Суҡ (йылға)
Суҡ — Рәсәйҙең Ырымбур һәм Һамар өлкәһе биләмәләренән аҡҡан йылға. Йылға тамағы Волга (Һарытау һыуһаҡлағысынан) тамағынан 1429 км өҫтәрәк урынлашҡан. Оҙонлоғо — 363 км, бассейн майҙаны — 11 700 км².[1]
Суҡ | |
Ҡайҙа ҡоя | Саратовское водохранилище[d] |
---|---|
Ҡушылдыҡ | Ҡондорса, Оло Сургут, Байтермишка, Байтуган[d], Исаклинка, Каргалка (Сока ҡушылдығы), Курумоч (Сока ҡушылдығы), Кесе Сок, Окана, Орлянка (йылға), Сургут (йылға), Телегас, Хорошенькая, Черемшанка (Сока ҡушылдығы), Камышла, Камышла (Сока ҡушылдығы) һәм Черновка[d] |
Һыу йыйыу бассейны | Волга бассейны[d] |
Һыу сығымы | 33,3 м³/с |
Бассейн майҙаны | 11 700 км² |
Донъя ҡитғаһы | Европа |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Ырымбур өлкәһе һәм Һамар өлкәһе |
Оҙонлоҡ | 363 km |
Бассейн категорияһы | Категория:Бассейн Сока[d] |
Суҡ Викимилектә |
Суҡ Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығынан баш ала. Тамағы — Һамар ҡалаһынан төньяҡтараҡ.
Ҡар менән туҡлана. Ташҡын апрель — май башлана. Уртаса йыллыҡ һыу сығымы — 45,6 м³/с.[2]. Октябрь аҙағы — декабрь башында боҙ тота, апрель айында йылға әрселә. Февралдән быуа һыуы яҙғыһын, йылға буйында төҙөлгән.
Суҡ йылғаһында Серноводск (бальнеологик курорт) һәм Сорғот ҡасабалары урынлашҡан. Йылғаның түбәнге ағымында суднолар йөрөй.
Тарихы
үҙгәртергәЙылға исеме (башҡорттар телмәрендә — Суҡ, татарҙарҙа — Суыҡ), тикшеренеүселәр фекере буйынса Ырымбур крайы топонимияһын тикшереүсе С. М. Стрельников фекеренсә, төрки сығышлы була, сағыштырығыҙ: боронғо төрөк, тува, хакас телендәге суг, ойрот суу — «һыу», «йылға», татар, ҡаҙаҡ су, башҡортса һыу — «һыу»[3].
Мезолит осоро 10124-се һунарсы-йыйыусы Иҙел буйында, Суҡ йылғаһында, 7500 йыл элек йәшәгән (Лопатино I торағы), ул Y-хромосомалы R1b1a гаплотөркөм[4] һәм U5a1d митохондриаль гаплотөркөмөн[5] йөрөтөүсе булған. Яҡынса 5000-се йылдарҙа йәшәгән Лопатино I һәм Лопатино II тораҡтарының соҡор мәҙәниәте вәкилдәре R1b гаплотөркөмөнөң Y-хромосомалы L23 һәм Z2103 тармаҡтарын һәм T2c1a2, U5a1a1, W6 һәм W3a1a[6]митохондриаль гаплотөркөм йөрөтөүселәре булған.
Суҡ йылғаһы үҙәнендә элек-электән шифалы үҙенсәлектәре тураһында Һамар төбәгенән ситкә лә даны таралған көкөрт сығанаҡтары билдәле булған. Пётр I Аҙау походы (1695 йыл) осорнда Һамарҙа туҡтала, һәм был хаҡта ишеткәс, беренсе сиратта дары етештереү өсөн көкөрт алыуҙың маҡсатҡа ярашлы булыуына иғтибар итә. Төҙөлөп ятҡан регуляр армия полктарына дары бик кәрәк була. Шуға күрә бында көкөрт заводы төҙөргә ҡарар ителә.
Ҡушылдыҡтары
үҙгәртергә- 0,2 км: Ҡоромыш
- 33 км: Ҡондорса
- 62 км: Хорошенькая
- 75 км: Тростянка
- 80 км: исемһеҙ йылға, Большая Раковка ауылы янында
- 92 км: Черновка
- 110 км: Ҡармал
- 135 км: Орлянка
- 174 км: Боровка
- 190 км: Сорғот
- 214 км: Сорош
- 218 км: Каменка
- 219 км: Исаклинка
- 227 км: Игарка
- 259 км: Байтирмә
- 283 км: Тәләгәс
- 291 км: Сосновка
- 292 км: Уҡһаҙаҡ
- 296 км: Ҡамышлы
- 310 км: Байтуған
- 328 км: Окана
- 336 км: Кесе Суҡ
- 338 км: Ҡамышлы
- 344 км: Сирмешән
Һылтанмалар
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Сок // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- ↑ «Река СОК» — информация об объекте в Государственном водном реестре
- ↑ Сок . — статья из научно-популярной энциклопедии «Вода России».
- ↑ С. М. Стрельников. Географические названия Оренбургской области. — Кувандык, Издательство С. М. Стрельникова, 2002, стр. 132.
- ↑ Massive migration from the steppe is a source for Indo-European languages in Europe . Дата обращения: 11 декабрь 2019.
- ↑ Massive migration from the steppe is a source for Indo-European languages in Europe . Дата обращения: 11 декабрь 2019.
- ↑ Ancient Western Eurasian DNA of the Copper and Bronze Ages . Дата обращения: 27 июнь 2015. 2017 йыл 22 ғинуар архивланған.