Билкент университеты
Билкент университеты (төрөксә, «Bilkent Университеси») — Төркиәнең Анкара ҡалаһында урынлашҡан шәхси университет. Уға Юғары белем һәм фәнни эҙләнеүҙәр өлкәһендә алдынғы тәжрибә үҙәге булдырыу маҡсатында профессор Ихсан Дограмачи 1984 йылда нигеҙ һалған. Ул илдәге коммерцияһыҙ тәүге шундай университет . Bilkent атамаһы төрөксә «bilim kenti» («белем ҡалаһы») аббревиатураһынан барлыҡҡа килгән.[5]
Билкент университеты | |
төр. Bilkent Üniversitesi[1] | |
Нигеҙләү датаһы | 1984 |
---|---|
Дәүләт | Төркиә |
Административ-территориаль берәмек | Анкара |
Урын | Чанкая[d] |
Ойошма ағзаһы | Европа университеттары ассоциацияһы[d][2] һәм Anatolian University Libraries Consortium Association[d][1] |
Уҡыусылар һаны | 11 701 |
Хеҙмәткәрҙәр | 2155 кеше (2019) |
Ҡулланылған тел | инглизсә |
Диапазон IPv4 | 5.153.10.200/29[3] |
Диапазон IPv6 | 2001:a98:40::/48[4] |
Рәсми сайт | bilkent.edu.tr |
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр | 82 420 |
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы | Категория:Билкент университеты уҡытыусылары[d] |
Билкент университеты Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергә1967 йылда университетты төҙөүгә әҙерлек башлана, Анкараның көнбайышы яғынан ерҙәрҙе участкалары һатып алына. 1970 йылда бинаның нигеҙе һалына, унда әлеге ваҡытта административ бина китапхана һәм инженер факультеттары урынлашҡан. Тиҙ арала бер-бер артлы уҡытыусылар өсөн төҙөлгән йорттар, ашхана, ятаҡ, уҡыу корпустары һалына[6]
Уҡытыу
үҙгәртергәХәҙерге ваҡытта университетта 9 факультет, 2000-дән ашыу курстар, 2 дүрт йыллыҡ һәм 3 ике йыллыҡ программалы һөнәри-техник мәктәпбе бар. Бында төрлө илдәрҙән килгән студенттар уҡый. Университетта 40 илдән тиерлек уҡытыусы эшләй. Университетҡа нигеҙ һалыусының иғәнәһенә йыл һайын 2500-ҙән ашыу студент уҡыу һөҙөмтәләренә ҡарап стипендия ала. Европа һәм АҠШ университеттары менән студенттарҙы алмашып уҡытыу һәм бик күп берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу программалары бар. Был уҡыу йорттарының тулы исемлеге университет сайтында ҡарарға мөмкин.
Билкент университеты төрлө өлкәлә 34 — бакалавриат, 6 — ассоциация, 47 магистратура программаһы тәҡдим итә[7]
Университетта уҡытҡан билдәле шәхестәр
үҙгәртергәТөрөк ғалимы, иҡтисадсы, профессор Сүбәҙәй Туған (Зәки Вәлиди Туғандың улы) 1987—1996 йылдарҙа Билкент университетының Иҡтисад, административ һәм социаль фәндәр факультеты деканы була, бөгөнгәсә шул уҡ юғары уҡыу йортоноң профессоры булып эшләй.
Университетты тамамлаған билдәле шәхестәр
үҙгәртергә1992—1994 — Билкент университеты магистратураһында 2018 йылдың 11 октябренән Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Хəбиров Радий Фəрит улы уҡыған һәм тамамлап сыҡҡан.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 https://web.archive.org/web/20230815060630/https://uye.ankos.org.tr/uyeler/
- ↑ https://eua.eu/about/member-directory.html
- ↑ https://apps.db.ripe.net/search/lookup.html?source=ripe&key=5.153.10.200%20-%205.153.10.207&type=inetnum
- ↑ https://apps.db.ripe.net/search/lookup.html?source=ripe&key=2001:a98:40::/48&type=inet6num
- ↑ Гүзәл Ситдиҡова. Яҡшы юлдың оҙоно юҡ. -Ватандаш. — 1998.- № 11.- 120—131 биттәр
- ↑ Гүзәл Ситдиҡова. Яҡшы юлдың оҙоно юҡ. -Ватандаш. — 1998.- № 11.- 120—131 биттәр
- ↑ Университет Билькент | Bilkent Üniversitesi
Һылтанмалар
үҙгәртергә
Билкент университеты Викимилектә |