уның иң бейек нөктәһе иҫәпләнә, шулай уҡ Грузияла ла иң бейеге, Кавказда һәм Рәсәйҙә бейеклеге буйынса өсөнсө урында тора. Иң өлкән түбәһенең бейеклеге — 5193,2 метр, 2010 йылда альпинистар Питер Шон һәм Борис Авдеев тарафынан DGPS премнигы ярҙамында үлсәнгән, шулай уҡ ҡайһы бер сығанаҡтарҙа түбәнең бейеклеге 5203 метр тип тә күрһәтелә. Шхара теҙмәһендә шулай уҡ көнбайыш түбәне — 5068,8 м (42°59’57" Н, 43°05’23"E)[3] (генштаб картаһында[4] уны төп түбә тип хаталы күрһәтелә) һәм көнсығыш түбәне — 4866,5 м (43°00’12" Н, 43°07’39"E) айырып йөрөтәләр.

Шхара
карач.-балк. Ушхара, груз. შხარა
Ушгули ауылынан Шхара күренеше, Грузия ( 2007 йылдың 18 сентябре).
Ушгули ауылынан Шхара күренеше, Грузия ( 2007 йылдың 18 сентябре).
Характеристикалары
Абсолют бейеклеге5193,2[1] [2] м
Сағыштырмаса бейеклегеа1357 м
Беренсе күтәрелеү1888 г. (У. Алмер, Дж. Кокин, К. Рот.) 
Урынлашыуы
43°00′02″ с. ш. 43°06′44″ в. д.HGЯO
Илдәр
[[ |Регионы административ бүленеше]]Ҡабарҙы-Балкар, Самегрело-Үрге Сванетия
Тау системаһыКавказ 
Тау һырты йәки массивТөп Кавказ һырты 
Кавказ
Красная точка
Шхара
 Шхара Викимилектә
Шхара йыһандан.

Сванетияның көньяғында һәм Ҡабарҙы-Балҡарҙың төньяғындағы Безенга районында, Рәсәй һәм Грузия сигендә, Кутаиси ҡалаһынан 90 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Безенгий диуары исеме аҫтында билдәле 13 саҡрымлыҡ тау теҙмәһенең ҡабатланмаҫ өлөшө.

Тауҙар гранит һәм кристалл һәүерташтарынан тора. Битләүҙәре боҙлоҡ менән ҡапланған, төньяҡ битләүендә — Безенга боҙлоғо, көньяғында — Шхара боҙлоғо, Ингури йылғаһы өлөшләтә уларҙан башланы . Аьпинизм өсөн популяр урын. Совет альпинистары Шхараға тәүге тапҡыр 1933 йылда артылалар.

Шхараның көньяҡ итәгендә, диңгеҙ кимәленән 2 200 метр бейеклектә ЮНЕСКО-ның бөтә донъя мираҫына индерелгән Сванетиялағы Местий районынының Ушгули ауылы урынлашҡан.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә