Ингури
Ингури[1][2], Ингур[3][4][5](абх. Егры, груз. ენგური — Энгури[6], мегр. ინგირი Ингири) — Көнбайыш Грузиялағы йылға, түбәнге ағымында Абхазия һәм Грузия биләмәләре контроллегендәге сик һанала. Оҙонлоғо — 213 км, бассейн майҙаны — 4060 км²[7]. Уның һыу сығымы — 39,5 м³/с.|30|12|2016}}
Ингури | |
---|---|
груз. ენგური | |
Характеристика | |
Оҙонлоғо | 213 км |
Бассейн | 4060 км² |
Һыу сығымы | 39,5 м³/с |
Һыу ағымы | |
Инеше | |
· Координаталар | 42°57′17″ с. ш. 43°05′06″ в. д.HGЯO |
Тамағы | Ҡара диңгеҙ |
· Бейеклеге | 0 м |
· Координаталар | 42°23′27″ с. ш. 41°33′34″ в. д.HGЯO |
Урынлашыуы | |
Илдәр | Грузия, Абхазия |
Ингури Викимилектә |
Оло Кавказ һыртының Төп йәки Һыу айырғыс боҙлоғондағы (Куамкуана, Нуам-Куам)) бер нисә инештән башлана, йылғаның төп инеше Шхара тауының көньяҡ битләүендәге шул уҡ исемде йөрөткән боҙлоғонан, икенсеһе — Ушбаның ҡарлы битләүенән баш ала. Үрге ағымы Сванетс соҡоро буйлып аға, түбәндәрәк — үҙәне әкренләп киңәйә баыусы тар һәм тәрән тарлауыҡтар аша үтә, Джвари ҡалаһы янында Колхида уйһыулығына барып сыға. Ҡара диңгеҙгә ҡоя.
Ямғыр һәм боҙлоҡ иҫәбенә тулылана. Йылға тамағы эргәһендәге уртаса йыллыҡ һыу сығымы 170 м³/сек тәшкил итә. Ташҡын мәле март-сентябрь айҙарына тура килә. Һал ағыҙыла. Дымландырыу өсөн һыу самалап ҡулланыла. Ингури буйында 1970 йылдарҙа төҙөлгән Ингур ГЭС-ы, шулай уҡ төҙөлөш туҡтатылған Худон ГЭС-ы уранлашҡан.
Әлеге ваҡытта йылғаның түбәнге ағымы Абхазия һәм Грузия биләмәләре контроллегендәге сик булып хеҙмәт итә. Грузин-абхаз конфликтының иң ҡырҡыу мәлендә Ингури аша һалынған автомобиль күпере һәм тимер юл күперенең бер тороғо емерелә. Күперҙәрҙең беренсеһе 1994 йылдың 26-29 июндә Рәсәйҙең тыныслыҡ яҡлы ғәскәрҙәре көсө менән элекке хәленә ҡайтарыла. Тимер юл күперенең емерелгән тороғо буйлап аҙаҡ йәйәүлеләр өсөн ағас түшәм һалына; 2008 йылда күперҙәге шартлауҙан һуң, ул ҡулланыу өсөн яраҡһыҙ булып ҡала[8]. Һөҙөмтәлә әлеге ваҡытта Грузияның тимер юл транспорты бәйләнеше бары тик Әрмәнстан менән Әзербайжан менән генә һаҡланып ҡалған, Грузиянан Рәсәйгә тимер юл буйлап сығыу мөмкинлеге Әзербайжан аша ғына атҡарыла.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Абхазия, Южная Осетия, Грузия, Армения, Азербайджан // Атлас мира / сост. и подгот. к изд. ПКО «Картография» в 2003 г. ; гл. ред. Г. В. Поздняк. — Испр. в 2005, 2007 и 2010 гг. — М. : ПКО «Картография» : Оникс, 2010. — С. 112—113. — ISBN 978-5-85120-274-2 (Картография). — ISBN 978-5-488-01588-3 (Оникс, зел. пер.). — ISBN 978-5-488-01589-0 (Оникс, син. пер.).
- ↑ Словарь географических названий СССР / ГУГК, ЦНИИГАиК. — 2-е изд., перераб. и доп. — М. : Недра, 1983. — С. 94.
- ↑ Государственный комитет Республики Абхазия по курортам и туризму.
- ↑ Ингур // Малый энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона: В 4 томах. — СПб., 1907—1909.
- ↑ «Ингур» — название реки Ингури, официально используемое в русском языке в Республике Абхазия
- ↑ Инструкция по русской передаче географических названий Грузинской ССР. — М., 1972. — С. 9.
- ↑ Ингури // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- ↑ Абхазия и Грузия жгут последние мосты
Һылтанмалар
үҙгәртергә- [ Ингури] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
- В. М. Ингур // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)(урыҫ.)
- Ингур // Малый энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона: В 4 томах. — СПб., 1907—1909.