Төлгөҙбаш
Төлгөҙбаш (рус. Тульгузбаш) — Башҡортостандың Асҡын районындағы ауыл. Асҡын ауыл Советы составына инә. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 265 кеше[1]. Почта индексы — 452884, ОКАТО коды — 80204804004.
Ауыл | |
Төлгөҙбаш татар. Төлгезбаш | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Географик урыны
үҙгәртергә- Район үҙәгенә тиклем (Асҡын): 18 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Асҡын): 18 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Чернушка): 79 км
Төлгөҙбаш ауылы Төй йылғаһы бассейнына ҡараған Асҡын йылғаһы буйында, район үҙәге Асҡын ауылынан төньяҡҡа табан 18 километр һәм Чернушка тимер юл станцияһынан (Пермь крайы) көньяҡ-көнсығышҡа табан 79 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[2].
Тарихы
үҙгәртергәӘнүәр Әсфәндиәровтың Башҡорт ауылдары тарихына бағышланған хеҙмәтендә Төлгөҙбаш ауылы XIX быуатта Төлгөҙ йылғаһы үрендә барлыҡҡа килгән.
1903 йылда (башҡа мәғлүмәттәрҙә 1906-1911 йылдар арауығында Бөрө өйәҙе биләмәһендә нигеҙләнгән. Атамаһы Төлгөҙ йылғаһы менән бәйле. Документтарҙа Тульчук-Баш, Тульгучбаш тип тә теркәлгән.
1920 йылда Төлгөҙбаш ауылының 74 хужалығында 345 башҡорт йәшәгән[3].
1903—1905 йылдарҙа Татарстандан беренсе күсеп килеүсе Ғатаулла ҡарт килеп, ҡуйы урманда ҡыуыш төҙөй, ағас төпләп, ер ҡаҙый башлай. Унан һуң Ҡаҙансынан Насиров Басир, Вәхитов Шәфиҡ, Халиҡ, Әбдрәзәҡов Шәйислам үҙҙәренә ер һатып алалар. Был ваҡытҡа ерҙе бояр Жуковский һатып алған була. Ул үҙе Петербургта йәшәгән. Бында сейә ағастары менән уратып алынған ике ҡатлы дачаһы булған. Йәй көнө ғаиләһе менән ял итергә ҡайтып йөргән. Урындағы халыҡ боярға ер өсөн һалым түләгән. Күсеп килеүселәр әкренләп йорттар төҙөй башлай. Ауылдан йыраҡ түгел Төлгөҙ йылғаһы аҡҡан, һәм йылға башында ултырған ауыл Төлгөҙбаш тип аталған.
1917 йылда 50-60 йорт, ике мунса була ауылда. 18 километр алыҫлыҡта урнашҡан Ҡаҙансы ауылына кәрәсин һатып алырға йөрөйҙәр. Ҡуйы урман аша юл һалыу тураһында ҡарар итәләр.
1911 йылда Дауыт мулла тәҡдиме буйынса мәсет төҙөлә, ул 1931 йылға тиклем эшләй.
1929 йылда башланғыс мәктәп асыла. Беренсе уҡытыусылары Өфөнән килгән Шакир Үрәҙмәтов, Ниғмәтйән Ҡансияров, Нурмөхәмәт Кирәев (Кирәй Мәргән атаһы) һәм башҡалар булған.
1882—1934 йылдарҙа Төлгөҙбашта сығышы менән хәҙерге Пермь крайы Октябрь районы Йомран ауылынан булған башҡорт мәғрифәтсеһе Нурмөхәмәт сәсән Йомрани йәғни Арыҫлан улы Кирәев йәшәгән. Уның «Беҙҙең ерҙәребеҙ һатылған» тигән шиғыры әле лә актуаль яңғырай, ер менән һатыу-алыу эштәрен төптән уйлап башҡарыу, уны киләсәк быуын балаларыбыҙға тапшырыу мәсьәләһен күтәрә:
Эй, туғандарым, ерҙе һаҡлағыҙ,
Әрәм итмәгеҙ, ерҙе һатмағыҙ.
Белегеҙ алдан ер ҡәҙерҙәрен,
Ерендә булһын үҙ ҡәберҙәрең.
Сәсәндең улы Кирәй Мәргән (1912—1984) — күренекле яҙыусы, фольклорсы ғалим, филология фәндәре докторы, профессор. Өфө ғилми үҙәгендә Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында һәм Башҡорт дәүләт университетында оҙаҡ йылдар емешле хеҙмәт иткән[4].
1929—1930 йылдарҙа ауылда коллективлаштырыу башлана."Ҡыҙыл Төлгөҙ" колхозы төҙөлә.Сафиуллин Ниғмәтйән уның беренсе рәйесе була.Һуңынан колхоз «Ирек» тип исемләнә.
1931 йылда мәсет бинаһын мәктәп итеп үҙгәртәләр.
1939 йылда мәктәп — ете йыллыҡ, 1962 йылда — һигеҙ йыллыҡҡа әйләнә.
1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышына Төлгөҙбаш ауылынан 182 кеше китә. 103 кеше әйләнеп ҡайта, 79 яугир һәләк була.
Төлгөҙбаш ауылы Советтар Союзы Геройы Ғәлимйәнов Сәлимйән Ғәлимйән улы Һәм Ленин ордены кавалеры, Советтар Союзы Геройы исеменә тәҡдим ителгән Кавказ тауҙарында барған һуғыштарҙа батырҙарса һәләк булған Шәрип Васиковтың тыуған төйәге.
1933—1951 йылдарҙа колхоз төрлө үҙгәрештәр кисерә, "Дружба"колхозы, 1969 йылдан" Дружба" совхозына керә.
1964 йылдың 30-сы йылдарынан «Ҡыҙыл Төлгөҙ» артеле эшләй, ағас эшкәртәләр, сана, саңғылар һәм башҡалар, эшләйҙәр…[5]
Халыҡ һаны
үҙгәртергәТөлгөҙбаш ауылында башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002).
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 345 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 462 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 427 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 262 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 265 | 125 | 140 | 47,2 | 52,8 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Хәҙерге торошо
үҙгәртергәӘлеге ваҡытта ауылда 1-се Асҡын урта мәктәбе филиалы — Төлгөҙбаш башланғыс мәктәбе, балалар баҡсаһы, мәҙәниәт йорто, фельдшер — акушерлыҡ пункты, 2 магазин, мәсет бар. КФХ эшләй, юлдар төҙөкләндерелгән, телефон, интернет, телевидение бар. Кешеләр заманса йорттар төҙөп кергән.
Күренекле кешеләре
үҙгәртергәУрамдары
үҙгәртергәУрам исеме[6]
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Төлгөҙбаш // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 302. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- Ярис Зайдуллин. Из истории деревни Тульгузбаш. Аскинская новь.№ 7 от 16.02.2022г.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Төлгөҙбаш // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 302. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 302. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Ярис Зайдуллин. Из истории деревни Тульгузбаш. Аскинская новь.№ 7 от 16.02.2022г.
- ↑ «Налог Белешмәһе» системаһында Төлгөҙбаш ауылы
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |