Намаҙлыҡ
Намаҙлыҡ — намаҙ уҡығанда иҙәнгә йәйә торған келәм.
Мәғлүмәт
үҙгәртергәНамаҙҙың нәфис өлгөләре биҙәү-ҡулланма сәнғәте әҫәрҙәре булып тора. Уны бәрхәттән, эслек ҡуйып, йоҡа туҡыманан тегәләр, һирәкләп һуғалар, нағыш һалалар. Ғәҙәттә композицияһы орнаменттан (ҡайһы берҙә мосолман каллиграфияһы элементтары менән) ғибәрәт; уның нигеҙен арка мотивы — шартлы рәүештә мәсетте символаштырған михраб тәшкил итә. Арка тирәһендәге арауыҡты спираль һымаҡ бөгөлгән һабаҡ рәүешендәге орнамент («ислими», «масал»; диндарҙарҙы орлоҡтан үҫеп сыҡҡан көслө шытым менән сағыштырыу) биҙәй, ул туҡтауһыҙ үҫеп, яңырып торған тормошто сағылдыра. Арка өҫтөндә ҡап уртала намаҙ ваҡытында ҡәғбә яғына күрһәтергә тейеш булған иң сағыу биҙәктәрҙең береһе урынлашҡан; намаҙ уҡыусының ҡарашы шул биҙәккә төбәлгән була. Арка эсендәге киңлек (намаҙ уҡыусының тубыҡланған, башын иҙәнгә терәгән урыны) биҙәлмәй. Намаҙлыҡты һәр мосолман ҡатыны эшләй белгән; уны йыш ҡына ҡәҙерле кешеләргә бүләккә әҙерләгәндәр. Башҡортостанда 20 быуат аҙағында халыҡ оҫталары эшләй; ҡайһы бер райондарҙа кейеҙ намаҙлыҡ баҫалар. Хәҙерге намаҙлыҡтарҙы, традицион форманы һаҡлап, профессор рәссамдар М.Ә. Ниғмәтйәнова, Р. Р. Юлдашбаева һ.б. эшләй. Намаҙлыҡ өлгөләре Михаил Нестеров исемендәге башҡорт художество музейында, Милли музейҙа, Венгрия этнография музейында (Будапешт) һаҡлана.
Галерея
үҙгәртергә-
Фахралы. Ҡаҙаҡ ысулы
-
Ширван ысулы
-
Көньяҡ Әзербайжанда туҡылған келәм - намаҙлыҡ. XVI быуат[1]
-
Шуша ҡалаһында туҡылған келәм -намаҙлыҡ. XIX быуат
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Янбухтина А. Декоративное искусство Башкортостана. ХХ век: от тамги до авангарда. Уфа, 2006.