Шаммасов Рауил Сәхиулла улы

шағир, прозаик, тәржемәсе, журналист
(Рауил Шаммас битенән йүнәлтелде)

Шаммасов Рауил Сәхиулла улы (9 ноябрь 1930 йыл4 ғинуар 2024 йыл) — башҡорт шағиры, прозаик, тәржемәсе һәм журналист. Башҡортостандың халыҡ шағиры (2021). 1965 йылдан СССР-ҙың Журналистар, 1973 йылдан — СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1994), Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2015), Бәләбәй районының Фәтих Кәрим исемендәге әҙәби премияһы лауреаты (2013).

Рауил Шаммас
Исеме:

Шаммасов Рауил Сәхиулла улы

Тыуған көнө:

9 ноябрь 1930({{padleft:1930|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы, Ҡарағош районы, Уразай ҡасабаһы[1]

Вафат булған көнө:

4 ғинуар 2024({{padleft:2024|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (93 йәш)

Вафат булған урыны:

Өфө

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР →
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

шағир, прозаик, тәржемәсе, журналист

Ижад йылдары:

1958 —

Жанр:

шиғриәт проза публицистика

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

башҡорт, татар

Дебют:

«Таң йылмайыуы» (1967)

Премиялары:

Бәләбәй районының Фәтих Кәрим исемендәге әҙәби премияһы (2013)

Наградалары:

Башҡортостандың халыҡ шағиры (2021) Халыҡтар дуҫлығы ордены (Башҡортостан) (2015) «Башҡортостан Республикаһында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» отличие билдәһе (2011) Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1994)

Биографияһы

үҙгәртергә

Рауил Сәхиулла улы Шаммасов (әҙәби псевдонимы Рауил Шаммас) 1930 йылдың 9 ноябрендә Башҡорт АССР-ының ул ваҡыттағы Ҡарағош районы Уразай ҡасабаһында[1] крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1952 йылда район үҙәге Стәрлебаш ауылындағы 1-се һанлы урта мәктәпте тамамлағас, элекке Матрай (хәҙерге Йылайыр) районының Һабыр ете йыллыҡ мәктәбендә, 1956 йылдан Стәрлебаш районының Йәшергән урта мәктәбендә балалар уҡыта. 1958 йылда үҙ районының ул саҡтағы «Знамя коммунизма» — «Коммунизм байрағы» (аҙаҡтан «Стәрлебаш шишмәләре») гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр булып эш башлай. Төп хеҙмәтенән айырылмай, Стәрлетамаҡ педагогия институтының филология факультетына уҡырға керә һәм уны ситтән тороп 1960 йылда тамамлай. 1962 йылда «Ҡыҙыл таң» республика гәзите редакцияһына күсә, яуаплы сәркәтип урынбаҫары, 1968—1970 йылдарҙа бүлек мөдире була. 1972—1981 йылдарҙа Башҡортостан китап нәшриәтендә әҙәби мөхәррир вазифаһын башҡара. 1982—1984 йылдарҙа СССР Тыныслыҡты яҡлау комитетының Башҡортостан бүлексәһендә яуаплы хеҙмәткәр. Аҙаҡтан 1995 йылға тиклем Башҡортостан Яҙыусылар союзы аппаратында эшләй, шул иҫәптән пропаганда бюроһын етәкләй. Бер ни тиклем ваҡыт «Һәнәк» журналында әҙәби хеҙмәткәр булып та эшләп ала.

Башҡортостан Республикаһы Башлығының 2021 йылдың 18 ғинуарындағы Указы менән Рауил Шаммасҡа «Башҡортостандың халыҡ шағиры» тигән маҡтаулы исем бирелде[2].

Әҙип 2024 йылдың 4 ғинуарында Өфө ҡалаһында вафат булды[3].

Ижади эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Рауил Шаммас үҙен киң ҡырлы, тәү сиратта лирик философияға, күңелсән юморға һәм үткер сатираға тоғро шағир итеп танытты. Уның әҫәрҙәрендә илһөйәрлек хистәре өҫтөнлөк итә, ул ерҙәге тормошто дауам итеүсе әсәләргә дан йырлай, тормошсанлыҡ идеяларын тәүге урынға ҡуя. Әҙип үҙенең «Уттар» (1964), «Онотмағыҙ беҙҙе, тереләр» (1968), «Йөрәк алмаһы» (1974), «Утлы дәфтәр» (1988) поэмаларында һәм ҡайһы бер башҡа әҫәрҙәрендә совет халҡының Бөйөк Ватан һуғышындағы тиңһеҙ батырлығын маҡтай, фашизмды үҙ өңөндә дөмөктәргән ҡыйыу яугирҙәрҙең иҫтәлеге мәңге һаҡланасағын ышаныслы дәлилләй. Шағирҙың арыу ғына һандағы поэма һәм балладаһы халыҡ ижадының сағыу өлгөләрендәге уй-фекергә нигеҙләнеп ижад ителгән.

Ике тиҫтәнән артыҡ китап авторы Рауил Шаммастың әҫәрҙәре белорус, рус, украин, ҡараҡалпаҡ, мари, татар һәм башҡа телдәрҙә нәшер ителгән. Уның шиғырҙарына билдәле композиторҙар Салауат Низаметдинов, Рим Хәсәнов, Тәлғәт Шәрипов һәм башҡалар тиҫтәләгән йыр ижад иткән.

Рауил Шаммас тәржемә өлкәһендә лә әүҙем генә хеҙмәт күрһәткән әҙип. Ул билдәле рус совет шағиры Самуил Маршактың, шулай уҡ ҡаҙаҡ, ҡараҡалпаҡ, мари, украин һәм сыуаш авторҙарының шиғырҙарын башҡорт теленә тәржемә итеп баҫтырҙы.

2015 йылдың мартында «Китап» нәшриәтендә әҙиптең Һайланма әҫәрҙәренең I томы донъя күрҙе. Баҫманың беренсе бүлегендә уның 2010—2014 йылдарҙа ижад ителгән яңы шиғырҙары һәм поэмалары, икенсеһендә — бынан алдағы төрлө йылдарҙа баҫылған әҫәрҙәре тупланған. Өсөнсө бүлектә шағирҙың «Уттар», «Йөрәк алмаһы», «Ҡайын һуты», «Ҡыҙыл тоҙ», «Ылау» һәм башҡа поэмалары урынлаштырылған. Меңләгән китап уҡыусылар Рауил Шаммасты «изгелекле, яҡты күңелле шағир» итеп белә, сөнки «уның лирик геройҙары һәр ваҡыт яҡшылыҡҡа ышана, матурлыҡҡа, ғәҙеллеккә ынтыла. Шағир төрлө темаларға мөрәжәғәт итә, ижады төрлө тарихи дәүерҙәрҙе үҙ эсенә ала. Иң мөһиме — әҫәрҙәрендәге һәр образды, һәр фекерҙе үҙ йөрәге аша үткәргән».

Китаптары

үҙгәртергә
  • Таң йылмайыуы: Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1967. — 46 бит.
  • Уттар: Поэма һәм шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1969. — 30 бит.
  • Донъя йөгө: Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1972. — 80 бит.
  • Ҡояшлы тәҙрәләр: Шиғырҙар һәм поэма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1974. — 96 бит.
  • Шишмәле тау: Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1976. — 112 бит.
  • Ҡар һыуҙары китә: Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1978. — 80 бит.
  • Йән йәшәртер йәмдәрем: Шиғырҙар, поэмалар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1980. — 224 бит.
  • Күперһеҙ йылға: Повесть. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1982. — 238 бит.
  • Тамсылар йырлап тама: Шиғырҙар, поэмалар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1987. — 96 бит.
  • Березовый сок: Стихи и поэмы. — М.: Современник, 1987. — 64 стр. (рус.)
  • Муйыллы туғай: Ике повесть. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1987. — 280 бит.
  • Ғүмер гөлләмәһе: Шиғырҙар һәм поэма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1990. — 184 бит.
  • Яраларҙы һөйөү дауалар: Шиғырҙар, поэмалар, балладалар. — Өфө: Китап, 1995. — 224 бит.
  • Гомер учагымның кузлары: Шиғырҙар. — Өфө: Китап, 1999. — 192 бит.
  • Аҡыл таяғы: Шиғырҙар, әкиәттәр, поэмалар. — Өфө: Китап, 2002. — 120 бит.
  • Кеше тиҙəр һинең затыңды: Шиғырҙар, поэмалар. — Өфө: Китап, 2005. — 240 бит.
  • Ҡәҙерен беләһеңме?: Шиғырҙар, поэмалар. — Өфө: Китап, 2010. — 400 бит.
  • Һайланма әҫәрҙәр. 1 том: Шиғырҙар һәм поэмалар. — Өфө: Китап, 2014. — 480 бит.
  • Һайланма әҫәрҙәр. 2 том: Иҫтәлектәр, повестар, хикәйәләр, юморескалар. — Өфө: Китап, 2019. — 536 бит.
  • Һайланма әҫәрҙәр. 3 том: Шиғырҙар, поэмалар. — Өфө: Китап, 2021. — 480 бит.

Тәржемәләре

үҙгәртергә
  • Маршак С. Радуга дуга: стихи и сказка. для детей. — Уфа: Башкнигоиздат, 1973. — 96 с.
  • Цеткин К. Воспоминания о Ленине. — Уфа: Башкнигоиздат, 1974.- 56 с.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә