Һамар татар-башҡорт педагогия техникумы

Викидатала элемент тултырылмаған

Һамар татар-башҡорт педагогия техникумы — 1921—1929 йылдарҙа Һамар ҡалаһында урынлашҡан уҡыу йорто.

Тарихы үҙгәртергә

Һамар татар-башҡорт педагогия техникумы 1921 йылда асылған. Директор вазифаһын Һаҙи Кәримов башҡарған. Был уҡыу йорто ҡыҫҡа ваҡыт эсендә йөҙләгән белгес әҙерләп сығарған, улар милли мәғариф системаһынан тыш башҡа өлкәләрҙә лә хеҙмәт иткәндәр[1].

1929 йылда Урта Волга крайының партия комитеты уҡыу йортон Пенза округының Кузнецк ҡалаһына күсерергә ҡарар итә. Артабан Кузнецк татар-башҡорт педагогия училищеһы тип үҙгәртелә. 1934 йылда Ульяновск татар педагогия училищеһына (1930 йылда асылған) ҡушылған. 1942 йылда училище Куйбышев өлкәһе Ҡамышлы ауылына күсерелгән. 1956 йылда ябылған[1].

Билдәле уҡыусылары үҙгәртергә

Хәтер үҙгәртергә

Уҡыу йорто урынлашҡан бинаға (Һамар ҡалаһы, Ағалы-ҡустылы Коростелевтар урамы, 144 адресы буйынса) мемориаль таҡтаташ ҡуйылған[1].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 На ул. Молодогвардейской и ул. Братьев Коростелевых появятся новые мемориальные доски. «Волга Ньюс». Дата обращения: 29 октябрь 2019.
  2. Нуртдинов М. Система национального образования Самарской области: в поисках утерянного. Газета «Азан», № 2, 1997. Дата обращения: 29 октябрь 2019.