С. А. Герасимов исемендәге Бөтә Рәсәй дәүләт кинематография институты
С. А. Герасимов исемендәге Бөтә Рәсәй дәүләт кинематография институты (рус. Всероссийский государственный институт кинематографии имени С. А. Герасимова ВГИК) — 1919 йылдың 1 сентябрендә Мәскәүҙә ойошторолған Рәсәй Федерацияһының юғары һәм вуздан һуң һөнәри белем биреү федераль бюджет учреждениеһы. Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығына ҡарай[4].
С. А. Герасимов исемендәге Бөтә Рәсәй дәүләт кинематография институты | |
Нигеҙләү датаһы | 1 сентябрь 1919 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Ümumittifaq Dövlət Kinematoqrafiya İnstitutu, Sergey Gerasimov adına Ümumittifaq Dövlət Kinematoqrafiya İnstitutu, Дзяржаўная школа кінэматаграфіі, Дзяржаўны тэхнікум кінэматаграфіі, Дзяржаўны інстытут кінэматаграфіі, Вышэйшы дзяржаўны інстытут кінэматаграфіі, Усесаюзны дзяржаўны інстытут кінэматаграфіі, Усесаюзны дзяржаўны інстытут кінэматаграфіі імя Сяргея Герасімава, Усерасейскі дзяржаўны інстытут кінэматаграфіі імя Сяргея Герасімава, Усерасейскі дзяржаўны ўнівэрсытэт кінэматаграфіі імя Сяргея Герасімава, Усерасейскі дзяржаўны інстытут кінэматаграфіі імя Сяргея Герасімава һәм Усерасейскі дзяржаўны ўнівэрсытэт кінэматаграфіі імя Сяргея Герасімава |
Ҡыҫҡаса атамаһы | ВГИК һәм VGIK |
Эшмәкәрлек төрө | кинематограф[1] һәм Юғары белем[1] |
Кем хөрмәтенә аталған | Сергей Аполлинариевич Герасимов[d] |
Менеджер/директор | Малышев, Владимир Сергеевич[d] |
Ректор | Малышев, Владимир Сергеевич[d] |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Ростокино[d] |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы | Мәскәү, Рәсәй |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | Культурное наследие России/Москва/Северо-восточный округ[d] |
Мираҫ статусы | исторически ценный градоформирующий (средоформирующий) объект[d][2] |
Рәсми сайт | vgik.info |
Указания, как добраться | улица Вильгельма Пика, 3 |
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр | 7590 ± 9[3] |
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы | Категория:С. А. Герасимов исемендәге Бөтә Рәсәй дәүләт кинематография институты уҡытыусылары |
С. А. Герасимов исемендәге Бөтә Рәсәй дәүләт кинематография институты Викимилектә |
2004 йылдың майынан ВГИК шулай уҡ урта профессиональ белем биреү программаһын тормошҡа ашыра[5].
Институт кинематография, телевидение, видео һәм башҡа экран сәнғәте өлкәһендә ижади белгестәр сығара. Аспирантураһында ғилми һәм педагогик эшмәкәрлек буйынса белгестәр әҙерләнә[6].
2013 йылдың 15 апреленән институты Рәсәй Федерацияһы халыҡтарыныңайырыуса әһәмиәтле мәҙәни мираҫ объекты тип баһалана һәм Рәсәй Федерацияһы халыҡтары мәҙәни мираҫ объекттарының айырыуса ҡиммәтле дәүләт йыйынтығына индерелә.
Тарихы
үҙгәртергә1919 йылдың 1 сентябрендә Мәскәүҙә донъяла беренсе Дәүләт кинематография мәктәбе асыла[7], ул Совет майҙаны һәм Тверь урамы мөйөшөндәге элекке шәхси фатирҙың ике бүлмәһендә урынлаша. Ул ваҡыттағы берҙән-бер кинонатурщиктар (актерҙар шулай атала) йыйыу тураһында иғлан ителә. Студенттарға хис-тойғолар пластикаға, бейеү, мимик тасуирлыҡ, фехтование, акробатика, тәнде үҫтереү һәм хистәр гимнастикаһы уҡытыла. Уҡытыу аппаратуралары булмай һәм студенттарға киноэкранды күәҙәләндергән көйләнгән рама артында уйнарға тура килә.
1923 йылда киномәктәптә киноинженер (кинооператор) факультеты, 1924 йылда — режиссерлыҡ һәм йәнһүрәттәр оҫтаханалары асыла. 1925 йылда мәктәп Дәүләт кинематография техникумын итеп үҙгәртелә (ГТК).
Ләүләт киномәктәбенең тәүге уҡытыусыларының береһе Валентин Туркин (киномәктәп етәксеһе), Владимир Гардин, Лев Кулешов һәм Эдуард Тиссэ була. 1928 йылда бында Сергей Эйзенштейн уҡыта башлай, ул ВГИК-та 1948 йылға тиклем эшләй. 1940 йылда ВГИК-ты Давид Файнштейн етәкләй, ул 1941 йылда фронтта һәләк була[8].
1930 йылдың 5 авгусында ВСХВ бойороғо менән Дәүләт кинематография техникумы Дәүләт кинематография институты итеп үҙгәртелә[7].
1938 йылдың 17 майынан — Бөтә Союз дәүләт кинематография институты (ВГИК)[7].
1930—1938 йылдарҙа институт Ленинград проспектында «Яр» ресторанының элекке бинаһын биләй. Һуңынан бер ни тиклем ваҡыт хәҙер М. Горький исемендәге киностудия урынлашҡан бинала эшләй. 1938 йылдың сентябрендә ВГИК бинаһын проектлау башлана, институттың аудиториялары һәм башҡа биналары 750 тыңлаусыға иәҫпләнә. Төҙөлөш өсөн кинохроника студияһы (Ростокино) төҙөлөшө майҙанында участка бүленә. Институт корпусы яңы студия бинаһы менән берҙәм архитектура комплексы итеп күҙаллана. 1950 йылдар башында Вильгельм Пик урамы буйынса хәҙерге бинаның уң ҡанаты төҙөлә, ә 1955 йылда ВГИК һулыһынса яңы бинаның уҡыу аудиторияларына күсенә. Төшөрөү павильондары тағы бер нисә йыл М. Горький исемендәге киностудия бинаһында ҡала; студенттар төрлө райондарҙа урынлашҡан ятаҡтарҙа йәшәй; 1978 йылда Борис Галушкин урамында яңы 16 ҡатлы ятаҡ төҙөлә.
1941 йыл һуңынан 1943 йылдың майына тиклем Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында ВГИК «Мосфильм» һәм «Ленфильм» киностудиялары менән бергә Ҡаҙаҡ ССР-ының баш ҡалаһы Алма-Атаға эвакуациялана, унда урындағы кинотехникум базаһында совет кинематографияһы өсөн кадрҙар әҙерләүен дауам итә[9][10].
1970—1980 йылдарҙа институтының ректоры В. Н. Ждан була.
СССР Министрҙар Советының 1986 йылдың 5 февралендәге ҡарары менән Бөтә Союз дәүләт кинематография институтына билдәле совет кинорежиссеры Сергей Аполлинариевич Герасимов исеме бирелә[7].
Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Кинематография буйынса комитеттың 1992 йылдың 28 июлендәге 71-се бойоро менән С. А. Герасимов исемендәге Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Бөтә Союз дәүләт кинематография институты А. С. Герасимов исемендәге Бөтә Рәсәй дәүләт кинематография институты тип үҙгәртелә[7].
Мәҙәниәт һәм кинематография буйынса федераль агентлыҡтың 2008 йылдың 26 мартындағы 151-се бойороғо менән институт С. А. Герасимов исемендәге Бөтә Рәсәй дәүләт кинематография университеты (элекке «ВГИК» аббревиатураһы һаҡлана) тип үҙгәртелә, федераль статусҡа эйә була[11][7].
2015 йылдың 22 майында университетҡа элекке исеме кире ҡайтарыла — С. А. Герасимов исемендәге Бөтә Рәсәй дәүләт кинематография институты[12].
ВГИК-тың аяҡҡа быҫыуында Лев Кулешов, Сергей Эйзенштейн, Всеволод Пудовкин, Александр Довженко, Григорий Козинцев, Сергей Герасимов, Михаил Ромм, Роман Кармен, Станислав Ростоцкий, Лев Кулиджан, Сергей Бондарчук һәм башҡа бик күп кино сәнғәтенең арҙаҡлы эшмәкәрҙәре ҡатнаша.
Уҙған ваҡыт эсендә ВГИК-та ун биш меңдән ашыу белгес белем ала, улар хәҙерге ваҡытта донъяның һикһәндән ашыу илендә эшләй: кино- һәм телефильмдар төшөрөү, уҡытыу менән шөғөлләнә, мәҙәниәт учреждениеларын етәкләй[10][13].
Факультеттары
үҙгәртергәИнститутта белгестәр түбәндәге факультеттарҙа һәм кафедраларҙа алып барыла (2015—2016 уҡыу йылына ҡарата):
- Режиссер факультеты;
- Актерлыҡ факультеты;
- Художество факультеты;
- Кинооператорлыҡ факультеты;
- Анимация һәм мультимедиа факультеты;
- Сценарий-кино белеме факультеты;
- Продюсерлыҡ һәм иҡтисад факультеты;
- Факультет-ара кафедралар һәм лабораториялар:
- Философия һәм тарих кафедраһы,
- Эстетика, мәҙәниәт теорияһы һәм тарих кафедраһы,
- Кино драматургияһы лабораторияһы,
- Һынлы сәнғәт һәм һүрәт лабораторияһы,
- Һынлы сәнғәт лабораторияһы,
- Сит илдең киноһы тарихы лабораторияһы,
- Ватан киноһы тарихы лабораторияһы,
- Классик һәм дәүмәлле-ҡурсаҡ анимацияһы лабораторияһы,
- Компьютер графикаһы һәм мультимедиа лабораторияһы.
Юғары белем һөнәрҙәре
үҙгәртергәЮғары һәм вуздан һуң профессиональ белем биреү программаһы буйынса ВГИК кино, телевидение, видео һәм башҡа экран сәнғәте һәм башҡа түбәндәге һөнәр белгестәрен әҙерләй:
- нәфис фильм режиссёры;
- телевидение режиссёры;
- документаль фильм режиссёры;
- драматик театр һәм кино актеры;
- кино-, теле- һәм видеофильм операторы;
- кинодраматург, кино һәм телевидение әҙәби хеҙмәткәре;
- фәнни, уҡыу һәм реклама фильмы режиссеры,
- анимация һәм компьютер графикаһы режиссеры;
- анимация һәм мультимедиа режиссеры;
- монтаж режиссёры;
- кино һәм телевидение продюсеры;
- кино-, теле- һәм башҡа экран сәнғәте тарихсыһы һәм теоретигы ;
- кино-, теле- и видеотәнҡитсе;
- кино, видео-, телестудиялар редакторы;
- тауыш режиссёры;
- кино-, теле- һәм башҡа экран сәнғәте буйынса махсуслаштырылған баҫмалар мөхәррире (әҙәби хеҙмәткәр);
- фильмдың рәссам-ҡуйыусыһы;
- анимация фильмының рәссам-ҡуйыусыһы;
- костюм буйынса рәссәам;
- анимация һәм компьютер графикаһы рәссамы;
- аудиовизуаль продукцияны сығарыу һәм һатыу менеджеры.
ВГИК-тың Кино, телевидение һәм мультимедиа колледжы
үҙгәртергәВГИК-тың Ғалимдар советы ҡарары менән 2004 йылдың майында яңы структура бүлексәһе — институт факультеттары һәм кафедралары менән хеҙмәттәшлектә урта һөнәри белем биреү программаһын тормошҡа ашырған ВГИК-тың Кино, телевидение һәм мультимедиа колледжы ойошторла. Уның уҡыу корпусы Мәскәүҙә Будай урамында урынлашҡан .
Урта һөнәри белем
үҙгәртергәКолледж түбәндәге йүнәлештәр буйынса (2015—2016 уҡыу йылына ҡарата) белгестәр әҙерләй:
- «Һынлы сәнғәт (төр буйынса)» (тәрәндән өйрәнеү) — «Һынлы сәнғәт-рәссам, уҡытыусы» квалификацияһы бирелә.
ВГИК-тың күнекмә киностудияһы
үҙгәртергәИнститут Рәсәйҙә кино- һәм видеофильмдар төшөрөү өсөн тулы технологик циклы булған үҙенең күнекмә киностудияһына эйә дәүләт киномәктәбе булған берҙән-бер уҡыу йорто. Киностудия ҡарамағында үҙенең төшөрөү павильондары, төшөрөү һәм яҡтыртыу техникаһы, костюм һәм гримм реквизиттары, декорация-техник цехы, монтаж-тонировка комплексы бар[4].
ВГИК-тың Халыҡ-ара студенттар фестивале
үҙгәртергә1961 йылда Бөтә Союз дәүләт кинематография институты СССР Мәҙәниәт министрлығы ярҙамы менән ВГИК-тың Халыҡ-ара студенттар фестивален ойоштора. Уның төп маҡсаттарының береһе булып ВГИК студенттарының, Рәсәй һәм сит ил кинематография, театр һәм телевизион мәктәптәрендә уҡыусыларҙың ижади ҡаҙанышын баһалау тора. Фестиваль әлегәсә үткәрелә[14].
Наградалары
үҙгәртергә- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены[7].
- 2009 — Дуҫлыҡ ордены (Вьетнам)[15].
- 2014—2014 йылдың 4 мартында А. С. Герасимов исемендәге Бөтә Рәсәй Дәүләт кинематография университеты 2013 йыл өсөн «Ника» милли премияһына лайыҡ була[16].
- 2018 — Әрмәнстан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының алтын миҙалы[17].
Нумизматика
үҙгәртергә2019 йылдың 28 авгусында Рәсәй Банкы әйләнешкә 3 һумлыҡ «С. А. Герасимов исемендәге Бөтә Рәсәй дәүләт кинематография институтының 100-йыллығы» иҫтәлекле көмөш аҡсалар сығара[18].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Кинообразование
- Мәскәү киновидеоинституты
- Санкт-Петербург дәүләт кино һәм телевидение институты
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Vserossijskij gosudarstvennyj universitet kinematografii im. S. A. Gerasimova // Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ Распоряжение Департамента культурного наследия города Москвы № 60 от 29.01.2014
- ↑ Интерфейс программирования приложения YouTube
- ↑ 4,0 4,1 ВГИК: Официальная информация . vgik.info. Дата обращения: 13 сентябрь 2012.
- ↑ Колледж кино, телевидения и мультимедиа . vgik.info. Дата обращения: 26 декабрь 2019.
- ↑ Всероссийский государственный институт кинематографии. Сайт «Мегаэнциклопедия Кирилла и Мефодия» // megabook.ru
- ↑ 7,0 7,1 7,2 7,3 7,4 7,5 7,6 Устав ФГОУ ВППО «Всероссийский государственный университет кинематографии имени С. А. Герасимова» (утверждён приказом Министерства культуры Российской Федерации № 544 от 1 июня 2011 года). // vgik.info
- ↑ Василий Макарович Шукшин, И. А. Коротков, Е. В. Огнева, Валерий Фомин, Государственный музей истории литературы, искусства и культуры Алтая. Василий Шукшин--жизнь в кино. — Гос. музей истории литературы, искусства и культуры Алтая, 2009. — 360 с.
- ↑ ВГИК на берегу Алма-Атинки - статья издания "Московский комсомолец" в связи с "Днями ВГИКа в Алматы" . vgik.info. Дата обращения: 26 декабрь 2019.
- ↑ 10,0 10,1 Всероссийский государственный университет кинематографии имени С.А. Герасимова . ТАСС. Дата обращения: 26 декабрь 2019.
- ↑ Приказ Федерального агентства по культуре и кинематографии от 26 марта 2008 года № 151 «Об утверждении нового наименования, внесении изменений и дополнений в Устав федерального государственного образовательного учреждения высшего и послевузовского профессионального образования „Всероссийский государственный институт кинематографии имени С. А. Герасимова“». Архивная копия на Wayback Machine Правовой портал в сфере культуры // pravo.roskultura.ru
- ↑ Изменения в Устав федерального государственного бюджетного образовательного учреждения высшего образования «Всероссийский государственный институт кинематографии имени С. А. Герасимова» (утверждены приказом Министерства культуры Российской Федерации № 1647 от 22 мая 2015 года) (pdf). vgik.info (22 май 2015). Дата обращения: 24 ғинуар 2016.
- ↑ Путин поздравил ВГИК с 95-летием . ТАСС. Дата обращения: 26 декабрь 2019.
- ↑ Регламент Международного студенческого фестиваля ВГИК. // media.wix.com
- ↑ Хонг Куан. ВГИК имени С. А. Герасимова награждён Орденом Дружбы Вьетнама . Иллюстрированный журнал «Вьетнам» (10 ноябрь 2009). Дата обращения: 25 март 2011. Архивировано 26 июль 2012 года.
- ↑ Лауреаты Национальной кинематографической премии «НИКА» за 2013 год . Ника. Дата обращения: 26 декабрь 2019. Архивировано 14 апрель 2015 года. 2015 йыл 14 апрель архивланған.
- ↑ Приказ министра культуры Республики Армения . Дата обращения: 27 май 2018. Архивировано 3 сентябрь 2018 года.
- ↑ Выпускается в обращение памятная монета из драгоценного металла . Банк России. Дата обращения: 9 декабрь 2019.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Официальный сайт
- Биографии и справки. Всероссийский государственный университет кинематографии имени С. А. Герасимова . Информационное агентство России «ТАСС». Дата обращения: 18 декабрь 2014.
- Всероссийский государственный институт кинематографии. Сайт «Мегаэнциклопедия Кирилла и Мефодия» // megabook.ru
- vgik — сообщество «ВГИК и ВГИКовцы» в «Живом журнале»