Ҡыл ҡумыҙ — төрки ҡәбиләләрендә киң таралған һыҙғыслы-ҡыллы уйын ҡоралы. Был инструмент ҡайын киҫәгенән сүмес формаһында соҡоп эшләнгән. Ҡыл ҡумыҙҙы элегерәк тулыһынса ағастан эшләгәндәр.Оҙонлоғо 650—800 мм тирәһе. Яртылаш асыҡ декаһын быҙау тиреһенән эшләгәндәр. Ҡылдарын ат ялынан тарттырып бәйләгәндәр. Һыҙғысын да ағас таяҡҡа ат ялын тарттырып бәйләп эшләгәндәр.

Ҡыл ҡумыҙ
изображение
Классификация

Ҡыллы һыҙғыслы музыка ҡоралы

Диапазон:

яҡынса 2.5 октава

Туғандаш инструменттар

Альт,скрипка

Логотип Викисклада Ҡыл ҡумыҙ Викиһаҡлағыста

Абруйлы бер хеҙмәттә[1] һүрәтләнеүенсә, «Ҡумыҙ — гриф (муйыны) беркетелгән, башы европа скрипкаһына тартым. Кәүҙәһе ағас көп урынына иләнгән тире менән ҡапланған. Уйым муйын тирәһендә генә көпләнгән, ҡалған өлөшө — асыҡ килеш. Ҡылдары өсәү — аҡ ат ҡылынан. Был уйын ҡоралы ҡыҙыл төҫкә буялған, оҙонлоғо 66 см. Тирәһе, килбәте бөкөрөрәк, һыҙғысы ла шулайыраҡ…» Белгестәрҙең фекеренсә, ҡыл ҡумыҙ хәҙерге скрипканың барлыҡҡа килеүенә нигеҙ булған. Тик унан айырмалы рәүештә, ҡыл ҡумыҙҙы яурын башына һалып түгел, тубыҡтарға терәп уйнайҙар.

Ғалимдарҙың билдәләүенсә, V—VIII быуаттарҙа ҡыл ҡумыҙ төрлө шамандарҙың, бағымсыларҙың, арбаусыларҙың төп ҡоралы булып ҡулланылған. Бигерәк тә уғыҙ-төрки теленә ҡараған ырыу һәм ҡәбиләләрҙең (төркмән, әзербайджан, төрөктәрҙең ата-бабалары) уртаҡ ҡомартҡыһы «Ҡорҡот Ата китабы»(«Китабе дәдәм Ҡурҡот») тигән атаҡлы эпик әҫәрендә был асыҡ күренә. Ҡорҡот — ҡыл ҡумыҙҙы барлыҡҡа килтереүсе генә түгел, ә моңо менән кешеләрҙе арбаусы, сихри моңдоң серен халыҡҡа еткереүсе легендар шәхес. Был уйын ҡоралынан һыҙылып сыҡҡан тетрәндергес һуҙынҡы моң теге донъя көстәре менән туранан-тура бәйле, тип иҫәпләнгән. Ябай кеше был ҡоралда уйнау түгел, уға ҡағылырға ла тейеш булмаған. Башҡорттар ҡыл ҡумыҙға ҡушылып ырымлау йырҙарын — һарнауҙарҙы башҡарған. Ислам дине был музыка ҡоралын өнәмәгән, ырымсыларҙы эҙәрләгән, шул сәбәпле ҡыл ҡумыҙ аҡрынлап онотолған, ҡулдан төшкән. Ләкин был изге музыка ҡоралы тураһында мәғлүмәт һәм иҫтәлектәр халыҡ хәтеренән юғалып бөтмәй. Был турала киң билдәле ғалим, яҙыусы Рәшит Шәкүр яҙып сыҡты. Ә Әбйәлил районы үҙәге Асҡарҙа йәшәүсе Илсен Мирхәйҙәров башҡорттарҙың ҡыл ҡумыҙын тергеҙеп, композитор Айрат Ҡобағошовҡа бүләк итә.

Ҡыл ҡумыҙҙы донъя кимәленә ҡаҙаҡтар сығара, сөнки был уйын ҡоралы уларҙа бетеү урынына һаҡланған. Улар Ҡорҡот Атаның иҫтәлеген бик хөрмәт итә һәм уның ерләнгән урынында мавзолей төҙөгән. Был мавзолейҙа Ҡорҡот Атаның ҡыл ҡумыҙы һаҡлана, ә тышта ҡыл ҡумыҙға бағышланған уникаль һәйкәл бар — ел иҫкән ваҡытта был һәйкәл ҡыл ҡумыҙ тауышына оҡшағаныраҡ моң сығара. Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы саҡырыуы буйынса, 2005 йылда Өфөгә Ҡаҙағстандан Ҡондоҙ Жаппас ҡыҙы Ҡаламбаева килә. Ул башҡорттарҙа ҡасандыр киң таралып та, хәҙер онотолоп бөтә яҙған музыка ҡоралында уйнау серҙәрен аса. «Ҡыл ҡумыҙҙың моңо тәрән, үҙ тауышы бар. Ул оркестрҙың бер биҙәге», — тип иҫәпләй Башҡортостандың халыҡ артисы, Милли музыка ҡоралдары оркестры етәксеһе Рәмил Ғәйзуллин. Ҡыл ҡумыҙҙа уйнаусы беренсе ҡарлуғастар — икеһе лә Өфө дәүләт сәнғәт академияһында белем алыусы Альбина Вәлиева һәм Зәлиә Яҡупова була.Үҙҙәренә шундай мөмкинлек биргән өсөн ҡыҙҙар башҡорт музыкаһы факультеты деканы, профессор Айрат Ҡобағошовҡа һәм Ҡондоҙ Ҡаламбаеваға рәхмәтлеләр. Бөгөн ҡыл ҡумыҙҙы сәнғәт академияһы эргәһендәге оҫтаханала эшләйҙәр.

  1. Шәкүр Рәшит. Сыңрау торналар иле. Мәҡәләләр һәм очерктар. — Өфө: Башҡортостан "Китап"нәшриәте, 1996. — 416 бит.
  2. Тансулпан Бураҡаева «Ҡыл ҡумыҙҙа — беҙҙең асылыбыҙ»/ «Киске Өфө»- 14-20 август, 2004 йыл.
  3. Юлай Мәҡсүтов «Ҡыл-ҡумыҙ булған ерҙә» /«Йәшлек», № 33, 24 март, 2005 йыл.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. «Труды музыкально- этнографической комиссии императорского общества любителей естествознания, антропологии и этнографии». Москва, 1911

Һылтанмалар

үҙгәртергә