Кузеев Рәил Ғүмәр улы

(Раиль Гумерович Кузеев битенән йүнәлтелде)

Кузеев Рәил Ғүмәр улы ( 10 ғинуар 1929 йыл2 август 2005 йыл) — этнолог һәм тарихсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре. 1960—1987 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының рәйес урынбаҫары. Тарих фәндәре докторы (1971), профессор (1972). Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1991)[1], Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (1991), Сыуаш Республикаһы Фән һәм сәнғәт милли академияһының почётлы академигы (1996). РСФСР‑ҙың (1979) һәм БАССР‑ҙың (1969) атҡаҙанған фән эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (1999). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971), Халыҡтар Дуҫлығы (1975), һәм Почёт (2000) ордендары кавалеры. Өфө ҡалаһының почётлы гражданы.

Рәил Ғүмәр улы Кузеев
Тыуған көнө

10 ғинуар 1929({{padleft:1929|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})

Тыуған урыны

СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы Өфө кантоны (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы) Әмин ауылы

Вафат көнө

2 август 2005({{padleft:2005|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (76 йәш)

Вафат урыны

Рәсәй Федерацияһы, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ғилми даирәһе

тарих, этнография

Альма-матер

К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт педагогия институты

Ғилми дәрәжәһе

тарих фәндәре докторы (1971)

Ғилми исеме

профессор,
РФА-ның мөхбир ағзаһы (1991)

Награда һәм премиялары
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Халыҡтар Дуҫлығы ордены Почёт ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Рәил Ғүмәр улы Кузеев 1929 йылдың 10 ғинуарында Башҡорт АССР-ы Өфө кантонының (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Шишмә районының) Әмин ауылында күп балалы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Атаһы — Ғүмәр Ғабдрахман улы Кузеев заманына күрә белемле кеше булған, уның дүрт улы һәм бер ҡыҙы юғары уҡыу йорттарын тамалағандар, шулар араһынан ағаһы — Рөстәм Ғүмәр улы (1923—1998) тарих фәндәре докторы дәрәжәһен алыуға ирешкән. 1930 йылда атаһын кулак тип хөкөм иткәндән һуң[2], ғаиләһе Өфө ҡалаһына күсергә мәжбүр була[3].

Рәил Кузеев фабрика-завод өйрәнсектәр мәктәбендә һәм тау-геология техникумында белем ала. Артабан Ленинград дәүләт тимер юл транспорты институтының күперҙәр һәм тоннелдар факультетында беренсе курсында уҡый, ауырып кире Өфөгә ҡайта[3]. Бында К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт педагогия институтының тарих факультетына уҡырға инә һәм уны 1950 йылда тамамлай.

1950—1951 һәм 1954—1983 йылдарҙа СССР ФА Башҡортостан филиалының Мәжит Ғафури исемендәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләй: 1955—1961, 1967—1968 һәм 1976—1978 йылдарҙа археология, этнография һәм халыҡ сәнғәте бүлеге мөдире, шул уҡ ваҡытта 1960—1987 йылдарҙа СССР ФА Башҡортостан филиалының Президиумы рәйесе урынбаҫары вазифаларын башҡара[4].

1960—1970 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетында уҡытыусы булып эшләй.

1973—1994 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡыта һәм бер үк ваҡытта 1974—1975 йылдарҙа һәм 1989 йылда СССР тарихы һәм дөйөм тарих кафедраһының (һуңыраҡ СССР тарихы кафедраһының) мөдире вазифаһын башҡара.

1983—1999 йылдарҙа Рәсәй фәндәр академияһының Өфө фәнни үҙәгенең Урал халыҡтары бүлеге менән Археология һәм этнография музейы мөдире, бер үк ваҡытта 1995—1996 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының вице-­президенты вазифаһын башҡарыусы булып эшләй.

1999—2001 йылдарҙа Рәсәй фәндәр академияһының Өфө фәнни үҙәгенең Этнологик тикшеренеүҙәр үҙәге директоры.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

1966—1972 йылдарҙа Рәил Ғүмәр улы Бөтә Рәсәй тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыларын һаҡлау йәмғиәтенең Башҡортостан республика бүлексәһе рәйесе була. 1973 йылдан алып археография комиссияһының Көньяҡ Урал бүлексәһе рәйесе, 1973—1985 йылдарҙа Совет-һинд дуҫлығы йәмғиәтенең Башҡортостан республика бүлексәһе рәйесе, Совет-һинд дуҫлығы йәмғиәтенең вице-президенты вазифаларын үтәй[5].

1984—1991 йылдарҙа РСФСР «Белем» йәмғиәтенең Башҡортостан республика ойошмаһының, бер үк ваҡытта 1987—1992 йылдарҙа СССР мәҙәниәте фондының вице-президенты була. 1981—1985 йылдарҙа БАССР Юғары Советы депутаты һәм 1985—1987 йылдарҙа Өфө ҡала советы депутаты була[5].

1995—1997 йылдарҙа Рәсәй этнографтары һәм антропологтары ассоциацияһы рәйесе. 1994—1998 йылдарҙа Президент Советы ағзаһы, 1994 йылдан башлап Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Йәмәғәт кәңәшмәһе рәйестәренең береһе[4].

Ғилми эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Ғилми эшмәкәрлеге этнос теорияһын, Волга-Урал тарихи мәҙәни-өлкәнең халыҡтарының этник-мәҙәни формалашыуына һәм этномәҙәни аралышыуын, бер-береһенә йоғонто яһауын, башҡорттарҙың этногенезын һәм этник тарихын өйрәнеүгә бағышланған[4].

Хеҙмәттәре

үҙгәртергә
  • Очерки исторической этнографии башкир. Ч. 1: Родоплеменные организации башкир в XVII—XVIII в. — Уфа: Башкнигоиздат, 1957.
  • Башкирские шежере (сост., пер. текстов, введ. и комм.). Уфа: Башкнигоиздат, 1960.
  • Происхождение башкирского народа: Этнический состав, история расселения. — М.: Наука, 1974. — 572 с.
  • Историческая этнография башкирского народа. — Уфа: Башкнигоиздат, 1978.
  • Бикбулатов Н. В., Кузеев Р. Г., Шитова С. Н. Декоративное творчество башкирского народа. — Уфа, 1979. (авторҙаш)
  • Очерки исторической этнографии башкир: Родоплеменные организации башкир в XVII—XVIII вв. — Уфа.
  • Народы среднего Поволжья и Южного Урала: этногенетический взгляд на историю. — М.: Наука, 1992.
  • Национальные движения в Волго-Уральском регионе и федерализм в России // Этничность и власть в полиэтничских регионах. — М.: Наука
  • Государственная программа «Народы Башкортостана». — Уфа
  • Этнополитическая история и современность Башкортостана. — Уфа, 1997.
  • Демократия. Гражданственность. Этничность: [Сборник] / Отв. ред. М. Н. Губогло; Рос. акад. наук, Центр по изучению межнац. отношений Ин-та этнологии и антропологии им. Н. Н. Миклухо-Маклая, Центр этнол. исслед. Уфим. науч. центра РАН. — М., 1999. — 371 с.

Бүләктәре һәм премиялары

үҙгәртергә
  • Башҡортостан Республикаһының фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (1999)
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1971)
  • Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (1975)
  • Почёт ордены кавалеры (2000)
 
Р. Ғ. Кузеев йәшәгән йортҡа ҡуйылған таҡтаташ
  • 2005 йылдан алып Кузеев уҡыуҙары үткәрелә.
  • Өфө ҡалаһында Р. Ғ. Кузеев йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
  • 2011 йылда Рәсәй фәндәр академияһының Өфө фәнни үҙәгенең Этнологик тикшеренеүҙәр үҙәгенә уның исеме бирелгән[6].
  • 2012 йылда Археология һәм этнография музейында Р. Ғ. Кузеевҡа бюст ҡуйыла[7].
  • Өфөлә Р. Ғ. Кузеевтың ғилми хеҙмәттәре йыйынтығының беренсе томының исем туйы булды[8].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Кузеев Раиль Гумерович. Российская академия наук. Дата обращения: 17 июнь 2015.
  2. Книга памяти жертв политических репрессий Республики Башкортостан. Т 3: К—М. / Редкол.: Ишмуратов Х. Х. (гл. ред.) и др.; Рабочая группа по подгот. рукоп.: Валеев Р. А. и др. — Уфа : Китап, 2005.
  3. 3,0 3,1 Раиль Гумерович Кузеев (1929—2005): Некролог // Этнографическое обозрение / Институт этнологии и антропологии им. Н. Н. Миклухо-Маклая РАН. — 2006. — № 1. — С. 187—190. (рус.)
  4. 4,0 4,1 4,2 Кучумов И. В. Кузеев Рәил Ғүмәр улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  5. 5,0 5,1 Кузеев Раиль Гумерович. Академия наук Республики Башкортостан. Дата обращения: 17 июнь 2015. (рус.)
  6. Постановление Президиума РАН «О присвоении имени члена-корреспондента РАН Р.Г. Кузеева Учреждению Российской акаде­мии наук Институту этнологиче­ских исследований Уфимского научного центра РАН (представ­ление Центра и Отделения исто­рико-филологических наук)». Российская академия наук (20 июнь 2011). Дата обращения: 17 июнь 2015. (рус.)
  7. Муртазина О. В Уфе появились памятники этнологам Льву Гумилеву и Раилю Кузееву. «Башинформ» (28 сентябрь 2012). Дата обращения: 17 июнь 2015. (рус.)
  8. Смирнов А. Өфөлә Рәил Кузеевтың ғилми хеҙмәттәре йыйынтығының беренсе томының исем туйы булды. «Башинформ» (30 сентябрь 2015). Дата обращения: 1 октябрь 2015.
  • Кузеев Раиль Гумерович: 70 лет. — Уфа, 1998. (рус.)
  • Кузеев Раиль Гумерович: библиографический указатель / Российская акад. наук, Уфимский науч. центр, Центр этнологических исслед., Российское об-во историков-архивистов, Башк. респ. отд-ние; [сост. Мамаева З. А.] — Уфа: ЦЭИ УНЦ РАН, 2006. (рус.)
  • Ямалов М. Б., Алмаев Р. З. Р. Г. Кузеев (1923—1998). — Уфа: Вагант, 2008. — 107 с.
  • Кузеев Раиль Гумерович. Ученый. Творец. Гражданин. Сборник статей. Уфа: ГУП РБ УПК, 2012. (рус.)

Һылтанмалар

үҙгәртергә