Сабырлыҡ
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Сабырлыҡ (ғәр. صبر — түҙемлелек, бирешмәүсәнлек; рус. Сабр) — исламда — дини бурыстарҙы үтәгәндә түҙемлек, тыйылғандан тыйылыу, йыһатта, ғазауатта ныҡышмалылыҡ, рәхмәтлелек һ.б.
Тасуирламаһы
үҙгәртергәҠөрьән мосолмандарға түҙемле булырға һәм тормош ауырлыҡтарын сыҙамлы кисерергә ҡуша.
Сабырлылар ғына ике донъяла ла уңыш ҡаҙана һәм Аллаһы Тәғәләнең мәрхәмәтенә лайыҡ була ала. Сабырлыҡ кешегә генә хас, фәрештәләр менән йәнлектәргә хас түгел. Мөхәммәт Пәйғәмбәр «сабырлыҡ диндең яртыһы», тип атаған. Кешегә тормош ауырлыҡтарын кисереп сығыуы ауыр булғанда ла түҙемлек күрһәтергә кәрәк. Мосолман бәлә-ҡазаға, бәхетһеҙлеккә зарланмаҫҡа һәм илауламаҫҡа тейеш (әс-сабр әл-жәмил)[1].
Ғәрәпсә сабр һүҙенән Сабир исеме барлыҡҡа килгән.
Ҡөрьәндә
үҙгәртергәҠөрьәндә с-б-р тамырынан яһалған сығарылмалар тәү сиратта «түҙемле булырға» тигәнде аңлата. Аллаһы Тәғәлә Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙе, башҡа пәйғәмбәрҙәр кеүек, сабыр булырға өндәй[2][3].. Сабырлыҡ өсөн икеләтә бүләкләү вәғәҙә ителгән[4][5].
Әз-Зумар сүрәһенең 10-сы аятында әйтелгәнсә, сабыр итеүселәр (сабирун) әжерен иҫәп-хисапһыҙ, йәғни үлсәүһеҙ йәки сикләүһеҙ алырға тейеш.[6][5].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Али-заде, А. А. [674 Сабр] // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
- Ṣabr / Wensinck A. J. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |