Хәмзәтов Рәсүл Хәмзәт улы

мәшһүр авар шағиры, прозаик, публицист, совет һәм Рәсәй йәмәғәт һәм сәйәсәт эшмәкәре, тәржемәсе
(Рәсүл Ғамзат улы Ғамзатов битенән йүнәлтелде)

Хәмзәтов Рәсүл Хәмзәт улы (8 сентябрь 1923 йыл — 3 ноябрь 2003 йыл) — авар шағиры, прозаик, публицист, СССР һәм Рәсәйҙең йәмәғәт һәм сәйәсәт эшмәкәре, тәржемәсе. Сталин (1952) һәм Ленин (1963) премиялары лауреаты, Дағстан АССР-ының халыҡ шағиры (1959), Социалистик Хеҙмәт Геройы (1974).

Хәмзәтов Рәсүл Хәмзәт улы
авар. ХIамзатил Расул
Рәсем
Зат ир-ат[1]
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй[2]
Тыуған көнө 8 сентябрь 1923({{padleft:1923|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})[3][4][5][…]
Тыуған урыны Цада[d], Хунзахский район[d], Дагестанская АССР[d], РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 3 ноябрь 2003({{padleft:2003|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})[4][5][6] (80 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Туған тел Ауар теле
Яҙма әҫәрҙәр теле Ауар теле һәм урыҫ теле
Һөнәр төрө шағир, яҙыусы, прозаик, публицист, тәржемәсе, сәйәсмән, поэт-песенник
Биләгән вазифаһы СССР-ҙың Юғары Советы Президиумы ағзаһы[d] һәм народный депутат СССР[d]
Уҡыу йорто А. М. Горький исемендәге әҙәбиәт институты
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ҡатнашыусы КПСС-тың XXII съезы[d]
Сәнғәт йүнәлеше социалистик реализм[d]
Ойошма ағзаһы СССР Яҙыусылар союзы
Жанр шиғыр[d], повествовательная поэзия[d] һәм шиғыр[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Сталин премияһы Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы Октябрь Революцияһы ордены орден «За заслуги перед Отечеством» III степени Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Халыҡтар Дуҫлығы ордены «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы Ленин премияһы Изге апостол Андрей Первозванный ордены (Рәсәй Федерацияһы) орден Золотого руна орден «Кирилл и Мефодий»
 Хәмзәтов Рәсүл Хәмзәт улы Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Рәсүл Хәмзәт улы Хәмзәтов 1923 йылдың 8 сентябрендә Дағстандың Хунзах районы Цада тигән авар ауылында Дағстандың халыҡ шағиры Хәмзәт Цадаса (1877—1951) ғаиләһендә тыуа.

Арани урта мәктбендә уҡый. 1939 йылда Авар педагогия училищеһын тамамлай. 1941 йылға тиклем мәктәптә уҡытыусы, шунан театрҙа режиссёр ярҙамсыһы, гәзиттәрҙә һәм радиола журналист булып эшләй. «1941— 1945 йй. Бөйөк Ватан һуғышындағы намыҫлы хеҙмәте өсөн» миҙалы менән наградлана.

1945—1950 йылдарҙа Мәскәүҙә А. М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтында уҡый.

Дағстан АССР-ы Юғары Советы депутаты, Дағстан АССР-ы Юғары Советы Рәйесе урынбаҫары, СССР Юғары Советы депутаты һәм Президиумы ағзаһы итеп һайлана. Бер нисә тиҫтә йыл буйы Дағстан, РСФСР, СССР яҙыусылары съездарының делегаты, Азия һәм Африка илдәре яҙыусыларының теләктәшлек бюроһы ағзаһы, СССР-ҙың Ленин һәм Дәүләт премиялары буйынса комитеты ағзаһы, Совет тыныслыҡты яҡлау комитеты идараһы ағзаһы, Азия һәм Африка халыҡтарының Совет теләктәшлек комитеты Рәйесе урынбаҫары була.

Дағстан АССР-ынан 6—11 саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаты (1962—1989)[7][8][9][10][11] . 1962—1966 йылдарҙа һәм 1971 йылда СССР Юғары Советы Президиумы ағзаһы. Петр фәндәр һәм сәнғәттәр академияһының ғәмәли ағзаһы.

1973 йылда бер төркөм совет яҙыусыларының Солженицын һәм Сахаров тураһында «Правда» гәзите редакцияһына яҙған хатына ҡул ҡуя.

2003 йылдың 3 ноябрендә Мәскәүҙә Үҙәк клиника дауаханала вафат була. Таркитау төбөндә Тарки зыяратында ҡатыны эргәһендә ерләнә.

Ижади эшмәкәрлеге

үҙгәртергә
Файл:Гамзатов автограф.jpg
Рәсүл Хәмзәтовтың ҡултамғаһы

Рәсүл Хәмзәтов 1932 йылда шиғыр яҙа башлай, 1937 йылда республиканың авар телендәге «Тауҙар большевигы» гәзитендә тәүләп шиғыры донъя күрә. Авар телендәге беренсе китабы 1943 йылда баҫылып сыға. Ул классик һәм хәҙерге рус әҙәбиәтен, шул иҫәптән А. С. Пушкин һәм М. Ю. Лермонтов, В. В. Маяковский һәм С. А. Есенин әҫәрҙәрен аварсаға тәржемә итә.

А. М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтында Хәмзәтов йәш шағирҙар Наум Гребнев, Яков Козловский, Елена Николаевская, Владимир Солоухин менән таныша һәм дуҫлаша, улар уның шиғырҙарын рус теленә тәржемә итә. Хәмзәтов шиғырҙарын һәм поэмаларын шулай уҡ Илья Сельвинский, Сергей Городецкий, Семён Липкин, Яков Хелемский, Юлия Нейман, Роберт Рождественский, Андрей Вознесенский, Юнна Мориц, Юрий Агеев[12], Дмитрий Филимонов[13], Шапи Казиев, Марина Ахмедова-Колюбакина, Сергей Соколкин тәржемә итә. Н. Гребнев айырыуса киң билдәле «Торналар» шиғырын тәржемәләй, шиғыр 1969 йылда М. Н. Бернес башҡарыуында йыр булып китә. Хәмзәтовтың әҫәрҙәре Рәсәйҙең һәм донъяның тиҫтәләрсә теленә тәржемә ителә. Хәмзәтовтың көйгә һалынған шиғырҙары араһында тағы бер билдәлеһе, мәҫәлән, — «Исчезли солнечные дни». Хәмзәтов менән күп композиторҙар, шул иҫәптән Дмитрий Кабалевский, Ян Френкель, Раймонд Паулс, Юрий Антонов, Александра Пахмутова хеҙмәттәшлек итә; уның шиғырҙарына яҙылған йырҙарҙы башҡарыусылар араһында — Анна Герман, Галина Вишневская, Муслим Магомаев, Иосиф Кобзон, Валерий Леонтьев, София Ротару, Вахтанг Кикабидзе, Марк Бернес, Дмитрий Хворостовский.

Рәсүл Хәмзәтов Кияс Меджидов, Алирза Сәидов, Шах-Эмир Морадов, Байрам Сәлимов кеүек лезгин шағирҙарының ижади кисәләрендә йыш сығыш яһай, Дағстандың халыҡ рәссамы Салауат Салауатовтың яҡын дуҫы була, рәссам уның грампластинкаларының береһенең тышлығын һәм уның атаһы Хәмзәт Цадасаның портреттары серияһын төшөрә. Хәмзәтов шулай уҡ Иосиф Кобзон һәм Евгений Примаков менән тығыҙ аралаша[14].

Р. Хәмзәтов «Новый Мир», «Дружба народов» журналдары, «Литературная газета», «Литературная Россия» гәзиттәренең, башҡа гәзит һәм журналдарҙың мөхәрририәте ағзаһы була. 1951 йылдан ғүмеренең ахырына тиклем Дағстан яҙыусылары берлегенә етәкселек итә.

Уның авар һәм рус телдәрендә, Дағстандың һәм Кавказдың, бөтә донъяның күп телдәрендә тиҫтәләрсә шиғыр, проза һәм публицистика китаптары баҫылып сыға.

Файл:Памят доска Гамзатова ПС Махачкала.jpg
П. С. Хәмзәтованың мемориаль таҡтаташы

Атаһы 1951 йылда, әсәһе 1965 йылда вафат була.

Ҡатыны Патимат Сәид ҡыҙы (1931—2000, 1964 йылдан Дағстан һынлы сәнғәт музейына етәкселе итә)[15] була, өс ҡыҙы һәм дүрт ейәнсәре булып, улар араһында — билдәле Шәһри Әмирханова менән Таус Махачева. Ҡыҙы Патимат (1959 йылғы) — сәнғәт белгесе, Рәсәй Художество академияһының мөхбир ағзаһы. Кейәүе — археолог Хизри Әмирханов.

Ике ағаһы Бөйөк Ватан һуғышынан әйләнеп ҡайта алмай: Магомет (1916 йылғы) 20.08.1943 йылда 1687-се эвакогоспиталдә (Һарытау өлкәһе Балашов ҡалаһы) вафат була, ә Ахильчи (1918 йылғы) 1943 йылдың апрелендә хәбәрһеҙ юғала.

Ҡустыһы Ғаджи (1926—2011) — әҙәбиәт белгесе, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
Рәсүл Хәмзәтов — Изге Андрей Первозванный ордены кавалеры
  • Социалистик Хеҙмәт Геройы (27 сентябрь 1974)
  • Изге апостол Андрей Первозванный ордены (8 сентябрь 2003) — ватан әҙәбиәтен үҫтереүгә индергән ҙур өлөшө һәм әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн[16]
  • III дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» (18 апрель 1999) — Рәсәйҙең күп милләтле мәҙәниәтенә ҙур өлөш индергәне өсөн[17]
  • Халыҡтар Дуҫлығы ордены (6 сентябрь 1993) — күп милләтле ватан әҙәбиәте үҫешенә индергән ҙур өлөшө һәм емешле йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн[18]
  • дүрт Ленин ордены (4 май 1960; 7 сентябрь 1973; 27 сентябрь 1974; 7 сентябрь 1983)
  • Октябрь Революцияһы ордены
  • Өс Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (28 октябрь 1967)
  • «Кирилл һәм Мефодий» ордены (Болгария Халыҡ Республикаһы)
  • СССР миҙалдары
  • Ленин премияһы (1963) — «Высокие звёзды» китабы өсөн
  • Өсөнсө дәрәжә Сталин премияһы (1952) — «Год моего рождения» тигән шиғырҙар һәм поэмалар йыйынтығы өсөн
  • М. Горький исемендәге РСФСР премияһы (1980) — «Әсәләрҙе һаҡлағыҙ» поэмаһы өсөн
  • Дағстандың халыҡ шағиры
  • Алтын руно ордены (Грузия) Грузия Дәүләт наградаһы, 2003
  • «XX быуаттың иң яҡшы шағиры» халыҡ-ара премияһы
  • Азия һәм Африка яҙыусыларының «Лотос» премияһы
  • Джавахарлал Неру премияһы
  • Фирдәүси премияһы
  • Христо Ботев премияһы
  • Әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге М. А. Шолохов исемендәге халыҡ-ара премия
  • Михаил Лермонтов исемендәге әҙәби премия
  • Александр Фадеев исемендәге әҙәби премия
  • Батырай премияһы
  • Мәхмүд премияһы
  • С. Стальский премияһы
  • Ғ. Цадаса премияһы һәм башҡалар.
  • СПбГУ-ның почетлы доктоы (2001)[19]

Әҫәрҙәре һәм публикациялары

үҙгәртергә
РФ президенты В. Путин менән

Китаптары миллиондарса тираж менән тиҫтәләрсә телдә сыға. Ижади кисәләре тулы залдарҙа үтә, хатта «Лужники» (Мәскәү, 1983) һәм «Россия» кино-концерт залы ла (Мәскәү, 2003).

Рәсүл Ғамзатов ижады бик күп мәшһүр мәҙәниәт эшмәкәрҙәренең юғары баһаһын ала. Мәҫәлән, С. Маршак, А. Твардовский, К. Чуковский, Е. Евтушенко, И. Юсупов, С. Айытматов, Р. Рождественский, Ҡ. Кулиев, С. Михалков, В. Астафьев, М. Исаковский, И. Андронников һәм башҡалар төплө фекерҙәрен әйтә[21]. Күп авторҙар Рәсүл Ғамзатовтың ҡалыптарҙан азат, әсе телле сығыштарын, уның юғары кешелек сифтаттарын иҫләй. Уның афоризмдары билдәле[22]

Хәтирәһен мәңгеләштереү

үҙгәртергә

Фильмдар

үҙгәртергә

Документаль һәм телевизион фильмдар[23]:

  • «Мой Дагестан. Исповедь» (режиссёр — Морад Ибраһимбәков, сценарий авторҙары — Рөстәм Ибраһимбәков һәм Рамазан Абдулатипов, 2014 йыл[24])
  • «Наш Расул»
  • «В горах мое сердце»
  • «Кавказец родом из Цада»
  • «Расул Гамзатов и Грузия»
  • «Моя дорога»
  • «Расул Гамзатов. Третий час»

Китаптары

үҙгәртергә

Мәҡәләләр

үҙгәртергә
  • Юрий Михайлович Агеев. Детство Расула Гамзатова. 2012.
  • Валерий Васильевич Деме́нтьев. Песнь о Дагестане. 1985.
  • Казбек Султанов «Снова мучаюсь, снова пишу…» О некоторых творческих уроках Р. Гамзатова // Дагестан. 2003. № 4-5
  • Шапи Казиев «Я просто писал стихи о любви» Предисловие к книге Р. Гамзатова.

Һәйкәлдәр

үҙгәртергә
 
Махачкалала Рәсүл Хәмзәтов һәйкәле
  • Рәсүл Хәмзәтов ғәйкәле 2010 йылдың 16 сентябрендә Махачкалала Рус драма театры алдында асыла[28][29].
  • 2013 йылда Мәскәүҙә Яуза бульварында ҡуйыла[30] (скульпторҙары Игорь Новиков һәм Шамил Ҡанайғаджиев, архитекторы Алексей Тихонов)[31].
  • Рәсүл Хәмзәтов һәйкәлдәре шулай уҡ Южно-Сухокумсиҙа (2008, ск. Магомедали Алиев), Цадала (2008, ск. Магомедали Алиев) бар.
  • 2014 йылдың 26 авгусында Төркиәнең Дағстан баш ҡалаһының туғанлашҡан ҡалаһы булған Яловаала шағирҙың бюсы асыла[32].
  • 2013 йылдың сентябрендә Көньяҡ Осетия Республикаһы-Алания Дәүләтенең баш ҡалаһы Цхинвалда шағир хөрмәтенә сквер һәм иҫтәлекле таш асыла.
  • 2013 йылдың 24 декабрендә Санкт-Петербург дәүләт университеты филология факультетының эске ихатаһында Рәсүл Хәмзәтов бюсы асыла[33] (автор — дағстан рәссамы һәм скульпторы Гимбат Гимбатов).

Китапханалар

үҙгәртергә
  • 2001 йылдың октябрендә Хасавюрт үҙәк ҡала китапханаһына Р. Хәмзәтов исеме бирелә[34].
  • Дағстан Республикаһы милли китапханаһына Р. Ғамзатов исеме бирелә[35].

Уҡыу йорттары

үҙгәртергә
  • 2004 йылда Буйнак педагогия колледжына Хәмзәтов исеме бирелә[36].
  • Махачкаланың 50-се урта мәктәбе 1996 йылдан алып Р. Хәмзәтов исемен йөрөтә[37].
  • Дербенттың 20-се мәктәбенә 2006 йылда бөйөк шағир исеме бирелә[38].
  • Кизилюрттың 7-се урта мәктәбе лә — Р. Хәмзәтов исемендә[39].
  • 2013 йылдың сентябрендә Кизляр районындаРәсүл Хәмзәтов исемендәге урта мәктәп асыла[40].
  • 2014 йылдың 19 ғинуарында Яңы Лак районында Р. Хәмзәтов ис. Яңы Мехельти урта мәктәбе асыла[41].
  • Бавтугай махсуслаштырылған мәктәп-интернаты Р. Хәмзәтов исемен йөрөтә[42].
    • Арани урта мәктәбенә Р. Хәмзәтов исеме бирелгән[43].

Дағстандың түбәндәге ҡалаларындағы Р. Хәмзәтов исеме бирелгән урамдар бар:

  • Махачкалала үҙәк Ленин проспектына Хәмзәтовтың вафатынан һуң Р. Хәмзәтов проспекты атамаһы бирелә[44].
  • Каспийскиҙа төп урамдарҙың береһе Рәсүл Хәмзәтов исемендә.
  • Дагестанские Огниҙа һәм Избербашта[45] Р. Хәмзәтов исменедәге урамдар бар.
  • Ауылдарҙа: Бабаюртта[46], Карабудахкентта[47], Манасаулда, Миатлиҙа[48] Р. Хәмзәтов урамдары бар.

Мемориаль таҡтаташтар

үҙгәртергә
 
Төркиәләге Ялова ҡалаһында «Махачкала» паркында Рәсүл бюсы
  • 2011 йылдың 23 сентябрендә Мәскәүҙә Тверь урамындағы 27/5-се йортта (Тверь урамы менән Благовещен тыҡрығы) мемориаль таҡтаташ ҡуйылған, бында ҡала 1974—2003 йылдарҙа йәшәгән; авторҙары: скульптор Паата Мерабишвили, архитектор Евгений Хайлов[49].
  • 2013 йылдың 20 ноябрендә Гумберт районы Урта Арадерих ауылында Дағстандың халыҡ шағиры Рәсүл Хәмзәтов тыуған йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

2008 йылдың 8 сентябрендә Махачкалала Рәсүл Хәмзәтов исемендәге Дәүләт әҙәбиәт музейы асыла.

Рәсүл Хәмзәтов миҙалдары

үҙгәртергә
  • Миҙал 2006 йылда Р. Хәмзәтов исемендәге Халыҡ-ара йәмәғәт фонды тарафынан булдырыла һәм Санкт-Петербург тәңкә ихатаһында һуғыла. Наградланыусылар араһында: ДР Президенты Рамазан Абдулатипов (медаль № 000001), Каспийск мэры Джамалудин Омаров (медаль № 000002). Шулай уҡ Иран Ислам Республикаһының Рәсәй Федерацияһындағы Илсеһе Реза Саджади (14 октябрь 2013 йыл), Евгений Примаков (9 февраль 2011 йыл), скульптор Магомед-Али Алиев (9 декабрь 2010 йыл), Беренсе каналдың генераль директоры Константин Эрнст, Рутуль районының «Ватан һаҡсыһы» етәксеһе Гасангусейн Абдулжелилов, һынлы сәнғәт музейы етәксеһе, шағирҙың ҡыҙы Салихат Хәмзәтова һәм Дағстан музыканттары берлеге идараһы рәйесе, пианист, Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, профессор Хан Бәширов, Р. Хәмзәтов исемендәге Хасавюрт китапханаһы директоры Эльмир Якубов (27 декабрь 2013 йыл).
  • Тағы бер миҙалды Хасавюрт ҡала мэрияһы булдыра.
  • Өсөнсө миҙал Рәсәй Лермонтов комитеты (нигеҙләүселәренең береһе Рәсүл Хәмзәтов була) тарафынан булдырыла.

Рәсүл Хәмзәтов тураһындағы йырҙар

үҙгәртергә
  • Магомедтамир Синдиков — Рәсүл Хәмзәтов тураһында йыр.
  • 2004 йылдың 1 июнендә Рәсүл Хәмзәтов исеме Дағстандағы Каракойсу йылғаһындағы Гуниб ГЭС-ына бирелә[50].

Транспорт

үҙгәртергә
  • «Дағстан Авиалиниялары» авиакомпанияһының Ту-154М RA-85828 самолеты
  • Махачкала халыҡ-ара диңгеҙ портының сухогрузы[51].
  • Сик буйы һаҡ карабы.

Премиялар һәм стипендиялар

үҙгәртергә
  • Дағстандың Рәсүл Хәмзәтов исемендәге Республика премияһы. 2005 йылда булдырылған[52]. Йылына ике тапҡыр иң яҡшы әҙәби әҫәрҙәр авторҙарына тапшырыла[53].
  • Р. Хәмзәтов исемендәге стипендииялар[54]. Иң яҡшы студенттарға һәм аспиранттарға 1 йылға тәғәйенләнә.

Фестивалдәр

үҙгәртергә
  • 1986 йылдан Дағстанда йыл һайын сентябрҙә (2003 йылда — августа) «Аҡ торналар» байрамы үткәрелә.
  • 2011 йылдан алып Мәскәүҙә Үҙәк әҙәбиәтселәр йортонда һәм «Переделкино» ижад йортонда Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре яҙыусы Сергей Соколкин башланғысы буйынса яҙыусылар һәм музыканттар көсө менән Халыҡтар дуҫлығы «Рәсәйҙең аҡ торналары» халыҡ-ара әҙәби-музыкаль фестивале үткәрелә.

Астероид

үҙгәртергә

Астероид № 7509 Рәсүл Хәмзәтов исеме менән аталған (7509 Gamzatov)[55]. 1977 йылдың 9 мартында совет астрономы Николай Черных тарафынан асылған.

Спорт ярыштары

үҙгәртергә
  • Бөтә Рәсәй волейбол турниры «Дуҫлыҡ Кубогы» (2013 йылдан) йыл һайын Каспийскиҙа үтә.
  • Кумторкали районы Тюбе ҡасабаһында мини-футбол турниры.

Филателия

үҙгәртергә

2013 йылда Рәсүл Хәмзәтов рәсеме төшөрөлгән почта маркаһы сығарыла.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Record #100395050 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. LIBRISНациональная библиотека Швеции, 2013.
  3. Гамзатов Расул Гамзатович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  4. 4,0 4,1 Rasul Gamzatov // SNAC (ингл.) — 2010.
  5. 5,0 5,1 Rasul Gamzatov // Find a Grave (ингл.) — 1996.
  6. Rassul Gamsatowitsch Gamsatow // Энциклопедия Брокгауз (нем.)
  7. 06647. www.knowbysight.info. Дата обращения: 19 июль 2019.
  8. 06648. www.knowbysight.info. Дата обращения: 19 июль 2019.
  9. 06649. www.knowbysight.info. Дата обращения: 19 июль 2019.
  10. 07704. www.knowbysight.info. Дата обращения: 19 июль 2019.
  11. 07797. www.knowbysight.info. Дата обращения: 19 июль 2019.
  12. Юрий Михайлович Агеев / Стихи.ру. www.stihi.ru. Дата обращения: 19 июль 2019.
  13. Путеводитель - Расула Гамзатова. www.rasulgamzatov.ru. Дата обращения: 19 июль 2019.
  14. ФЛНКА. Лезгинский Расул Гамзатов. — 01.07.2013
  15. Новый директор Дагестанского музея. www.museum.ru. Дата обращения: 19 июль 2019.
  16. Указ Президента Российской Федерации от 08.09.2003 г. № 1040. Президент России. Дата обращения: 19 июль 2019.
  17. Указ Президента Российской Федерации от 18.04.1999 г. № 503. Президент России. Дата обращения: 19 июль 2019.
  18. Указ Президента Российской Федерации от 06.09.1993 г. № 1336. Президент России. Дата обращения: 19 июль 2019.
  19. В СПбГУ открыли памятник почетному доктору Петербургского университета, поэту Расулу Гамзатову - Санкт-Петербургский государственный университет. spbu.ru. Дата обращения: 19 июль 2019.
  20. «авторизованный перевод» — это перевод, прочитанный и одобренный автором
  21. см.: Архивированная копия. Дата обращения: 13 август 2013. Архивировано 19 декабрь 2013 года. 2013 йыл 19 декабрь архивланған.
  22. Расул Гамзатов: цитаты, афоризмы, высказывания и мысли великих и умных людей. Дата обращения: 19 июль 2019.
  23. Автор: haslibrary. СЛОВО О РАСУЛЕ ГАМЗАТОВЕ. Дата обращения: 22 июль 2019.
  24. Admin. Фильм о Расуле Гамзатове показали на ММКФ-2014 (билдәһеҙ). rgvktv.ru. Дата обращения: 19 июль 2019. 2019 йыл 3 декабрь архивланған.
  25. Вадим Валерьевич Дементьев Хәмзәтов Рәсүл Хәмзәт улы в «Журнальном зале»
  26. Расул Гамзатов | интернет-сообщество. vk.com. Дата обращения: 6 ғинуар 2017.
  27. Владимир Федорович Огнев Хәмзәтов Рәсүл Хәмзәт улы в «Журнальном зале»
  28. Памятник Расулу Гамзатову (Россия - Кавказ, Махачкала) — вОтпуск.ру. Votpusk.ru. Дата обращения: 19 июль 2019.
  29. В Махачкале открыт памятник Расулу Гамзатову. russkiymir.ru. Дата обращения: 19 июль 2019. 2019 йыл 19 июль архивланған.
  30. В самом самом центре Москвы открыт памятник Расулу Гамзатову. rgvktv.ru. Дата обращения: 19 июль 2019. 2019 йыл 3 декабрь архивланған.
  31. Путин открыл в Москве памятник Расулу Гамзатову и поддержал идею снять о поэте фильм. NEWSru.com. Дата обращения: 19 июль 2019.
  32. Бюст народного поэта Дагестана Расула Гамзатова торжественно открыли в турецкой Ялове. Информационный портал РИА "Дагестан". Дата обращения: 19 июль 2019.
  33. Этот домен припаркован компанией Timeweb. beth.timeweb.ru. Дата обращения: 19 июль 2019. 2019 йыл 28 сентябрь архивланған.
  34. Хасавюртовская центральная городская библиотека имени Расула Гамзатова: СТРАНИЦЫ ИСТОРИИ: 2000-ые годы. Хасавюртовская центральная городская библиотека имени Расула Гамзатова (6 май 2011). Дата обращения: 19 июль 2019.
  35. История библиотеки. Дата обращения: 28 август 2014. 2013 йыл 2 декабрь архивланған.
  36. Буйнакскому педагогическому колледжу — 80. Дата обращения: 28 август 2014. Архивировано 3 сентябрь 2014 года. 2014 йыл 3 сентябрь архивланған.
  37. Наше образовательное учреждение. Дата обращения: 28 август 2014. Архивировано 3 сентябрь 2014 года. 2014 йыл 3 сентябрь архивланған.
  38. Школа и Расул Гамзатов. Дата обращения: 16 сентябрь 2018. Архивировано 1 октябрь 2017 года. 2017 йыл 1 октябрь архивланған.
  39. Главная страница. Дата обращения: 28 август 2014. Архивировано 3 сентябрь 2014 года. 2014 йыл 3 сентябрь архивланған.
  40. В селе Краснооктябрьское Кизлярского района открыли школу имени Расула Гамзатова на 460 ученических мест. Дата обращения: 19 июль 2019.
  41. Новую школу открыли в Новолакском районе. Дата обращения: 19 июль 2019.
  42. Главная: Добро пожаловать на сайт Бавтугайской школы-интернат им. М. Г. Гамзатова. Дата обращения: 28 август 2014. Архивировано 3 сентябрь 2014 года. 2014 йыл 3 сентябрь архивланған.
  43. История школы 2016 йыл 5 март архивланған.
  44. Проспект Ленина в Махачкале (Дагестан) переименуют в проспект Расула Гамзатова. ИА REGNUM. Дата обращения: 22 июль 2019.
  45. Справочник почтовых индексов / кодов ОКАТО /налоговых инспекций ФНС / адресов: Избербаш. Дата обращения: 28 август 2014. 2013 йыл 3 сентябрь архивланған.
  46. Справочник почтовых индексов / кодов ОКАТО /налоговых инспекций ФНС / адресов: Бабаюрт. Дата обращения: 28 август 2014.
  47. Справочник почтовых индексов / кодов ОКАТО /налоговых инспекций ФНС / адресов: Карабудахкент. Дата обращения: 29 август 2014. 2014 йыл 3 сентябрь архивланған.
  48. Справочник почтовых индексов / кодов ОКАТО /налоговых инспекций ФНС / адресов: Миатли. Дата обращения: 29 август 2014. 2014 йыл 3 сентябрь архивланған.
  49. Мемориальная доска в Москве, 2011
  50. Гунибской ГЭС присвоено имя народного поэта Дагестана Расула Гамзатова. REGNUM. Дата обращения: 10 июль 2011.
  51. Кисриев: поэта Гамзатова не смог бы "заглушить" никакой режим. Кавказский Узел. Дата обращения: 22 июль 2019.
  52. Республиканская премия Дагестана им. Расула Гамзатова. Дата обращения: 30 август 2014. Архивировано 3 сентябрь 2014 года. 2014 йыл 3 сентябрь архивланған.
  53. Глава Дагестана открыл в Махачкале Дом дружбы. Дата обращения: 22 июль 2019.
  54. ОБ УВЕКОВЕЧЕНИИ ПАМЯТИ РАСУЛА ГАМЗАТОВА (с изменениями на: 22.07.2013), Указ Государственного Совета Республики Дагестан от 18 февраля 2004 года №35. docs.cntd.ru. Дата обращения: 22 июль 2019.
  55. Citation for (7509) 2018 йыл 29 апрель архивланған. (инг.)

Һылтанмалар

үҙгәртергә