Сәлимйәнов Баһданур Сәлимйән улы

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, рядовой.

Сәлимйәнов Баһданур Сәлимйән улы (рус. Салимьянов Багданур (Богданур) Салимьянович февраль 1897 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, рядовой.

Сәлимйәнов Баһданур Сәлимйән улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 1897
Тыуған урыны Түбәнге Ҡыйғы, Ҡыйғы районы
Һөнәр төрө ат ҡараусы
Хәрби звание ҡыҙылармеец[d] һәм рядовой
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) Ҡыҙыл Йондоҙ ордены "Варшаваны азат иткән өсөн" миҙалы

Биографияһы

үҙгәртергә

Сәлимйәнов Баһданур Сәлимйән улы 1897 йылдың февралендә хәҙерге Башҡортостандың Ҡыйғы районы Түбәнге Ҡыйғы ауылында тыуа. 1942 йылдың февралендә Башҡортостандың Дүртөйлө районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 16-сы гвардия кавалери дивизияһы штабы взводының ат ҡараусыһы булып хеҙмәт итә[1].

Сәлимйәнов 9-сы Көнбайыш Кавказ полкынан 275-се Кавказ полкының 3-сө эскадроны ҡылыссылар взводын тулыландырып, 1942 йылдың 19 ғинуарында полк менән бергә Блиновское утарында һөжүм итеү һуғышында ҡатнаша. 1942 йылдың 25 ноябрендә Чугунки утары янында еңелсә яралана. Госпиталгә бармай, частта ҡала, 1943 йылдың 1 ғинуарына тиклем һөжүм итеү һуғыштарында ҡатнаша. 1943 йылдың 8 ғинуарында Яюлони утары янында яу яланынан яралы штаб начальнигын алып сыға һәм ҡайтышлай өс тапҡыр еңелсә яралана, эскадрондың медицина-санитар часына ебәрелә.

1943 йылдың мартында һауығып сығыу менән егеүле транспортҡа ат ҡараусы булып ебәрелә. Һуғыштарҙа ҡатнашыуы буйынса күрһәтелгән осорҙа Сәлимйәнов Баһданур Сәлимйән улы үҙен ҡыйыу яугир итеп күрһәткәне өсөн «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә[2].

Дивизия штабының комендант взвод коноводы вазифаһында Сәлимйәнов 1942 йылдың ноябренән була. Дивизияның Одер йылғаһы янында Берлин ҡалаһын уратып алыу һәм Бранденбург ҡалаһын яулау буйынса Һөжүм итеү барышында батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Үҙенең туранан-тура коновод бурыстарынан тыш Сәлимйәнов 1945 йылдың 5 апреленән 3 майына тиклем бер нисә тапҡыр тар-мар ителгән немец ғәскәрҙәренең йәшеренеп ҡалған тарҡау төркөмдәрен юҡ итеү буйынса ҡатнаша. Үҙенең аттарын бик яҡшы тәрбиәләй һәм дивизияның оҙайлы ауыр марштарына ҡарамаҫтан уның аттары һәр саҡ һәйбәт торошта була. 1945 йылдың 22 июлендә Сәлимйәнов Баһданур Сәлимйән улы Ҡыҙыл Йондоҙ орденына лайыҡ була[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә