Стельмах Михаил Афанасьевич

Стельмах Михаил Афанасьевич (укр. Михайло Панасович Стельмах; 1912—1983) — украин совет яҙыусыһы һәм драматургы, Сталин премияһы лауреаты (1951), Социалистик Хеҙмәт Геройы (1972)[2]. Усср Фәндәр академияһы академигы (1978). СССР Юғары Советының 6-10-сы саҡырылыш депутаты (1962 йылдан).

Стельмах Михаил Афанасьевич
укр. Михайло Панасович Стельмах
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Ҡыҫҡаса атамаһы Михайло Стельмах
Тыуған көнө 11 (24) май 1912
Тыуған урыны Дьяковцы[d], Литинский уезд[d], Подольск губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 27 сентябрь 1983({{padleft:1983|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (71 йәш)
Вафат булған урыны Киев, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Ерләнгән урыны Байково зыяраты[d]
Ҡәбере һүрәте
Балалары Стельмах, Ярослав Михайлович[d] һәм Dmytro Stelmakh[d]
Яҙма әҫәрҙәр теле украин теле
Һөнәр төрө драматург, шағир, сәйәсмән, яҙыусы
Эшмәкәрлек төрө әҙәбиәт[1], драма[d][1] һәм шиғриәт[1]
Биләгән вазифаһы СССР Юғары Советы депутаты[d]
Уҡыу йорто Винница дәүләт педагогия университеты
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ойошма ағзаһы СССР Яҙыусылар союзы, Украинаның Милли фәндәр академияһы һәм Национальный союз писателей Украины[d]
Жанр роман, повесть[d], театр пьесаһы[d] һәм шиғыр[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Социалистик Хеҙмәт Геройы Ленин ордены Октябрь Революцияһы ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Халыҡтар Дуҫлығы ордены «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә егерме йыл» юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә утыҙ йыл» юбилей миҙалы медаль «В память 1500-летия Киева» Сталин премияһы Ленин премияһы Украинаның Тарас Шевченко исемендәге милли премияһы Ленин ордены Ленин ордены
Изображение памятной доски
 Стельмах Михаил Афанасьевич Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Михаил Стельмах 1922 йылдың 11 (24) майында Дьяковец ауылында (хәҙерге Украинаның Винница өлкәһе Литын районы) ярлы крәҫтиән ғаиләһенән тыуған. 1929 йылда мәктәпте тамамлағас, Винница педагогия техникумына, һуңынан Винница педагогия институтының әҙәбиәт факультетына уҡырға инә, уны 1933 йылда уңышлы тамамлай. 1933—1939 йылдарҙа уҡытыусы булып эшләй. 1939—1945 йылдарҙа РККА-ла, башта рядовой артиллерист була, ә 1944 йылда ауыр яраланып ике йыл Өфөлә дауаланғандан һуң — Беренсе украина фронтының «За честь Отчизны» гәзите хәбәрсеһе була. Һуғыш осоронда Воронежда һәм Өфөлә Михаил Стельмахтың шиғырҙар йыйынтығы нәшер ителә. Һуғыш тамамланғас, эшкә килгән Усср Фәндәр академияһының Сәнғәтте өйрәнеү, этнография һәм фольклор институтына эшкә килә, унда 1953 йылға тиклем эшләй[2].

М. А. 1983 йылдың 27 сентябрендә вафат була. Киев ҡалаһында Байков зыяратында ерләнә.

Улы — билдәле яҙыусы һәм сценарист Ярослав Стельмах.

Әҙәби эшмәкәрлек менән 1936 йылдан шөғөлләнә.

Романдар трилогияһы авторы:

  • 1950 — «Большая родня»,
  • 1957 — «Кровь людская — не водица»,
  • 1959 — «Хлеб и соль».

Был трилогия А. П. Довженко исемендәге киностудияла экранлаштырыла — фильмдар:

  • 1960 — «Кровь людская — не водица»,
  • 1961 — «Дмитро Горицвит»,
  • 1963 — «Люди не все знают».

Шулай уҡ Михаил Стельмах — түбәндәге романдар авторы:

    • 1961 — «Правда һәм кривда»,
    • 1969 — «Дума про тебя»;
  • балалар повестары:
    • 1964 — «Гуси-лебеди летят»,
    • 1967 — «Щедрый вечер»[2].

Михаил Стельмах сценарийҙары буйынса төшөрөлгән фильмдар:

  • 1954 — «Над Черемошем» (режиссеры Г. Т. Крикун),
  • 1958 — «Живи, Украина!»,
  • 1970 — «Хлеб и соль»,
  • 1974 — «Гуси-лебеди летят»,
  • 1976 — «Щедрый вечер».

Солженицынға, Сахаровҡа ҡаршы

үҙгәртергә
  • Стельмах М. А. 1973 йылдың 31 авгусында бер төркөм совет яҙыусыларының «Правда» гәзите редакцияһына Сахаров һәм Солженицын тураһында яҙған хатына ҡул ҡуя.

Наградалары һәм премиялары

үҙгәртергә
 
Запорожье Милли университеты стенаһындағы иҫтәлекле таҡтаташ

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 Чешская национальная авторитетная база данных
  2. 2,0 2,1 2,2 Большая Советская Энциклопедия. Гл. ред. А. М. Прохоров, 3-е изд. Т. 24. Книга I. Собаки — Струна. 1976. 608 стр., илл.; 35 л. илл. и карт.

Һылтанмалар

үҙгәртергә