Винница дәүләт педагогия университеты

Михаил Коцюбинский исемендәге Винница дәүләт педагогия университеты (укр. Вінницький державний педагогічний університет імені Михайла Коцюбинського — Винница ҡалаһында (Украина) IV кимәл аккредитациялы юғары уҡыу йорто.

Винница дәүләт педагогия университеты
Нигеҙләү датаһы 1912
Рәсем
Рәсми атамаһы Вінніцкі педагагічны інстытут, Вінницький педагогічний інститут һәм Віньніцкі пэдагагічны інстытут
Ҡыҫҡаса атамаһы ВДПУ, ВДПУ һәм ВГПУ
Эшмәкәрлек төрө педагогика[1] һәм Юғары белем[1]
Дәүләт  Украина
Административ-территориаль берәмек Винница
Рәсми сайт vspu.edu.ua
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы Q32496336?
Карта
 Винница дәүләт педагогия университеты Викимилектә

1912 йылдың 5 июнендә Винница ҡалаһында Уҡытыусылар институтын булдырыу тураһында бойороҡ бирелә.

1912 йылдың 1 июлендә Уҡыу йорто үҙ эшмәкәрлеген ҡала тәғәйенләгән бинала башлай. Был йорт архитектор Г. Артынов проекты буйынса Замостьела төҙөлгән ҙур булмаған ике ҡатлы бина була (әлеге ваҡытта Коцюбинский проспекты).

1912 йылдың 14 сентябрендә рәсми рәүештә Винница уҡытыусылар интституты асыла. Ул бүлектәргә һәм факультеттарға айырмайынса булдырыла, уҡыу йорто тамамлаған һәр студент ниндәйй булһа ла предметты уҡыта алған.

1912 йылдың 14 сентябрендә институт директоры итеп дин тәғлимәте кандидаты М. Д. Запольский тәғәйенләнә һәм 1922 йылға тиклем ул ошо вазифаны биләй.

1917 йылғы февраль революцияһынан һуң Винница уҡытыусылар институтында украин теле, әҙәбиәте, тарихы курсы индерелә.

1917—1918 йылдарҙа институтта украин әҙәбиәтен билдәле шағир П. С. Карманский уҡыта, йырҙы — күренекле композитор К. Г. Стеценко.

1920 йылда уҡытыусылар институты халыҡ мәғарифы институты итеп үҙгәртелә.

1922—1924 йылдарҙа институттын педагогика уҡытыусыһы Ф. А. Кондрацкий етәкләй.

1922 йылдың ноябрендә Винница халыҡ мәғарифы институтына В. И. Ленин исеме бирелә.

1924 йылдың башында институт Каменец-Подольскийға күсерелә һәм ундағы ИНО менән берләштерелә. Винницала ошо уҡ ваҡытта И. Франко исемендәге Украина педагогия техникумы барлыҡҡа килә. Уның директоры итеп М. С. Шлепаков тәғәйенләнә.

1926 йылда И. Франко исемендәге Украина педагогия техникумы юғары уҡыу йорто статусын ала.

1930 йылдың авгусында УССР Халыҡ Комиссарҙары Советы Ҡарары менән Винницала юғары уҡыу йорто булдырыла — социаль тәрбиәһе институт, унда 4 бүлек ғәмәлдә була.

1930—1933 йылдарҙа директоры итеп Я. Гибер тәғәйенләнә.

1933 йылда УССР Мәғариф наркоматы коллегияһы социаль тәрбиә институттарын 4-йыллыҡ уҡыу срогы менән педагогия институттарына әүрелдерелә. Факультатив структура индерелә.

1933 йылдан алып 1935 йылға тиклем И. Д. Малый эшләй.

1935 йылдың 1 сентябрендә Винница педагогия институты ике йыллыҡ дәүләт уҡытыусылар институты итеп үҙгәртелә.

1937 йылдың 4 апрелендә институтҡа Николай Островский исеме бирелә.

1941 йылдың 22 июнендә илдә яҡлау буйынса митинг уҙғарыла.

1941 йылдың 18 июлендә институт үҙ эшмәкәрлеген туҡтата.

1941 йылдың сентябренән әҙәбиәт уҡытыусыһы Белинский Д. М. һәм профессор Серафимович В. О. ярҙамында пединститут ҡабаттан үҙ эшен башлай.

1941 йылдың октябрендә институт дирекцияһы өс факультет составында ситтән тороп уҡыу бүлеге эшләй башлауы тураһында иғлан итә. Шулай уҡ урта мәктәп өсөн немец теле буйынса уҡытыусылар әҙерләү өсөн курстар эшләй.

1943 йылдың февраленән алып пединститут эшмәкәрлеген туҡтата.

1944 йылдың яҙында институт үҙенең эшмәкәрлеген Гоголь урамындағы 4-се урта мәктәп бинаһында яңырта. Өс факультет асыла: тарих, әҙәбиәт, физика-математика. Шулай уҡ институт эргәһендә ике йыллыҡ уҡытыусылар институты ғәмәлдә була. Институт директоры итеп П. Т. Пацея тәғйенләнә.

1946 йылда О. М. Ткаченко директор вазифаһын биләй (1961 йылдан ул институт ректоры вазифаһында эшләй).

1953 йылда институт Ҡыҙыл Байраҡ урамында урынлашҡан яңы иркен бинаға күсенә (хәҙер К. Острожский урамы).

1956 йылда ике факультет эшләй башлай: физик тәрбиә һәм башланғыс класс уҡытыусылары әҙерләү буйынса. Ошо уҡ йылда тарих-филология факультеты (1953—1956 йыл дауамында эшләй) филология факультеты тип үҙгәртелә.

1962 йылда инглиз теле факультеты булдырыла. 1968 йылда — музыкаль-педагогия факультеты. Тәбиғи-географик — 1976 йылда 1971 йылда ҡабаттан тарих уҡытыусыларын әҙерләү яңыртыла, ә 1973 йылдан алып тарих факультеты эшләй башлай.

1969—1976 йылдарҙа институтты И. П. Грущенко етәкләә, 1976—2003 йылдарҙа — Н. М. Шунда.

1970—1980 йылдар дауамында институттың уҡытыу базаһы киңәйә. 3-се лаборатор корпусы төҙөлә һәм ғәмәлгә индерелә, 2-се корпус йыһазландырыла. Ике корпус араһындағы ике ҡатлы бинала 600 урынлыҡ 5 махсуслаштырылған аудитория, 750 урынлыҡтамаша залы булған клеб, китапхана бүлектәре, 4 ятаҡхана төҙөлә.

1987 йылда «Педагог» шифахана-профилакторийы асыла, унда бер сменла 100 кеше дауалана. 150-нән ашыу институт уҡытыусыһы Украина, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан халыҡ мәғарифы алдынғыһы исеменә лайыҡ булған.

1979 йылда Винница дәүләт педагогия институты Украинала беренселәрҙән булып юғары категориялы педагогия учреждениеһы тип таныла (4-се урын).

1993 йылда институтҡа 10 һөнәр (ІV аккредитация кимәле) һәм 2 һөнәр (III кимәле) буйынса белем биреү эшмәкәрлегенә лицензия бирелә.

1997 йылда Мәғариф министрлығы институттың 14 һөнәренә аттестация үткәрә. Министрҙар Кабинетының 1998 йылдың февралендәге 122-се ҡарарына ярашлы институт Михаил Коцюбинский исемендәге Винница дәүләт педагогия университеты итеп үҙгәртеп ҡорола.

1998 йылдың 9 июнендә Дәүләт аккредитация комиссияһы педуниверситетҡа IV кимәл юғары уҡыу учреждениеһы статусын бирә.

2003 йылдан алып ректор булып Александр Васильевич Шестопалюк эшләй. 2015 йылда ул вазифанан бушатыла һәм бөтә ғилми званиеларынан мәхрүм ителә[2].

Институттар һәм факультеттар

үҙгәртергә
  • Тәбиғи-география факультеты. Кафедралар:
    • География
    • Химия һәм химия уҡытыу методикаһы
    • Биология
  • Мәктәпкәсә, башланғыс һәм сәнғәт белеме факультеты
    • Мәктәпкәсә һәм башланғыс белем
    • Мәктәпкәсә һәм башланғыс белеме художество дисциплиналары
    • музыкаль белем биреүҙең вокал-хор әҙерлеге теорияһы һәм методикаһы
    • Музыка фәне һәм инструменталь әҙерләү буйынса
  • М. Стельмах исемендәге филология һәм журналистика факультеты . Кафедралар:
    • Филология дисциплиналары һәм украин теле стилистикаһы методикаһы
    • Украин теле
    • Украин әҙәбиәте
    • Журналистика, реклама һәм йәмәғәтселек менән бәйләнеш
  • Физик тәрбиә һәм спорт факультеты. Кафедралар:
    • Физик тәрбиә һәм спорт теорияһы һәм методикаһы
    • Физик тәрбиәнең теоретик-методик нигеҙҙәре
    • Физик тәрбиә һәм физик реабилитациялауҙың медик-биологик нигеҙҙәре
    • Физик тәрбиә
  • Тарих, этнология һәм хоҡуҡ факультеты. Кафедралар:
    • Бөтә донъя тарихы
    • Украина тарихы һәм мәҙәниәте
    • Хоҡуҡи һәм фәлсәфи фәндәр
  • Математика, технология һәм физика факультеты. Кафедралар:
    • Алгебра һәм математика уҡытыу методикаһы
    • Математика һәм информатика
    • Физика һәм физика һәм астрономия уҡытыу методикаһы
    • Технологик белем, иҡтисад һәм йәшәү эшмәкәрлеге хәүефһеҙлеге
  • Сит телдәр факультеты. Кафедралар:
    • Сит телдәрҙе уҡытыу методикаһы
    • Инглиз филологияһы
    • Герман һәм славян филологияһы һәм сит ил әҙәбиәте
  • Уҡыу-ғилми педагогика, психология, юғары квалификациялы белгестәр әҙерләү институты. Кафедралар:
    • Психология һәм социаль пэше
    • Педагогика һәм профессиональ белем
    • Информацион һәм инновацион белем биреү технологиялар
    • Аспирантура һәм докторантура бүлеге
    • Магистратура бүлеге

Ректорҙар

үҙгәртергә
  • Запольский М. Д. (1912—1922)
  • Кондрацкий Ф. А. (1922—1924)
  • Шлепаков М. С. (1925—1930)
  • Гибер А. Я. (1930—1933)
  • Малый И. Д. (1933—1935)
  • Куприянов Т. О. (1935—1937)
  • Литвинов Т. Я. (1937—1941)
  • Пацей П. Т. (1944—1946)
  • Ткаченко О. М. (1946—1961)
  • Грущенко И. П. (1969—1976)
  • Шунда Н. М. (1976—2003)
  • Шестопалюк О. В. (2003—2015)
  • Н. И. Лазаренко (2015—хәҙерге ваҡыт)

Почетлы докторҙар, уҡытыусылар һәм тамамлаусылар

үҙгәртергә
  • Венгер Евгений Федорович Украина Фәндәр академияһы мөхбир-ағзаһы, Украинадәүләт премияһының фән һәм техника тармағы лауреаты.
  • Гурвич Ирина — Дармштадт техник университеты профессоры (Германия).
  • Зязюн Иван Андреевич — педагогик белеме һәм өлкәндәргә белем биреү институты директоры, Уукраина милли педагогия белеме академияһының хоҡуҡлы ағзаһы.
  • Каминский Виталий — биология фәндәре кандидаты, доцент, Каролина медик-хирургия институты уҡытыусыһы (Швеция, Стокгольм).
  • Кириенко Николай Маркович (1922—2010) — ғалим-иҡтисадсы, профессор, иҡтисади фәндәр докторы.
  • Ласка Евгения Ивона — хабелитланған доктор, Жешув университеты профессоры (Польша).
  • Мазуркевич Александр Романович (1913—1995) — академик.
  • Мястковский Андрей Филиппович (1924—2003) — шағир һәм прозаик.
  • Огневьюк Виктор Александрович (1959 йылда тыуған) — Украина ПФА академигы, философия фәндәре докторы, профессор, Борис Гринченко исемендәге Киев педагогия университеты ректоры.
  • Синица Иван Емельянович (1910—1976) — педагог, психологик фәндәре докторы[3]
  • Стельмах Михаил Афанасьевич —билдәле украин яҙыусыһы.
  • Страшкевич Владимир Михайлович — украин һәм латин телдәре уҡытыусыһы (1944—1961), филология фәндәре кандидаты.
  • Хлевнюк Олег Витальевич — сталинизмдың сәйәси тарихы буйынса белгес, тарих фәндәре докторы, Михаил Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты профессор.
  • Юхимович Василий Лукич — шағир.

Бүләктәре һәм танылыуы

үҙгәртергә

1999 йылда «Киев Софияһы» конкурс һөҙөмтәләре буйынса педуниверситет Украинаның иң яҡшы белем биреү учреждениелары араһына индерелә (5 -се урын), ә 2000 һәм 2001-се йылда Украина гуманитар һәм педагогия учреждениелары араһында 10 иң яҡшылар исемлегенә индерелә. Бынан тыш, 2002 йылдың 24 авгусында «Алтын Фортуна» Популярлыҡ һәм сифат рейтингы буйынса халыҡ-ара академияһы тарафынан Винница педуниверситеты «Украина бойондороҡһоҙлоғо» көмөш миҙалы менән бүләкәләнә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә