Викидатала элемент тултырылмаған

Сәлимйән — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла Сәлимйән исеме осрай.

Этимология үҙгәртергә

Сәлимйән ғәрәп телендәге сәлим һәм фарсы телендәге йән һүҙҙәре ҡушып яһалған. Иҫән-һау, сәләмәт тигәнде аңлата[1].

Билдәле кешеләр үҙгәртергә

Бәҙретдинов Сәлимйән Миңләхмәт улы (3 май 1950 йыл) — башҡорт яҙыусыһы, журналист, ғалим-фольклорсы. Филология фәндәре кандидаты (2010). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1990), СССР Журналистар союзы (1988) һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы (2000) ағзаһы. I һәм III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайҙары делегаты. Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге республика (1996) һәм Учалы районының Муса Мортазин исемендәге (1996) премиялары лауреаты. Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы (2000) һәм «За заслуги в проведении Всероссийской переписи населения» миҙалы (2003) менән бүләкләнгән. Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт ветераны (2010).

Ғәлимйәнов Сәлимйән Ғәлимйән улы (25 сентябрь 1915 йыл — 12 июль 2005 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Советтар Союзы Геройы (1943).

Әбдиев Сәлимйән Билал улы (рус. Абдеев Салимзян Билалович; 30 декабрь 1916 йыл — 16 декабрь 2011 йыл) — 112-се Башҡорт (16-сы гвардия Чернигов) кавалерия дивизияһы яугиры, рядовой. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры

Фамилияла үҙгәртергә

Сәлимйәнов Биктимер Рәжәп улы (рус. Салимьянов (Салимянов) Биктимер Разяпович; 1922 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ефрейторы. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1945).

Сәлимйәнов Баһданур Сәлимйән улы (рус. Салимьянов Багданур (Богданур) Салимьянович; февраль 1897 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, рядовой.

Сәлимйәнов Хәбит (рус. Салимзянов Хабит; 1897 йыл19 сентябрь 1943 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия өлкән сержанты.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ