Сәлимйәнов Биктимер Рәжәп улы
Сәлимйәнов Биктимер Рәжәп улы рус. Салимьянов (Салимянов) Биктимер Разяпович 1922 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ефрейторы. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1945)[1].
Сәлимйәнов Биктимер Рәжәп улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Совет Рәсәйе СССР |
Тыуған көнө | 1922 |
Тыуған урыны | Таллыҡул, Ҡаңны-Төркәй ауыл Советы, Бүздәк районы, СССР |
Һөнәр төрө | Элемтәсе ауылы |
Хәрби звание | ефрейтор |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәСәлимйәнов Биктимер Рәжәп улы 1922 йылда хәҙерге Башҡортостандың Бүздәк районы Таллыҡул ауылында тыуа. 1941 йылдың 11 ноябрендә Бүздәк район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 6-сы гвардия кавалерия дивизияһының химик һаҡланыуҙың 21-се айырым гвардия взводында химик-дегазатор булып хеҙмәт итә. Сәлимйәнов Биктимер Рәжәп улы хәрби хәрәкәттәр башынан алып үҙен дисциплиналы һәм бик тырыш тота. Тыуған илен фашист илбаҫарҙарынан азат итеүҙә яралана. Рейдтарҙа күрһәткән ҡыйыулығы һәм ҡаһарманлығы өсөн «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалына лайыҡ була[2]. Һуңғы һуғыштарҙа үҙен айырыуса сыҙамлы һәм батыр яугир итеп күрһәтә. Башҡа частар һәм берләшмәләр менән элемтәсе булараҡ Десна һәм Днепр йылғаларын аша сыҡҡанда, дошмандың көслө бомбаға тотоуы һәм утына ҡарамаҫтан командованиеның заданиеларын теүәл һәм ваҡытында үтәй, шулай уҡ ауыр шарттарға һәм дошман яғынан артиллерия утына ҡарамаҫтан дивизия штабы өсөн команда пункттарын тиҙ һәм ваҡытында ҡора. Сәлимйәнов үҙенең тоғро дуҫын — атын бомбаға тотоу ваҡыттарында ла, марштар һәм Десна, Днепр йылғаларын аша сыҡҡанда ла имен һаҡлап алып ҡала. Гвардия ефрейторы Сәлимйәнов Биктимер Рәжәп улы «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә[2].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Шаймуратовцы. САЛИМЬЯНОВ (Салимянов) Биктимер Разяпович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 июль 2021)
- Память народа. Салимьянов (Салимянов) Биктимер Разяпович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 июль 2021)