Хәбиров Радий Фәрит улы

Башҡортостан Республикаһының Башлығы
(Радий Фəрит улы Хəбиров битенән йүнәлтелде)

Хəбиров Радий Фəрит улы (20 март 1964 йыл) — Рәсәйҙең дәүләт эшмәкәре, сәйәсмән. 2019 йылдың 19 сентябренәнБашҡортостан Республикаһы Башлығы. Хоҡуҡ белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Юридик фәндәр кандидаты (1998). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (2008). Александр Невский ордены кавалеры (2021).

Хәбиров Радий Фәрит улы
рус. Радий Фаритович Хабиров
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 20 март 1964({{padleft:1964|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (60 йәш)
Тыуған урыны Һайран, Һайран ауыл советы, Ишембай районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Атаһы Хәбиров Фәрит Барый улы
Әсәһе Хәбирова Разия Исхаҡ ҡыҙы
Туған тел башҡортса‎
Һөнәр төрө дәүләт эшмәкәре, хоҡуҡ белгесе, сәйәсмән, юғары мәктәп уҡытыусыһы, адвокат
Эш урыны Башҡорт дәүләт университеты
Республика йорто
Биләгән вазифаһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы
Уҡыу йорто Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университеты
Билкент университеты
Ғилми дәрәжә юридик фәндәр кандидаты[d] (1998)
Сәйәси фирҡә ағзаһы Берҙәм Рәсәй
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсми сайт glavarb.ru/eng
 Хәбиров Радий Фәрит улы Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Радий Фəрит улы Хəбиров 1964 йылдың 20 мартында Башҡорт АССР-ының Ишембай районы Һайран ауылында тыуған. Был ваҡытта атаһы Хәбиров Фәрит Барый улы мәктәп директоры булып эшләгән, тап ул ағас мәктәп урынына кирбестән яңы бина һалдыртҡан[1]. Әсәһе Хәбирова Разия Исхаҡ ҡыҙы — шулай уҡ педагог.

Улдарына 6 йәш тулғанда ғаилә Ишембай ҡалаһына күсенгән[1].

19811982 — Витязь компанияһының Ишембай транспорт машиналары эшләү заводында фрезеровщик өйрәнсеге.

Классик һәм грек-рим көрәше буйынса спорт мастерлығына кандидат (ДЮСШ № 2, Ишембай)[2])

19821984 — СССР Ҡораллы Көстәре сафында хеҙмәт итә.

19841989 — Башҡорт дәүләт университетының юридик факультеты студенты.

19891992 — Башҡорт дәүләт университеты юридик факультетының дәүләт хоҡуҡиәте һәм совет төҙөлөшө кафедраһы ассистенты, БДУ-ның студенттар профсоюз комитеты рәйесе.

19921994 — Билкент университеты магистранты, Анкара, Төркиә.

19941998 — Башҡорт дәүләт университеты юридик факультетының өлкән уҡытыусыһы.

19982002 — Башҡорт дәүләт университеты юридик факультетының деканы, доцент.

20022003 — Башҡорт дәүләт университеты Хоҡуҡ институтының директор вазифаһын башҡарыусы, артабан — директоры.

Сентябрь 2003 — июль 2008 — Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте етәксеһе.

27 август 2008 — декабрь 2008 — Рәсәй Федерацияһы Президентының Эске сәйәсәт буйынса идаралығының Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы һәм сәйәси партиялар менән бәйләнеш буйынса департаменты директоры.

2009 йылдан — Рәсәй Федерацияһы Президенты Эске сәйәсәт буйынса идаралығының начальник урынбаҫары.

19 сентябрь 2016 — Рәсәй Федерацияһы Президенты Эске сәйәсәт буйынса идаралығының начальник урынбаҫары вазифаһынан китеү тураһында ғариза яҙа[3].

25 ғинуар 2017 — Мәскәү өлкәһе Красногорск ҡала округы башлығы вәкәләттәрен ваҡытлыса башҡарыусы

28 март 2017 — 11 октябрь 2018 йыл — Мәскәү өлкәһе Красногорск ҡала округы башлығы

2018 йылдың 11 октябрь — 8 сентябрь 2019 йыл — Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы[4].

2019 йылдың 8 сентябрендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы итеп һайланды[5].

2019 йылдың 19 сентябренән — Башҡортостан Республикаһы Башлығы[6].

2020 йылдың 27 ғинуарында Радий Хәбиров Рәсәй Федерацияһы Дәүләт советының президиум ағзаһы итеп раҫланды[7][8].

2021 йылдың 10 сентябрендә Рәсәй Президенты Александр Невский ордены менән бүләкләне[9].

Өҫтәмә мәғлүмәт

үҙгәртергә
  • Юридик фәндәр кандидаты[10], 30-ҙан ашыу ғилми хеҙмәт авторы.
  • Инглиз телендә иркен һөйләшә[11], диссертацияһын шул телдә яҡлаған[12].
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (2008).
  • Рәсәй Федерацияһының 2 класлы ғәмәлдәге дәүләт кәңәшсеһе (РФ Президентының 520-се Указы, 2009 йыл, 7 май)[13].

Матбуғатта әңгәмәләре

үҙгәртергә
  • Юрий Васильев. Как сделать Башкирии «якшырак». Взгляд. Деловая газета. 2 сентября 2019 года[14].
  • Елена Мухаметшина. Врио главы Башкирии: «Стерильных выборов не бывает». Радий Хабиров рассказывает, почему ушел из администрации президента, и рассуждает, отчего разное время требует своих губернаторов. Электронное периодическое издание «Ведомости», 22 января 2019 года[15].
  • Галина Ишмухаметова. Радий Хабиров: «Я не публичный человек, я управленец…». Журнал «Уфа», 2003 год[12].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Учителя Радия Хабирова рассказали о его детстве. Сайт «НОВОСТИ RB7.RU», 12 октября 2018года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 23 ғинуар 2019)
  2. Достижения(недоступная ссылка)
  3. Радий Хабиров покинет пост куратора Госдумы после выборов
  4. Путин назначил новых глав Курской области и Башкирии. РБК. Дата обращения: 11 октябрь 2018.
  5. Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы республика Башлығын һайлауҙың рәсми йомғаҡтарын раҫланы. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2019 йыл, 11 сентябрь (Тикшерелеү көнө: 11 сентябрь 2019)
  6. Радий Хабиров официально вступил в должность Главы Башкортостана. ИА «Башинформ», 19 сентября 2019 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 19 сентябрь 2019)
  7. Радий Хабиров вошел в новый состав президиума Госсовета Российской Федерации. ИА «Башинформ», 2020, 27 января (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 ғинуар 2020)
  8. Распоряжение Президента Российской Федерации от 27.01.2020 № 10-рп "О президиуме Государственного совета Российской Федерации". Официальный интернет-портал правовой информации. Государственная система правовой информации (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 ғинуар 2020)
  9. Президент России наградил Радия Хабирова орденом Александра Невского. ИА «Башинформ», 12 сентября 2021 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 12 сентябрь 2021)
  10. Становление и развитие права на благоприятную окружающую среду в Российской Федерации :Автореферат диссертации на соискание ученой степени кандидата юридических наук. (недоступная ссылка)
  11. Радий Хабиров впервые пообщался с игроками ХК «Салават Юлаев» перед плей-офф. ИА «Башинформ», 24 февраля 2019 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 февраль 2019)
  12. 12,0 12,1 Радий Хабиров: «Я не публичный человек, я управленец…», Журнал «Уфа», 2003 год // Галина Ишмухаметова (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 февраль 2019)
  13. Указ Президента Российской Федерации от 7 мая 2009 года № 520(недоступная ссылка)
  14. Взгляд. Деловая газета. 2 сентября 2019 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 11 сентябрь 2019)
  15. Врио главы Башкирии: «Стерильных выборов не бывает». ИА «Башинформ», 22 января 2019 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 23 ғинуар 2019)
  16. Распоряжение Президента Российской Федерации от 11 апреля 2014 года № 110-рп «О поощрении»
  17. Указ Главы Республики Крым № 69-У от 13 марта 2015 г. «О награждении государственными наградами Республики Крым» 2015 йыл 2 апрель архивланған.
  18. Радия Хабирова наградили медалью Луганской народной республики. ИА «Башинформ», 22 декабря 2020 года
  19. Красногорцы узнали, как зовут сына Радия Хабирова
  20. Стало известно, как Радий Хабиров назвал своего сына. Башинформ. 26 января 2021.

Һылтанмалар

үҙгәртергә