Археология һәм этнография музейы (Өфө)
Археология һәм этнография музейы (Өфө) — Рәсәй Фәндәр Академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Р. Ғ. Кузеев исемендәге Этнологик тикшеренеүҙәр институты эргәһендәге ғилми музей[1]. 1976 й. Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты эргәһендә ойошторолған. Музей архитектура ҡомартҡыһы булып иҫәпләнгән Е. А. Поносова-Молло йортонда урынлашҡан[2].
Археология һәм этнография музейы | |
Нигеҙләү датаһы | 1976 |
---|---|
Нигеҙләүсе | Рәил Ғүмәр улы Кузеев |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Өфө |
Урын | Поносова-Молло йорто |
Рәсми асылыу датаһы | 1980 |
Рәсми сайт | ikuzeev.ru/museum |
Археология һәм этнография музейы (Өфө) Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәӨфөлә археология һәм этнография академия музейын ойоштороу инициаторы — танылған ғалим-этнолог, тарих фәндәре докторы, РФА ағзаһы Рәил Кузеев. Уны ойоштороу тураһында ҡарар 1976 йылдың 20 ғинуарында ҡабул ителде, һәм тағы ла бер нисә йылдан, 1980 йылда, музей үҙенең ишектәрен асты. Академия музейы үҙенең фондтары менән таң ҡалдыра: ул фәнни экспедициялар ваҡытында йыйылған археология, этнография һәм антропология коллекцияларының иң ҙур һаҡлағыстарының береһе. Бында Көньяҡ Уралдың боронғо һәм урта быуат тарихының бөтә осорҙары буйынса материал тупланған, шул иҫәптән киң билдәле Филипп ҡурғандарының "Сармат алтыны" коллекцияһы, төбәктә йәшәгән халыҡтарҙың мәҙәниәте һәм көнкүреше буйынса ҡиммәтле мәғлүмәттәр йыйылған.
Музей фонды
үҙгәртергәАрхеология һәм этнография музейы Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Р.Ғ. Кузеев исемендәге Этнологик тикшеренеүҙәр институты составында эш итә.
2012 йылдан Музей экспозицияһы Р.Ғ. Кузеев исемендәге Этнологик тикшеренеүҙәр институтының (РФА ӨФҮ ikuzeev.ru) рәсми сайты 3D форматта интернет — файҙаланыусылары өсөн тулыһынса асыҡ.
Музей коллекциялары фундаменталь археологик һәм этнологик тикшеренеүҙәр үткәреү өсөн нигеҙ булып тора.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Золотые олени Евразии. С.-Пб., 2003. ISBN 5-9501-0010-7
- Музей археологии и этнографии. Каталог. Уфа, 2007.