Рәсәй дәүләте (1918—1920)

Рәсәй дәүләте[1] — Өфө дәүләт кәңәшмәһенең 1918 йылдың 23 сентябрендәге акты менән иғлан ителгән дәүләт (Өфө директорияһы Конституцияһы)[2][3][4][5].

Рәсәй дәүләте
БайраҡГерб
Нигеҙләү датаһы 23 сентябрь 1918
Гимн Коль славен наш Господь в Сионе[d]
Донъя ҡитғаһы Евразия
Административ үҙәк Омск, Өфө һәм Иркутск
Идара итеү формаһы республика
Дәүләт башлығы Колчак Александр Васильевич
Валюта рубль[d]
Нигеҙендәге текст Акт об образовании всероссийской верховной власти, принятый на государственном совещании, имевшем место в городе Уфе с 8 по 23 сентября 1918 г.[d]
Алмаштырылған Рәсәй көньяғы[d] һәм Российская Восточная окраина[d]
Алыштырған Учредителдәр йыйылышы ағзалары комитеты, Оренбургский край[d], Временное областное правительство Урала[d] һәм Сибирская республика[d]
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 4 апрель 1920
Урынлашыу картаһы
Рәсми дине православие дине
 Рәсәй дәүләте Викимилектә

Бөтә Рәсәй юғары власын ойоштороу тураһындағы акт

үҙгәртергә

Кәңәшмәлә ҡатнашҡан Комуч (Һамар), Ваҡытлы Себер хөкүмәте (Омск), Урал Ваҡытлы өлкә хөкүмәте (Екатеринбург), казак ғәскәрҙәренең ғәскәри хөкүмәттәре (Әстерхан, Енисей, Иркутск, Ырымбур, Етеһыу, Себер, Урал), бер нисә милли-дәүләт берәмектәренең хөкүмәттәре (Алаш Урҙа Ҡырғыҙ хөкүмәт, Башҡорт хөкүмәте, автономиялы Төркөстан хөкүмәте, эске рәсәй һәм Себерҙең төрки татарҙарының милли мосолман идаралығы, Эстония Ваҡытлы хөкүмәте), бер нисә дөйөм Рәсәй сәйәси партиялары делегациялары Ваҡытлы Бөтә Рәсәй хөкүмәтенӨфө директорияһы») барлыҡҡа килтерәләр, уны Н. Д. Авксентьев етәкләй. Ваҡытлы Бөтә Рәсәй хөкүмәте артабан «Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы саҡырылышына тиклем Рәсәй дәүләтенең бөтә территорияһында юғары властың берҙән-бер хужаһы була». Акт буйынса өлкә хөкүмәттәренең ваҡытлыса үтәгән функциялары беренсе талап менән Ваҡытлы Бөтә Рәсәй хөкүмәтенә тапшырыла тип белдерә. Шулай итеп, төбәк берекмәләренең суверенитеты бөтөрөлә, уларға алмашҡа «өлкәләрҙең киң автономияһы» индерелә, уның сиктәре тулыһынса «Ваҡытлы Бөтә Рәсәй хөкүмәтенең тәрән аҡыллылығына бәйле» була.

Бөтә Рәсәй Хөкүмәте Ойоштороу йыйылышын үткәреүҙе тиҙләтеү һәм артабан «илдәге берҙән-бер юғары власть булараҡ» уға буйһоноуға булышлыҡ итеү йөкмәтелә.

Рәсәйҙең милли-дәүләт ҡоролошо нигеҙҙәре федератив принциптарҙан сығып эш итергә тейеш була: айырым субъекттарҙың, уларҙың географик һәм иҡтисади, шулай уҡ этник яҡтан айырмаларын иҫәпкә алып, киң автономия хоҡоуҡтарын таный һәм артабан тулы хоҡуҡлы Ойоштороу йыйылышының федератив нигеҙҙәрендә дәүләт ҡоролошон булдырыуы күҙаллана. Айырым территория биләмәгән милли аҙсылыҡтарҙың милли-мәҙәни үҙбилдәнешкә хоҡуҡтары таныла.

Армияға ҡарата актта «сәйәси партияларҙың йоғонтоһонан сикләнгән, көслө, һуғышҡа әҙер, берҙәм Рәсәй армияһын» тергеҙеү тураһында әйтелә.

Рәсәй дәүләт берҙәмлеген һәм бойондороҡһоҙлоғон тергеҙеү буйынса кисектергеһеҙ мәсьәләләр булараҡ билдәләнә:

1. Совет власынан Рәсәйҙе азат итеү өсөн көрәшеү;

2. Рәсәйҙән тартып алынғанайырылып сыҡҡан өлкәләрҙе яңынан берләштереү;

3. Рәсәй, шулай уҡ Февраль революцияһынан һуң ҡайһы бер уның өлөштәре исеменән төҙөлгән Брест һәм башҡа халыҡ-ара характерҙағы килешеүҙәрҙе танымаҫҡа һәм Антанта державалары менән килешеү мөнәсәбәттәрен ҡабаттан тергеҙеү;

4. Һуғышты герман коалицияһына ҡаршы дауам итеү.

Идаралыҡты үҙәкләштереү

үҙгәртергә

1918 йылдың 9 октябрендә, Өфөгә ҡыҙыл ғәскәрҙәренең яҡынлашыуы сәбәпле, Ваҡытлы Бөтә Рәсәй хөкүмәте Өфөнән Омскиға күсенә.

4 ноябрҙә Ваҡытлы Бөтә Рәсәй хөкүмәте бөтә өлкә хөкүмәттәренә «кисекмәҫтән бөтә Өлкә хөкүмәттәрен һәм Өлкә Вәкәләтле Учреждениеларҙы» таратыу һәм бөтә идара итеү вәкәләттәрен Бөтә Рәсәй Хөкүмәтенә тапшырыу талаптары менән мөрәжәғәт менән сыға. Шул уҡ көндө министрлыҡтар һәм Ваҡытлы себер хөкүмәте базаһында Директория башҡарма органы — П. В. Вологодский етәкселегендәге Бөтә Рәсәй Советы — ойошторола. Дәүләт власын үҙәкләштереү Рәсәйҙең хәрби ҡеүәтен тергеҙеүгә һәм бөтә Рәсәй масштабында армия тәьмин итеү һәм тылды ойоштороу буйынса шарттар булдырыуға бәйле була.

Ошо ғәмәлдәр арҡылы Рәсәй көнсығышында барлыҡҡа килгән өлкә, милли һәм казак хөкүмәттәре юҡҡа сығарыла һәм формаль рәүештә большевиктарға ҡаршы көстәр туплана.

18 ноябрь түңкәрелеше

үҙгәртергә

1918 йылдың 18 ноябрендә Омскиҙа булған Директория ағзалары ҡулға алына, Министрҙар советы бөтә тулылыҡта юғары власты үҙ өҫтөнә алыуы тураһында иғлан итә һәм уны, уға юғары хаким атамаһын биреп, бер кешегә бирергә ҡарар итә[6]. Министрҙар советы ағзалары арһында йәшерен тауыш биреү һөҙөмтәһендә был посҡа адмирал А. В. Колчак тәғәйенләнә. Адмирал тәҡдимде ҡабул итә һәм үҙен Юғары баш командующий тип иғлан итә. Барлыҡҡа килгән яңы хөкүмәт тарихҡа Омск йәки Колчак хөкүмәте, булып инә һәм 1920 йылдың 4 ғинуарына тиклем ғәмәлдә була.

Генерал Колчакты Юғары хаким булараҡ Рәсәйҙең көньяғындағы һәм ҡөнбайышындағы аҡ армияларҙың бөтә баш командующийҙары таный, шулай уҡ Себерҙә һәм Алыҫ Көнсығышта; 1919 йылдың май-июнь айҙарында генералдар А. И. Деникин, Е. К. Миллер, Н. Н. Юденич үҙ ирке менән Колчакка буйһона һәм рәсәй территорияһындағы бөтә армияларҙа уның хакимлығын таныйҙар. Юғары баш командующий үҙ сиратында главкомдарҙың вәкәләттәрен раҫлай. Юғары хаким бойороғона ярашлы Миллер һәм Юденич генерал-губернатор статусына эйә булалар[7].

Әлеге берҙәм армияның фронттары булараҡ Рәсәй Көньяҡ Ҡораллы көстәре (ВСЮР), Төньяҡ-Көнбайыш армия, Төньяҡ армия һәм Көнсығыш фронты ғәмәлдә булалар.

«Урыҫ армияһы» атамаһы бөтә аҡ фронттарының берекмәһе булараҡ иғлан ителә, командующийҙар статусын формаль рәүештә Юғары баш командующийынан Төньяҡ һәм көнбайыш армиялары командующийҙары генералдар Миллер һәм Юденич алалар.

Дөйөм алғанда, А. В. Колчак Ваҡытлы Себер хөкүмәтенең иҡтисади һәм сәйәси курсын дауам итә[8], уның элекке башлығы — кадеттаға яҡын булған П. В. Вологодский Минстрҙар советы рәйесе итеп ҡалдырыла. «18 ноябрь түңкәрелешенән» һуң тәүге иғландарҙа уҡ Рәсәй хөкүмәте, Юғары хаким үҙе һәм уның хакимлығын таныған аҡ хакимдар һәм башҡа Рәсәй төбәктәре хөкүмәттәре Милли ойоштороу йыйылышын үткәреү кәрәклеген билдәләйҙәр. Был йыйылыш ысынлап та берләштереүсе, «революцтон радикалдарҙың» ҡатнашлығынан тыш, орган булырға тейеш була. Бының өсөн яңы һайлау законы әҙерләнә.

Дәүләт символикаһы һәм атрибутикаһы

үҙгәртергә

1918 йылдың 19 ноябрендә Министрҙар советы Рәсәйҙең милли гимны сифатында Рәсәй империяһының «Коль славен наш Господь в Сионе» (М. М. Херасков һүҙҙәре, Д. С. Бортнянский музыкаһы) боронғо рухи гимнын раҫлай. Гимн «Боже, Царя храни!» гимнының тәртибе буйынса башҡарыла[9].

 
Дәүләт гербы проекттарының береһе (рәссамы Г. А. Ильин). 1918

1919 йылдың ғинуар-апрель айҙарында Омскиҙа дәүләт гимнының яңы тексын һәм яңы дәүләт гербын булдырыу буйынса конкурстар үтә. Конкурс шарттарына ярашлы дәүләт гербы ике башлы бөркөт һүрәтен һаҡлап ҡалдырыу шарты менән боронғо урыҫ стилендә, шул уҡ ваҡытта замана биҙәлешенә тап килергә тейеш була. Батша дәүере эмблемалары (корона, скипетр, держава) урынына яңы дәүләтселек эмблемалары барлыҡҡа килергә тейеш була[10].

Конкурс барышында 210 гимн тексы варианттары һәм 97 дәүләт гербы проекттары тәҡдим ителә. Иң яҡшыһы тип Ҡаҙан ҡалаһы рәссамы Г. А. Ильиндың проекты һанала — ике башлы бөркөт, уның өҫтөндә — «Сим победиши» яҙыулы тәре. Бөркөттөң ҡанаттарынан Рәсәй империяһының өлкә гербтары алып ташлана, әммә Георгий Победоносец төшөрөлгән Мәскәү гербы ҡалдырыла, скипетрҙы меч алыштыра, держава ҡалдырыла, ә таж яңы проектҡа инмәй. Тәҡдим ителгән проекттарҙы жюри раҫламауына ҡарамаҫтан, Г. Ильиндың проекты йыш ҡына канцеляр мисәттәрендә, Себер матбуғаты биттәрендә осрай һәм аҡса билдәләрендә ҡулланыла[10].

1919 йылдың 9 майында Рәсәй хөкүмәтенең Министрҙар советы ҡарары менән Юғары хаким символикаһы раҫлана — флаг һәм ике башлы бөркөтлө брейд-вымпел, әммә «батша» власының билдәләреһеҙ[9].

Дәүләт наградалары

үҙгәртергә

Яңы гимн һәм герб конкурстары менән бер үк ваҡытта «Возрождение России», «Освобождение Сибири» яңы дәүләт ордендарына ла конкурс үткәрелә. Тәҡдим ителгән проекттаржюри хуплауын тапмайҙар. Бер генә проект — «Освобождение Сибири» ордены проекты — раҫлана, проекттың авторы шул уҡ Г. Ильин була[10].

Дәүләт-сәйәси ҡоролошо

үҙгәртергә

Дәүләт өс тарҡалған өлөштәрҙән торған, тик ОМСК һәм Архангельск хөкүмәттәре бер ни тиклем ваҡытҡа үҙ территорияларын берләштереүгә өлгөшөлөр.

Омскиҙа ҡабул ителгән закондар Рәсәй Дәүләтенең бөтә территорияларында мотлаҡ була.

Омск хөкүмәте Көньяҡҡа финанс ярҙам күрһәтә. Миллерҙың төньяҡ хөкүмәте икмәкте Себерҙә һатып ала[11].

Дәүләт идара итеү органдарының структураһы дәүләт власының ваҡытлы органдарынан тора. Әлеге власть органдары һуғыш ваҡыты һәм илдә тулы тәртип тергеҙеү осоро менән сикләнәләр.

Дәүләт идара итеү органдары

үҙгәртергә

Юғары хаким — юғары закон сығарыу, башҡарма һәм суд власна бөтә тулылыҡта эйә булған дәүләттең берҙән-бер хужаһы. Вазифаһы буйынса Рәсәйҙең бөтә ҡоро ер һәм диңгеҙ ҡораллы көстәренең Юғары баш командующийы була. Әлеге посты биләгән берҙән-бер кеше — адмирал А. В. Колчак була. 1920 йылдың 4 ғинуарында ул үҙенең һуңғы указына ҡул ҡуя, был указға ярашлы «Юғары Бөтә Рәсәй Власы» вәкәләттәрен А. И. Деникинға тапшырыла. Артабан А. И. Деникиндан махсус күрһәтмәләр килгәнсе Рәсәй Көнсығыш Окраина территорияһында бөтә власть генерал-лейтенант Г. М. Семёновҡа тапшырыла. Вазифа бурыстарын үтәүгә ҡарамаҫтан, рәсми рәүештә Деникин вазифаһын ҡабул итмәй.

Министрҙар советы — Рәсәй дәүләтенең закондар сығарыусы һәм башҡарма власть органы, дәүләт башлығының юғары власы гаранты.

Составы:

  • Министрҙар советы рәйесе
  • Эске эштәр министры
  • Хәрби министр
  • Сит ил эштәре министры
  • Колонизациялау һәм игенселек министры
  • Диңгеҙ министры
  • Халыҡ мәғарифы министры
  • Аҙыҡ-түлек һәм тәьмин итеү министры
  • Юлдар министры
  • Сауҙа һәм сәнәғәт министры
  • Хеҙмәт министры
  • Финанстар министры
  • Юстиция министры
  • Юғары хакимдың дәүләт контролеры
  • Юғары хакимдың һәм Министрҙар советы эштәре менән идара итеүсе

Юғары Хаким Советы — Рәсәй Дәүләтенең Юғары хакимы эргәһендәге иң мөһим дәүләт мәсьәләләре буйынса кәңәшмә органы.

Составы:

  • Юғары Хаким — вазифа буйынса етәкләй
  • Министрҙар советы рәйесе — вазифа буйынса
  • Финанстар министры — вазифа буйынса
  • Эске эштәр министры — вазифа буйынса
  • Сит ил эштәре министры — вазифа буйынса
  • Юғары хакимдың һәм Министрҙар советы эштәре менән идара итеүсе
  • Юғары хакимдың кәңәшсеһе — Юғары хаким тәғәйенләгән кеше

Ғәҙәттән тыш дәүләт иҡтисади кәңәшмә — Министрҙар советы эргәһендәге иҡтисад мәсьәләләре буйынса кәңәшмә органы.1919 йылдың 2 майына тиклем ғәмәлдә була.

Составы:

  • Ғәҙәттән тыш дәүләт иҡтисади кәңәшмәнең рәйесе — Федосьев С. Г.
  • Финанстар министры
  • Хәрби министр
  • Аҙыҡ-түлек һәм тәьмин итеү министры
  • Сауҙа һәм сәнәғәт министры
  • Юлдар министры
  • Юғары хакимдың дәүләт контролеры
  • Шәхси һәм кооператив банкыларының 3 вәкиле
  • Советтарҙың Бөтә Рәсәй Сауҙа һәм сәнәғәт Съезының 5 вәкиле
  • Кооператив Съездарының советының 3 вәкиле.

Дәүләт иҡтисади кәңәшмә — 1919 йылдың 2 майында Ғәҙәттән тыш дәүләт иҡтисади кәңәшмәһен үҙгәртеп ҡороуы арҡаһында булдырылған Министрҙар советы эргәһендәге иң мөһим дәүләт мәсьәләләре буйынса кәңәшмә органы. Юғары хакимға танышыу, хуплау һәм раҫлау өсөн бирелә торған иҡтисади сәйәсәтте камиллаштырыу проекттар әҙерләй.

Составы:

  • Дәүләт иҡтисади кәңәшмәнең рәйесе — Гинс Г. К.
  • министрҙар
  • Шәхси һәм кооператив банкылары вәкилдәре
  • Советтарҙың Бөтә Рәсәй Сауҙа һәм сәнәғәт Съезының вәкилдәре
  • Земство йыйылыштарының һәм ҡала думаларының вәкилдәре
  • казак ғәскәрҙәренең вәкилдәре

Законлылыҡты үтәү һәм идаралыҡта тәртип булдырыу буйынса Министрҙар советы комитеты  — Министрҙар советының тикшереү һәм кәңәшмә органы.

Юғары Хаким канцелярияһы — дәүәләт башлығы булараҡ Юғары хакимдың эшмәкәрлеген тәьмин итеү маҡсатында функцияларҙы башҡарыу өсөн булдырылған дәүләт органы.

  • Юғары Хаким канцелярияһының директоры — генерал-майор Мартынов.

Иҡтисад һәм финанстар

үҙгәртергә

Колчакка 1918 йылдың авгусында Ҡаҙанда Комучтың Халыҡ армияһы тартып алған һәм һуңынан Омскиға алып килгән алтын тәңкәләр һәм ҡойолма формаһындағы Рәсәйҙең алтын запасы, шулай уҡ ювелир әйберҙәр, платина, көмөш һәм ҡиммәтле ҡағыҙҙар эләгә. Алтын запас һуғышҡа тиклемге курс буйынса алтын менән 650 миллион һум тәшкил итә. Колчак хөкүмәте батша бурыстарын ҡаплау һәм союздаштарҙың ярҙамы өсөн 240 миллион алтын һум тотона.

Тышҡы сәйәсәт

үҙгәртергә

Тышҡы сәйәсәттә Колчак Беренсе донъя һуғышындағы элекке союздаштарына таяна. Юғары хаким һәм Октябрь революцияһына тиклемге Рәсәй хөкүмәттәренең (батша һәм Ваҡытлы) хоҡуҡи вариҫы булараҡ 1918 йылдың 21 ноябрендәге декларацияла ул уларҙың тышҡы бурыстарын һәм башҡа килешелгән йөкләмәләрен таный (1917 йыл аҙағында Рәсәйҙең тышҡы бурысы 12 миллиард һумдан ашыу була).

Сит илдә Парижда йәшәгән элекке сит ил эштәре министры, тәжрибәле дипломат С. Д. Сазонов аҡ хөкүмәттәрҙең төп вәкиле була. Уға сит илдә Октябрь революцияһына тиклем булған һәм үҙ аппаратын, мөлкәтен һәм функцияларын һаҡлап ҡалған бөтә Рәсәй илселектәре буйһона.

Рәсәй дәүләте де-юре халыҡ-ара кимәлендә бер генә дәүләт — Сербтар, хорваттар һәм словендар короллеге таный. 1919 йылдың июнь аҙағында Омскиға Югославия Сит ил этәре министрлығы хеҙмәткәре Й. Миланкович. Белградта илсе итеп В. Н. Штрандман тәғәйенләнә[12].

Де-факто Рәсәй дәүләтен Антанта илдәре (Беренсе донъя һуғышы буйынса Рәсәйҙең союздаштары) һәм Европа империяларының емерелеүенә һуң барлыҡҡа килгән илдәр таный — Чехословакия, Финляндия, Польша, Балтик буйы дәүләттәре[12].

Колчактың 1918 йылдың 7 декабрендәге донъя һуғышының тамамланыуы хаҡындағы декларацияһында Рәсәйҙең Версаль тыныслыҡ конференцияһында ҡатнашыуына ышаныс белдерелә. Колчак хөкүмәте конференцияға әҙерлек буйынса махсус комиссия төҙөй, рәсәйҙең Версалдәөс йыл дауамында бик күп юғалтыуҙар кисергән һәм икенсе фронтты тотҡан бөйөк ил булараҡ ҡатнашыуына өмөтләнә. 1918 йылдың ноябрендә Владивостокка килгән француз хәрби миссияһы етәксеһе генерал М. Жанен да был фекергә ҡушыла, әммә тиҙ арала был мәсьәлә буйынса союздаштарҙың позицияһы үҙгәрә. Хәл иткес аргумент булып Рәсәйҙең юридик яҡтан танылмауы тора.

Һөҙөмтәлә конференция түбәнге ҡарарҙы сығара: Граждандар һуғышы бөткәнгә һәм уның эске территорияһында берҙәм дәүләт урынлашҡанға тиклем Рәсәйҙең, уның халыҡ-ара статусы һәм сиктәре тураһында әлегә мәсьәләне ҡарауҙы кисектереп торорға, артабан Рәсәй менән бәйле мәсьәләләр буйынса махсус халыҡ-ара конференция ойошторорға.

1919 йылдың ғинуарында АҠШ президенты В. Вильсон һәм Британия премьер-министры Д. Ллойд-Джордж Принц утрауҙарында (мәрмәр диңгеҙендә, Истанбул янында) Рәсәй мәсьәләһе буйынса махсус халыҡ-ара конференция саҡырыу инициативаһы менән сығыш яһай. Конференцияға большевиктар ҙа, аҡтар ҙа саҡырыла. Совет хөкүмәте был тәҡдимгә ыңғай яуап бирә. Аҡтар араһында союздаштарҙың тәҡдиме асыу тойғоһон ҡабарта һәм Колчак та, Деникин да Принц утрауҙарына үҙ вәкилдәрен ебәреүҙән баш тарталар.

Ҡораллы көстәр

үҙгәртергә

1918 йылдың сентябрь — декабре

үҙгәртергә

1918 йылдың 28 сентябрендә Директория Генштабы ағзаһы генерал-лейтенант В. Г. Болдырев Рәсәй ҡораллы көстәренең Юғары баш командующийы итеп тәғәйенләнә һәм Рәсәй Көнсығышының берләшкән урыҫ ҡораллы формированиелары менән етәкселекте үҙ өҫтөнә алаы (Себер армияһы, Ырымбур һәм Урал казак частары, Комуч халыҡ армияһының ҡалдыҡтары һәм Чехословак корпусы).

Баштараҡ Халыҡ һәм Себер армияларының берләшеүе ыңғай һөҙөмтә бирмәй: яңы командование мөмкинлектәрҙе дөрөҫ файҙалана алмай, Халыҡ армияһының частары сигенеүен дауам итә. 1918 йылдың 3 октябрендә — Сызрань, 8 октябрҙә — Һамар ҡалдырыла.

Октябрь башында генерал Болдырев уға буйһонған Рәсәй Көнсығышы армияһын өс фронтҡа бүлә: Көнбайыш, Көньяҡ-Көнбайыш һәм Себер. Көнбайыш фронты составына бөтә рус һәм чехословак ғәскәрҙәре инә, улар Көнсығыш фронтының совет ғәскәрҙәренә ҡаршы Николаевск — Быҙаулыҡ — Стәрлетамаҡ — Верхнеурал — Ҡостанай — Павлодар линияһынан төньяҡҡараҡ һуғышалар. Көнбайыш фронты командующийы итеп Чехословак корпусы командиры генерал-майор Я. Сыровый тәғәйенләнә, фронт штабы начальнигы — генерал М. К. Дитерихс. Фронтҡа Уралдағы һәм Волга буйындағы рус, башҡорт һәм чехословак ғәскәри берләшмәләре инә:Чехословак корпусының ике дивизияһы һәм Екатеринбург төркөмө (командующийы — Р. Гайда), Кама төркөмө (командующийы -генеарл-лейтенант С. Н. Люпов), Һамар төркөмө (бөтә төркөмдәр армия хоҡуғында, командующийы — полковник, артабан генерал-майор С. Н. Войцеховский); Кама хәрби йылға флотилияһы (командующийы — контр-адмирал М. И. Смирнов). Урал һәм Ырымбур казак ғәскәрҙәре, шулай уҡ регуляр частар, Ырымбур казак ғәскәре атаманы генеарл-лейтенант А. И. Дутов етәкселегендә Көньяҡ-Көнбайыш фронтын булдыра. Себер территорияһында һуғышҡан бөтә большевиктарға ҡаршы ғәскәрҙәр Себер фронты составына индерелә, баш командующийы итеп генерал-майор П. П. Иванов-Ринов тәғәйенләнә.

Рәсәй Көнсығышы большевиктарға ҡаршы ҡораллы көстәренең үҙгәртеп ҡороуын үҙен юғары баш командующий тип иғлан иткән А. В. Колчак тамамлай. 1918 йылдың 18 декабрендә ул Себер армияһының корпус райондарын юҡҡа сығара һәм улар урынына хәрби округтар булдыра:

  • Көнбайыш-Себер — штабы Омскиҙа (Тубыл, Томск һәм Алтай губерналары, Семипалатинск һәм Аҡмулла өлкәләре),
  • Урта-Себер — штабы Иркутсиҙа (Енисей һәм Иркутск губерналары, Яҡут өлкәһе);
  • Алыҫ Көнсығыш — штабы Хабаровскиҙа (Амур, Байкал аръяғы, Приморье өлкәләре, Сахалин утрауының төньяҡ өлөшө)[13].

Ошо уҡ фарман менән Ырымбур хәрби округы (штабы — Ырымбурҙа) раҫлана, округка Ырымбур губернаһы (Силәбе өйәҙенән тыш) һәм Турғай өлкәһе инә.

1918 йылдың көҙ-ҡышында фронттарҙағы хәл-торош большевиктарға ҡаршы төрлө көстәрҙе туплауға мөмкинлек бирә. 29 ноябрҙә себер армияһының Екатеринбур төркөмө хәл иткес һөжүмгә күсә, тулыһынса РККА-ның 3-сө армияһын тар-мар итә, Көңгөҙөр (21 декабрь) һәм Пермде (24 декабрь) ала.

1918 йылдың декабрендә Юғары баш командующий алмирал Колчактың Ставкаһы раҫланғандан һуң себер армияһы тарҡатыла.

24 декабрҙә Екатеринбург ғәскәрҙәре төркөмөнән ь (1-се Урта-Себер корпусы, 3-сө Ялан Себер корпусы, Воткинск дивизияһы һәм Красноуфимск бригадаһы составында) яңы Себер армияһы ойошторола, ваҡытлыса уның командующийы итеп генерал Р. Гайда ҡуйыла. Себер армияһы штабы ашығыс рәүештә Омскиҙан Екатеринбургка күсерелә. Себер армияһы штабының начальнигы итепгенерал Б. П. Богословский (ваҡытлыса) тәғәйенләнә.

Һамар һәм Кама ғәскәрҙәре төркөмдәренән, 3-сө һәм 6-сы Урал корпустарынан Көнбайыш армияһы булдырыла, командующийы — 3-сө Урал корпусы командиры генерал М. В. Ханжин, штаб начальнигы — Һамар төркөмө штабы начальнигы генерал С. А. Щепихин (ваҡытлыса). Көньяҡ-Көнбайыш фронты ғәскәрҙәре базаһында генерал А. И. Дутов етәкселегендә Айырым Ырымбур армияһы ойошторола. Себер фронты ғәскәрҙәре 2-се Дала Себер айырым корпусы итеп үҙгәртелә, уға генерал В. В. Бржезовский етәкселек итә.

1919 йылдың ғинуар-февралендә үҙгәртеп ҡоролған Себер армияһы совет ғәскәрҙәренең Пермгә һөжүмен кире ҡаға.

Март башында Көнбайыш һәм Себер армиялары һөжүмгә күсә.

Себер армияһы, Ҡаҙан һәм Вяткаға һөжүм итеп, апрелдә Сарапул, Воткинск һәм Ижевск ҡалаларын яулап ала һәм Ҡаҙанға яҡынлаша. Көнбайыш армияһы Өфө (14 март), Бәләбәй, Бөрө, Бөгөлмә (10 апрель), Боғорослан ҡалаларын баҫып ала һәм Һамарға яҡынлаша. Уға буйһонған Көньяҡ армия төркөмө (4-се армия корпусы һәм Йыйылма Стәрлетамаҡ корпусы составында) Аҡтүбә-Ырымбурға һөжүм итеп, апрель аҙағында Ырымбур тирәһенә килеп етә һәм Ырымбур казактары менән берлектә ҡаланы ҡамауға ала.

Генераль һөжүм һөҙөмтәһендә бөтә Урал баҫып алына һәм Колчактың ғәскәрҙәре Волгаға бик яҡын киләләр.

Нәҡ ошо мәлдә, аҡтар командованиеһының стратегик хатаһы арҡаһында, һөжүмде РККА-ның Көнсығыш фронты туҡтата, ә 28 апрелдә Көньяҡ төркөм Көнбайыш армияһына ҡаршы контрһөжүмгә күсәҡ армиялары төркөмөнә ҡаршы контрһөжүмгә күсә,Боғорослан һәм Бәләбәйҙәге алыштарҙан һуң Көнбайыш армияһын Ағиҙел йылғаһы аръяғына алып ташлай. Май аҙағында Көнбайыш армияһы ғәскәрҙәрен Волга, Урал һәм Өфө төркөмдәренә туплайҙар. Өфө алышында (25 май-19 июнь) Көнбайыш армияһы ҡабаттан еңелеүгә дусар була һәм Силәбе ҡалаһына сигенә.

Июндә Көнбайыш армияһының сигенеүе арҡаһында Себер армияһы һөжүмен туҡтатырға мәжбүр була һәм сигенә башлай, июль айында Урал аръяғына күсәләр. Екатеринбург һәм Силәбе ҡалдырыла.

1919 йылдың 22 июлендә Себер армияһы 1-се (Төмән йүнәлешендә) һәм 2-се (Ҡурған йүнәлешендә) Себер армияларына бүленә, улар 3-сө армия (элекке Көнбайыш армияһы) менән бергә генерал М. К. Дитерихс етәкселегендәге Көнсығыш фронтын тәшкил итәләр.

Көнбайыш армияһының көньяҡ төркөмө Ырымбурҙы яулай алмай, августа шулай уҡ көнсығышҡа сигенә.

1-се һәм 2-се Себер армиялары Тубыл һөжүм операцияһында уңышлы ҡатнаша (1919-сы йылдың август-сентябре), әммә Көнсығыш фронтының ҡыйратылыуынан һуң (1919 йылдың октябрь-ноябре) уларҙың ҡалдыҡтары Байкал аръяғына китәһәм унда большевиктарға ҡаршы көрәште 1920 йылдың ноябренә тиклем дауам итәләр.

Союздаштар менән мөнәсәбәттәре

үҙгәртергә

Тәүге осорҙа Англия һәм Франция хөкүмәттәре большевиктар менән бөтә көрәш көнбайыш етәкселегендә барырға тейеш тип һанайҙар. 1918 йылдың аҙағында Владивостоктан Омскиға килгән Союз миссияһы етәксеһе Морис Жанен с Ж. Клемансо һәм Д. Ллойд-Джордж ҡул ҡуйған мандатты күрһәтә, уға ярашлы Жанен себерҙәге бөтә ғәскәрҙәр менән (союздаш һәм рус) етәкселек итергә тейеш була. Колчак әлеге мандатты ҡырҡа кире ҡаға һәм сит ил ярҙамынан баш тартырға әҙер булыуын белдерә. Һөйләшеүҙәрҙән һуң союздаш хөкүмәттәре менән компромисс булдырыла: адмирал Колчак рус ғәскәрҙәренең Юғары баш командующийы булып ҡала, ә М. Жанен Колчактың 1919 йылдың 19 ғинуарындағы бойороғона ярашлы союздаш армияларының (чехословак корпусы, серб, итальян, румын һәм поляктар отрядтары) баш командующийы итеп тәғәйенләнә. Жанен шулай ҙа Колчакка статусын түбәнәүҙе ғәфү итә алмай. Колчак эргәһендә инглиз хәрби миссияһынАльфред Нокс етәкләй, ул жанендан айырмалы рәүештә Колчакка ҡарата дуҫтарса мөнәсәбәт күрһәтә.

Союздаш ғәскәрҙәре тәрән тылда урынлашалар. Фронтта бик ҡыҫҡа ваҡыт арауығында ҙур булмаған француз отряды һәм инглиз бригадаһы була, уның да составында рядовойлар составы тик урыҫтарҙан тора. Алыҫ Көнсығышта урынлашҡан япон һәм американ ғәскәрҙәре Жаненға буйһонмайҙар. Япондар Тымыҡ океандан Байкал аръяғына тиклемге территорияла 40-меңлек корпус (башта хатта 70 меңгә тиклем хәрбиҙәр иҫәптә була) тота, американдар бары тик 7- меңлек бригада тоталар.

Инглиз һәм француз союздаштарҙың ярҙамы башлыса Колчак һәм деникиндың армияларын ҡорал һәм кейем меннә тәьмин итеүгә ҡайтып ҡала. Союздаш вәкиләренең тырышлығына ҡарамағҫстан Чехословак корпусын фронтҡа ҡайтарыуға өлгөшелмәй. Германия һәм Австро-Венгрия һуғышта еңелгәненән һуң, сит илдә улар өсөн аңлашылмаған маҡсаттар өсөн һуғышырға теләмәгән чехтар Ватанына ҡайтырға ашыға.

Япония һәм АҠШ килгәндә, улар Колчакты сәйәси яҡтан ярҙам итеү һәм Алыҫ Көнсығышта «дуҫтарса» күҙәтеү роле менән сикләнәләр. Шул уҡ ваҡытта улар ситуацияның үҙгәреүен көтәләр, үҙ иғтисади мәнфәғәттәрен ҡайғырталар һәм ошо төбәктә өҫтөнлөклө йоғонто өсөн ярышалар. Американ командованиеһы Рәсәй эштәренә тығылырға теләмәй һәм Колчактың режимын дошмандарса ҡабул итә. Япондар иһә үҙенең йоғонтоһона Алыҫ көнсығышты буйһондороға теләйҙәр. Рус ғәскәрҙәренең аҙ һанлы булыуы сәбәпле, Колчактың власы Алыҫ Көнсығышта номиналь рәүештә генә була Крайҙа нығынып ҡалыысын мәғәнәһендә р өсөн япондар атаман Г. Семенов һымаҡ бандиттарға ярҙам итә һәм һөҙөмтәлә Колчакка ярҙам итеү урынына уға тик зыян килтерәләр.

Халыҡ-ара хоҡуҡи танылыуы

үҙгәртергә

Рәсәй дәүләтен сербтар, хорваттар һәм словендар (буласаҡ Югославия) короллеге таный. 1919 йылдың 19 майында, Короллектың премьер-министры Стоян Протич рәсми рәүештәге нотаһы менән Омск хөкүмәтен Рәсәй власы итеп таныуын белдерә[14]. Шулай уҡ Омск хөкүмәте лә Короллекты таный. Короллектан вәкил булып Йован Миланкович тәғәйенләнә, ә Белградта 1919 йылдан Омск хөкүмәтен Василий Штрандтман кәүҙәләндерә[15].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Цветков, 2009, с. Глава 2, Российское правительство — правовой статус и полномочия. «Конституция 18 ноября 1918 г.», её особенности. с. 29 — 41
  2. Акт об образовании всероссийской верховной власти, принятый на государственном совещании в Уфе
  3. Журавлев В. В. Государственное совещание: к истории консолидации антибольшевистского движения на востоке России в июле — сентябре 1918 г., 2007 г., ISSN 2308-4073
  4. Г. К. Гинс, «Сибирь, союзники и Колчак. Поворотный момент русской истории 1918—1920 гг.», М., изд. Айрис-пресс, 2013, ISBN 978-5-8112-4563-5, стр. 148. (глава VIII: Уфимское Совещание — Ход работ в Уфе)
  5. Мати Граф, «Эстония и Россия 1917—1991: Анатомия расставания», Таллинн, 2007 г., изд. Арго, ISBN 9789949415984, стр. 182
  6. Положение о временном устройстве государственной власти в России, утверждённое советом министров 18 ноября 1918 г.
  7. В. Г. Хандорин Адмирал Колчак: правда и мифы. Глава «Союзники и борьба за признание» 2020 йыл 6 август архивланған.
  8. Новиков П. А. Гражданская война в Восточной Сибири. — М.: ЗАО Центрполиграф, 2005. — 415 с. ISBN 5-9524-1400-1, стр.101
  9. 9,0 9,1 Цветков, 2009, с. 38
  10. 10,0 10,1 10,2 Цветков, 2009, с. 39
  11. Зырянов П. Н. Адмирал Колчак, верховный правитель России / Павел Зырянов. — 4-е изд. — М.: Молодая гвардия, 2012. — 637[3] с.: ил. — (Жизнь замечательных людей: сер. биогр.; вып. 1356). ISBN 978-5-235-03375-7, С.463
  12. 12,0 12,1 Цветков, 2009, с. 364—455
  13. 16 января 1919 года названия военных округов были заменены соответственно на Омский, Иркутский и Приамурский.
  14. Москва — Сербия, Белград — Россия. Сборник документов и материалов. Т. 4. Русско-сербские отношения. 1917—1945 гг. — М., Белград: Б.и. — С. 116.
  15. Москва — Сербия, Белград — Россия. Сборник документов и материалов. Т. 4. Русско-сербские отношения. 1917—1945 гг. — М., Белград: Б.и. — С. 116—117.
  • Цветков В. Ж. Белое дело в России. 1919 г. (формирование и эволюция политических структур Белого движения в России). — 1-е. — Москва: Посев, 2009. — 636 с. — 250 экз. — ISBN 978-5-85824-184-3.

Һылтанмалар

үҙгәртергә