Сәбәғиҙәр
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Сәбәғиҙәр (ғәр. سبعية), «етеселәр» — исмәғили шиғыйлыҡтың тармағы, VIII быуат аҙағында — IX быуат башында исмәғилиҙәрҙә имамлыҡты мираҫ итеп алыу проблемаһы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән.
Тарихы
үҙгәртергәСәбәғиҙәр Мәһди һынында ҡайтыуы көтөлгән Мөхәммәт ибн Исмәғил ибн Жәғәфәргә тиклем ете имамдан торған вариҫлыҡты таныйҙар. Иҫнәғәшәриҙәр (егермеселәр) терминынан айырмалы рәүештә, сәбәғи термины урта быуат ғәрәп текстарында осрамай. Күрәһең, ул хәҙерге ғалимдар тарафынан беренсе терминға оҡшаш итеп уйлап сығарылғандыр.
Термин йыш ҡына исмәғилилекте билдәләү өсөн ҡулланыла, әммә был дөрөҫ түгел, сөнки Бөхра ла, Хужа Исмәғили ҙә ете имамды иҫәпкә алмай. Был термин исмәғилилек үҫешенең иң иртә стадияһына ғына ҡулланыла ала, шул осорҙа улар Хәсән ибн Алиҙан башлап һәм Мөхәммәт ибн Исмәғилгә тиклем генә ете имамдан торған теҙмәне иғлан итә.
Ҡармат (ҡармати) йәмәғәттәре генә ете имамдан торған башланғыс инанысты һаҡлап ҡалған, ә исмәғилиҙәрҙең фатими тармағы етенсе имам теҙмәһен дауам иткән. 830 йылда сәбәғиҙәр (ҡарматтар) Мәккәгә һөжүм итә һәм Ҡара ташты алып китә.
Юҡҡа сығыуы
үҙгәртергәX быуатта хәҙерге Бахрейн территорияһында агрессив дәүләт барлыҡҡа килгән. Сәбәғиҙәр XI быуат аҙағында аҡрынлап башҡа шиғый тармаҡтарына инеп, юҡҡа сыға. Исмәғилиҙәрҙең низари тармағы лидеры Аға-хан IV 49-сы имам тип һанала[1].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Sabʿiyya / Halm, H. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)
Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.