Татар Малаяҙы

Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһы Салауат районындағы ауыл
(Татарский Малояз битенән йүнәлтелде)

Татар Малаяҙы (рус. Татарский Малояз) — Башҡортостандың Салауат районындағы ауыл Советы үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 586 кеше[2]. Почта индексы — 452490, ОКАТО коды — 80247835001.

Ауыл
Татарский Малояз
башҡ. Татар Малаяҙы
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Салауат районы

Ауыл биләмәһе

Малаяҙ ауыл Советы

Координаталар

55°12′28″ с. ш. 58°09′13″ в. д.HGЯO

Халҡы

586[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

452490

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 247 835 001

ОКТМО коды

80 647 435 101

ГКГН номеры

0520162

Татарский Малояз (Рәсәй)
Татарский Малояз
Татарский Малояз
Татар Малаяҙы (Башҡортостан Республикаһы)
Татарский Малояз

Географик урыны

үҙгәртергә

Татар Малаяҙы Йүрүҙән йылғаһы ҡушылдығы Малаяҙ йылғаһы буйында, район үҙәге Малаяҙ ауылынан төньяҡҡа табан 3 километр һәм Кропачёво (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 32 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].

1756 йылда менән керҙәшлек килешеүе буйынса Себер даруғаһы Мырҙалар улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә типтәрҙәр Малаяҙ атамаһы менән хәҙерге Татар Малаяҙы ауылына нигеҙ һалған[4].

Биләмә берәмектәренә инеүе

үҙгәртергә
Теркәү йылы Улус, ауыл советы Өйәҙ, кантон, район Губерна, Республика Дәүләт
1757 улусы Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй Империяһы
1816 -се йорт -се Башҡорт кантоны Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1834 -се йорт -се Башҡорт кантоны Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1847 -се йорт -се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1859 -се йорт -се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1895 улусы Златоуст өйәҙе Өфө губернаһы Рәсәй империяһы
1920 улусы Мәсәғүт кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы   РСФСР
1926 Ҡаратаулы улусы Мәсәғүт кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы   СССР
1935 Ҡаратаулы ауыл Советы Малаяҙ районы Башҡорт АССР-ы   СССР
1941 Ҡаратаулы ауыл Советы Салауат районы Башҡорт АССР-ы   СССР
1990 Малаяҙ ауыл Советы Салауат районы Башҡортостан Республикаһы   Рәсәй Федерацияһы

Ауылдың XIX быуаттың икенсе яртыһындағы үҫеше

үҙгәртергә

XIX быуат башында Яңы Малаяҙ (хәҙер — Черепанов ауылы) исемле бүлендек ауыл барлыҡҡа килгәндән һуң, Иҫке Малаяҙ булараҡ теркәлгән.

XIX быуат уртаһынан Малаяҙ тип иҫәпкә алынған.

1795 йылда 159 кеше, 1865 йылда 85 йортта — 486 кеше йәшәгән. Игенселек, малсылыҡ менән шөғөлләнгәндәр.

Малаяҙ ауылында мәсет, училище булған.[5]

Ауылдың XX быуаттағы һәм хәҙерге үҫеше

үҙгәртергә

1906 йылда Татар Малаяҙы ауылында 1817 йылда төҙөлгән мәсет, 4 бакалея кибете булған.

XX быуаттың 50-се йылдарынан хәҙергесә — Татар Малаяҙы — тип атала.

Татар Малаяҙы ауылында 1-се һанлы Малаяҙ урта мәктәбенең филиалы — Татар Малаяҙы төп мәктәбе, балалар баҡсаһы, үҙәк район дауаханаһы филиалы, Мәҙәниәт йорто, китапхана бар[6].

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Татар Малаяҙы ауылында татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002).

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 961
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар 692
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 478
2002 йыл 9 октябрь 602
2010 йыл 14 октябрь 586 286 300 48,8 51,2

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Билдәле кешеләре

үҙгәртергә
  • Ғәниев Хәбиб Абдрахман улы (17.12.1909—20.12.1970), генерал-майор, совет хәрби начальнигы һәм йәмәғәт эшмәкәре, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Ике Ленин, өс Ҡыҙыл Байраҡ, ике Ҡыҙыл Йондоҙ һәм I дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры.
  • Нәҡи Иҫәнбәт (29.12.1899—12.09.1992), яҙыусы, Татарстандың халыҡ яҙыусыһы, шағир, драматург, прозаик, ғалим-фольклорсы һәм филолог (1986), Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1957), РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1959), ТАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Ленин (1957), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1969) һәм Халыҡтар дуҫлығы (1980) ордендары кавалеры.
  • Камалетдинова Фәриҙә Мирсаяп ҡыҙы (25.08.1916—15.01.2008), башҡорт театр актёры, 1967 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1972).
  • Хәбирова Ғәлимә Фәтҡулла ҡыҙы (17 август 1928 йыл) — травматолог-ортопед-ғалим, медицина фәндәре докторы (1982. Татар АССР-ының атҡаҙанған табибы (1985), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1969) һәм СССР уйлап табыусыһы (1986).
  • Ғибаҙуллин Барый Ғибаҙулла улы (1909 й. тыуған —) — тарих фәндәре кандидаты (1947), Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, танкист, Курск дуғаһындағы алышта ҡатнашҡан, Еңеүҙе Прагала ҡаршылаған. СССР Фәндәр Академияһы Башҡорт филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында өлкән фән хеҙмәткәре, Башҡорт дәүләт медицина институтында доцент булып эшләй. Б.Һ.Әхмәҙиев, Х. А.Ғафаров менән берлектә, «На земле легендарного Салавата» китабының авторҙашы (Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988)[7].
  • Ғибаҙуллин Вәғит Ғибаҙулла улы (27.10.1917 й.тыуған) — 1929 й. Малаяҙ башланғыс мәктәбен тамамлаған, Лаҡлы колхоз йәштәре мәктәбендә, 1932 й. Силәбе өлкәһендәге Ялан-Ҡатай ауыл хужалығы (1933 йылдан Троицк) техникумында уҡыған. 1936 й. Башҡортостан ауыл хужалығы институтының рабфагына инә. 1941 й. институтты тамамлағандан һуң, йүнәлтмә менән Төркмәнстан Республикаһының Ташауыз техникумында уҡытырға ебәрелә. 1947 й. Коммунистар партияһы ағзаһы. 1955 й. 35-меңселәр сафында БАССР-ҙың Шишмә районындағы Будённый исемендәге колхоз рәйесе. 1961 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы етәксе кадрҙарының белемен камиллаштырыу мәктәбе директоры. 1966 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы институты проректоры. 1971 йылда Мәскәүҙә Тимирязев Академияһында кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай[8].

Дауахана тарихы

үҙгәртергә

Урамдары

үҙгәртергә
  • Үҙәк урам (рус.  Центральная (улица)[9]

Тирә-яҡ мөхит

үҙгәртергә
Ер-һыу атамалары

Тауҙар:

Йылғалар:

Шишмәләр:

Ялан-бесәнлектәр:

Таусыҡтар, түбәләр:

Башҡа урын-ер атамалары:

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Ҡаратаулы ырыуы

Ауыл тураһында ваҡытлы матбуғат

үҙгәртергә
  • Земля салаватская, земля батыра./ Автор-составитель: Сабирьянова С. Г. — Уфа: АН РБ, Гилем, 2010. — 400 с. (рус.)

Сығанаҡтар

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Татар Малаяҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Татар Малаяҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  5. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4. 528 сс.
  6. Татар Малаяҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  7. Земля салаватская, земля батыра./ Автор-составитель: Сабирьянова С. Г. — Уфа: АН РБ, Гилем, 2010. — 400 с. (рус.), 272—273 стр.
  8. Земля салаватская, земля батыра./ Автор-составитель: Сабирьянова С. Г. — Уфа: АН РБ, Гилем, 2010. — 400 с. (рус.), 182—187 стр.
  9. Карта д. Махмутово. Улицы