Дирһәм
Дирһәм (ғәр. درهم) — беренсе башлап ғәрәптәр VII быуатта әйләнешкә индергән көмөш тәңкә.Атама гректарҙың «драхма» тигәненән ғәрәпләштерелгән.
Дирһәм | |
Кем хөрмәтенә аталған | Drachma[d] |
---|---|
Культура | арабская культура[d] |
Әҫәрҙең теле | Ғәрәп теле |
Яҙыу | ғәрәп яҙыуы[d] |
Дирһәм Викимилектә |
Әлеге ваҡытта дирһәм — бер нисә ғәрәп телле дәүләттең төп аҡсаһы йәки ваҡлау берәмеге:
- Марокко дирһәме — Марокконың төп аҡса берәмеге;
- БҒӘ дирһәме — Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренең төп аҡса берәмеге;
- Ливия дирһәме — ваҡ аҡса берәмеге, ливия динарының 1/1000 тигеҙ;
- Катар дирһәме — ваҡ аҡса берәмеге, Катар риалының 1/100 тигеҙ ;.
- Иордания дирһәме — ваҡ аҡса берәмеге, Иордания динарының 1/10 тигеҙ .
Татар һәм ҡырым дирһәме
үҙгәртергәТатар дирһәме — Алтын Урҙаның көмөш тәңкәһе. Урта быуат көньяҡ урыҫ кенәзлектәрендә лә ҡулланылған, уларында өҫтәп сүкелгән тамға булған.
Бындай тәңкә иҫ киткес һирәк нумизматик табыш булып тора. Мәҫәлән, әлеге ваҡытта барлығы биш татар дирһәме тураһында билдәле.
Ҡырым дирһәме (гирәй дирһәме) — XV быуатта төньяҡ Ҡара диңгеҙ буйҙарында аҡса әйләнешендә билдәле бер роль уйнай.
Ауырлыҡ үлсәме берәмеге
үҙгәртергәҒосман империяһында дирһәм ауырлыҡ берәмеге итеп файҙаланыла, ул окканың 1/400 өлөшөнә тигеҙ була . Окка 1,2828 кг тип стандартлаштырылғас, дирһәм 3,207г тарта башлай.
Шулай уҡ ҡара
үҙгәртергә- Динар Арабского халифата
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Нумизматический словарь / [Автор: Зварич В.В.]. — 4-е изд.. — Львов: Высшая школа, 1980.
- Словарь нумизмата / [Авторы: Фенглер Х., Гироу Г., Унгер В.] / Пер. с нем. М. Г. Арсеньевой / Отв. ред. В. М. Потин. — 2-е изд., перераб. и доп.. — М.: Радио и связь, 1993. — ISBN 5-256-00317-8.
- Спасский И.Г. Русская монетная система. Место и значение русской монетной системы в мировом денежном хозяйстве. — Л., 1962.
- Хейвуд Дж. Люди Севера: История викингов, 793–1241 = John Haywood: NORTHMEN. The Viking Saga. — М.: Альпина Нон-фикшн, 2016. — 452 p. — ISBN 978-5-91671-630-6.