Павлова Анна Павловна
А́нна Па́вловна (Матве́евна) Па́влова (31 ғинуар [12 февраль] 1881 — Ҡалып:Дс) — Рәсәй балет артискаһы, Мария театрының прима-балеринаһы (1906—1913), XX быуат иң бөйөк балериналарының береһе. Беренсе донъя һуғышы башланғас, Бөйөк Британияға күсенә. Үҙ труппаһы менән бөтә донъя буйлап 40-тан ашыу илдә гастролдә була, ҡайһы берҙәрендә балет сәнғәте менән тәүге таныштырыусы тип атайҙар . Анна Павлова гастролдәре бөтә донъяла рус балетының данын арттыра. Балерина башҡарған «Үлеп барған аҡҡош» хореографик миниатюра- монологы («Умирающий лебедь») рус балет мәктәбенең юғары эталондарының береһенә әүрелә .
Павлова Анна Павловна | |
рус. Анна Павловна (Матвеевна) Павлова | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ[1][2][3] |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй империяһы |
Тыуған көнө | 12 февраль 1881[3][1][4][…] или 31 ғинуар (12 февраль) 1881[5] |
Тыуған урыны | Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы[3][6] |
Вафат булған көнө | 23 ғинуар 1931[3][6][1][…] (49 йәш) |
Вафат булған урыны | Гаага[d], Нидерланд[3][6] |
Үлем сәбәбе | рак поджелудочной железы[d] |
Ерләнгән урыны | Голдерс-Грин[d][7] |
Хәләл ефете | Дандре, Виктор Эмильевич[d] |
Һөнәр төрө | балет артисы, хореограф, мөхәррир, актёр немого кино |
Уҡыу йорто | А. Я. Ваганова исемендәге Рус балеты академияһы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Досье в | Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы[d][8] |
Павлова Анна Павловна Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергәАнна Павлова Петербургта 1881 йылдың 31 ғинуарында (12 февралдә) тыуған, докeменттары буйынса уның атаһы- Матвей Павлович Павлов[9], хәрби хеҙмәтен тамамлаған ҡараим милләтле һалдат, әсәһе- Любовь Фёдоровна Павлова. Анна «Павловна»- артистар араһында ҡулланылған псевдоним. Мәҫәлән,Фокин 1924 йылда артискаға яҙған хатында уны Анна Павловна[10] тип атай.
Павловтар ғаиләһе Санкт-Петербург янындағы Лигово ҡасабаһында йәшәй. Бәләкәй Анна «Йоҡоға талған һылыу» балетын күргәндән һуң балерина булырға хыяллана башлай.
Ун йәштә ул Император театр училищеһына уҡырға инә. А.Павлова педагогтары- А. А. Облаков, Е. О. Вазем һәм П. А. Гердт. 1899 йылда Мария театрына ҡабул ителә[11].
Уҡыған дәүерҙә лә,һуңыраҡ, театрҙа эшләй башлағас та, уны Павлова 2-се тип йөрөтәләр, сөнки унан олораҡ Павлова фамилиялы артистка ла була. Мариус Петипа 1902—1904 йылдарҙа Павлова 2-се Е. П. Соколованың һәләтте үҫтереү класында шөғөлләнеп, юғары уңыштарға өлгәште, тип яҙа [12].[13]. Павлова балеттарҙағы күренештәрҙе өйрәнер өсөн Петипа менән дә шөғөлләнә[14], «Жизель балетында төп ролде башҡарғанда[15][16] , „Корсар“ҙы әҙерләгәндә балетмейстер менән йыш кәңәшләшә[17].
Павловаға кордебалетта бейергә тура килмәй, уға баштан уҡ классик балеттарҙа бик яуаплы партияларҙы ышанып тапшыралар. Император театрҙары сәхнәһендә уның тәүге сығышы 1899 йылдың 19 сентябрендә була („Тщетная предосторожность“, Стася Белинская һәм Георгий Кякшт менән па-де-труа)[18]. Бынан һуң Зюльма („Жизель“), Диана („ Кандавл батша“), па-де-труа — Вариация Снега („Камарго“), Фея Кандид („Йоҡоға талған һылыу“) ролдәрендә сығыш яһап, тамашасының һөйөүен яулай .
Михаил Фокин менән тәүге сығышы 1899 йылдың 29 декабрендә бик уңышлы үтә („Марко Бомба“ балеты).
Киләһе сезондарҙа А.Павлова бик күп яуаплы спектаклдәрҙә ҡатмарлы партиялар башҡара .
1906 йылда Павлова балерина исемен ала. Был осорҙа М. И. Петипа уны М.Кшесинская, О.Преображенская, Т.Карсавиналар менән бер рәттән иң яҡшы балериналарҙың береһе тип атай.[19].
Михаил Фокин менән хеҙмәттәшлеге
үҙгәртергәТеатр училищеһында буласаҡ мәшһүр артист һәм хореограф Михаил Фокин Павлованан бер курс алдараҡ уҡый. Ҡайһы бер ваҡыт улар сәхнәлә бергә сығыш яһай.
1907 йылдың 22 ғинуарында Мария театрының хәйриә кисәһендә Анна Павлова М.Фокиндың уның өсөн ҡуйған „Аҡҡош“ хореография миниатюраһын тәү тапҡыр бейей(бер нисә йылдан уны „Үлеп барған аҡҡош“ тип атайҙар)[20], был бейеү XX быуат рус балетының символдарының береһенә әйләнә[11]. В. М. Красовская тәүге рецензияларҙан ошондай өҙөк килтерә: «Әгәр сәхнәлә балерина иң зиннәтле ҡоштарҙың хәрәкәтен ҡабатлай алһа, был эшләнде: һеҙҙең алда- аҡҡош"[20].
1909 йылда Фокин « Дафнис менән Хлоя» балетында Хлоя ролен Павлова бейер тип өмөтләнә, ләкин был спектакль күрһәтелмәй ҡала [21]. 1913 йылда Берлинда Дягилевтан киткәс, Анна Павлова труппаһы өсөн Михаил Фокин ике балет һала: «Прелюды» (Ференц Лист симфоник поэмаһы буйынса)[22], «Семь дочерей горного короля» (Александр Спендиаров музыкаһы)[23][24]. Павлова Фокиндың бик күп әҫәрҙәренең премьераһында ҡатнаша [25].
Дягилевтың Рус сезондары
үҙгәртергәДягилев башта Парижға рус операһын күрһәтә, ләкин балетты Европала аңлап бөтмәҫтәр тигән уйҙа була. Тап Анна Павлова уны Европаға рус балетын күрһәтергә өгөтләгән, тигән фекер бар.1909 йылдың 19 майында Павлова Сергей Дягилев тың Париждағы "Рус сезондары"нда ҡуйылған «Армида павильоны» спектаклендә Армида партияһын башҡара[26][27], 2 июндә «Сильфида» һәм "Клеопатра"ның Париж премьераһында ("Мысыр төндәре"нең икенсе редакцияһы)[27] бейей. Дягилевтың Париждағы Рус сезондарында ҡатнашыу актрисаға донъя кимәлендә дан килтерә [11]. Метрополитен-опера (Нью-Йорк) директоры Отто Кан[en] уның менән бер айға контракт төҙөй[28]. Бөйөк рәссам Валентин Серов яҙған афишалағы Павлова «Рус сезондары» эмблемаларының береһе була .
Париждағы тәүге Рус сезонынан һуң А. П. Павлова, М. М. Фокин, В.Ф. Нижинский һәм С. Л. Григорьев менән бергә Францияның сәнғәт һәм мәғрифәт эшмәкәрҙәре өсөн булдырылған Академик пальма ордены менән бүләкләнә[29].
Бер аҙҙан Павлова Дягилев труппаһынан китә, ләкин 1911 йылдың октябрендә Рус балетының Лондондағы гастролендә «Жизель» балетында төп партияны башҡарырға риза була. С. Л. Григорьев Павлова менән Нижинский үҙ партияларын бик оҫта башҡарып, Рус балетына ҙур уңыш килтергәнен билдәләй һәм: « Был ике оҫта бейеүсенең сәнғәте арҡаһында „Жизель“ беҙҙең репертуарҙа ныҡлы урын алды»[30], тип яҙа.
Гастролдәре
үҙгәртергә1907 йылда Анна Павлова Адольф Больм менән бергә 20 артистан торған сит илгә гастролдәр өсөн төркөм ойоштора. Европа ҡалалары буйлап тәүге гастролдәр 1908 йылдың яҙында үтә. Больм Павлованың партнеры була. Репертуарға «Жизель», «Пахита», «Тылсымлы флейта», «Кавалерия ялы» балеты , «Аҡҡош күле»нән икенсе акт һәм дивертисмент[31] инә . Башҡа йылдарҙа Павлова төрлө партнерҙар менән сығыш яһай. Михаил Мордкин менән бейегән «Вакханалия» бейеүе («Йыл миҙгелдәре» балеты, композиторы А.Глазунов) [32] бөтә донъяға билдәле була. Үҙ труппаһы менән Павлова донъяның бик күп илдәрендә сығыш яһай, төркөмгә бик күп эшләргә тура килә. 1909 йылдан башлап, Павлова Фокиндың Аҡҡошо тәҫьирендә лирик миниатюралар ижад итә башлай. Гастролдәр ваҡытында балерина үҙ жанрын булдыра- уны Ю. Д. Беляев «хореографик мелодекламация» тип атай[33] («Сиңерткә» - композиторы Крейслер, «Күбәләк» - Дриго, «Төн», «Калифорния мәге». 1910- сы йылдарҙа тыуған иленә ҡайтыуы инде «Рәсәй гастролдәре» тип иҫәпләнә. Мария театрында балеринаның һуңғы сығышы 1913 йылда була, ә Рәсәйҙә ул 1914 йылда һуңғы тапҡыр бейей: Беренсе донъя һуғышы башланғас, ул Англияла ҡалырға ҡарар итә һәм башҡаса Рәсәйгә ҡайтмай.
1921—1925 йылдарҙа Анна Павлова АҠШ – та продюсер Соломон Юрок саҡырыуы буйынса сығыш яһай . 1921 йылда Анна Павлова Һиндостанда Дели, Бомбей һәм Калькутта тамашасыларының һөйөүен яулай[34]. Үҙе иҫән саҡта уҡ Павлова исеме легендаға әүрелә [11]. Ҡайһы бер ил тамашасылары балетты тәү тапҡыр Павлова труппаһы башҡарыуында күреп, һоҡлана.
- 1922 — Япония, Китай, Манила, Малайзия, Һиндостан, Мысыр[35]
- 1925—1926 — Көньяҡ Америка, Австралия, Яңы Зеландия[35]
- 1928 — Мысыр, Һиндостан, Бирма, Сингапур, Ява[35]
- 1929 — Австралия[36]
Вафаты
үҙгәртергәҒүмеренең һуңғы йылдарында Анна Матвеевна тыуған иленә ҡайтырға теләй,тик был теләге тормошҡа ашмай ҡала.
Гаага ла гастроль ваҡытында Павлова яғылмаған залда репетиция ваҡытында һалҡын тейҙереп, пневмония (эренле плеврит) сиренән 1931 йылдың 23 ғинуарында вафат була. Биографтары әйтеүенсә, актрисаның һуңғы һүҙе: «Минең аҡҡош кейемен әҙерләгеҙ!». Анна Павлованың урнаһы Голдерс-Грин крематорийы колумбарийында (Лондон) һаҡлана. Анна Павлова тураһында бик күп иҫтәлектәр һаҡлана. Белгестәр фекеренсә, балерина бик күркәм холоҡло, итәғәтле кеше була. Бейеүе башҡаларҙан нәзәҡәтлелеге, йомшаҡлығы, романтик хискә бай булыуы менән айырыла. Ул артыҡ өйөрөлөүҙәр менән мауыҡмай, һикергәндә ул бик бейек һикермәй, ләкин һауала мамыҡ өйөрөлгән кеүек тәьҫир ҡалдыра [37] sfn|Светлов|1906|loc=|с=313—314}} [38] [39].
Бүләктәре
үҙгәртергә- Орден Академических пальм — командор дәрәжәһе[29]
Анна Павловаға хөрмәт
үҙгәртергә- Австралия һәм Яңы Зеландияла Анна Павлова менән һоҡланған халыҡ Павлова исемен байрам тортына бирә
- Гаптофит һыу аҫты үҫемлектәренең Pavlovophyceae бер төркөмө Анна Павлова исемен йөрөтә.
- Нидерландтағы KLM Royal Dutch Airlines аэрокомпанияһының бер MD-11 самолеты- «Анна Павлова» (регистрация номеры- PH-KCH) .
- Венерала уның хөрмәтенә тигеҙлектә бер урын аталған .
- Лондондағы "Пэлас-театр[en]"ында ике урынға билет әле лә һатылмай: улар Анна Павлова менән актёр Айвор Новелло өсөн ҡалдырыла.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ https://www.wechanged.ugent.be/wechanged-database/
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 Deutsche Nationalbibliothek Record #118641557 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ Anna Pavlova // SNAC (ингл.) — 2010.
- ↑ Павлова Анна Павловна // Литераторы Санкт-Петербурга. ХХ век (урыҫ) / под ред. О. В. Богданова
- ↑ 6,0 6,1 6,2 Павлова Анна Павловна // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ Find a Grave (ингл.) — 1996.
- ↑ https://data.performing-arts.ch/a/959dde78-b62f-44ac-915d-b4e8f4cf0ceb / под ред. Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы
- ↑ Красовская, 1972, А. П. Павлова, с. 229
- ↑ Фокин, 1981, А. П. Павловой [12 мая 1924], с. 384—385
- ↑ 11,0 11,1 11,2 11,3 Красовская, 1981
- ↑ Петипа, 1971, Мемуары, с. 59
- ↑ Петипа, 1971, Дневники 1903—1905 годов. 1903. 23 апреля, с. 76
- ↑ Петипа, 1971, Из интервью в связи с 60-летием творческой деятельности, с. 125
- ↑ Петипа, 1971, Дневники 1903—1905 годов. 1903. 28 апреля, с. 76
- ↑ Петипа, 1971, Дневники 1903—1905 годов. 1904. 1 ноября, с. 100
- ↑ Петипа, 1971, Дневники 1903—1905 годов. 1904. 27 ноября, с. 102
- ↑ Красовская, 1972, Пора дебютов, с. 231
- ↑ Петипа, 1971, Из интервью в связи с 60-летием творческой деятельности, с. 126
- ↑ 20,0 20,1 Красовская, 1999, с. 8—9
- ↑ Фокин, 1981, Добровольская Г. Н. Комментарий к с. 225, с. 438
- ↑ Фокин, 1981, С. В. Бомонту, II. 2 января 1925, с. 390
- ↑ Фокин, 1981, С. В. Бомонту, II. 2 января 1925, с. 393
- ↑ Фокин, 1981, [XI]. «Золотой петушок», с. 173—174
- ↑ Фокин, 1981, Добровольская Г. Н. Список постановок М. М. Фокина, с. 463—464
- ↑ Григорьев, 1993, Глава первая. 1909, с. 30—31
- ↑ 27,0 27,1 Фокин, 1981, Добровольская Г. Н. Комментарий к с. 124, с. 431
- ↑ Barbara Barker. Pavlova, Anna (Pavlovna) // The Encyclopedia of New York City / Kenneth T. Jackson, Lisa Keller, Nancy Flood. — 2. — Yale University Press, 2010. — P. 984. — 1584 p. — ISBN 0300182570.
- ↑ 29,0 29,1 Петипа, 1971, Нехендзи А. Н. Примечание 136
- ↑ Григорьев, 1993, Глава третья. 1911, с. 60—61
- ↑ Красовская, 1972, Годы странствий, с. 267
- ↑ Лопухов, 1966, Московские балерины и танцовщики, с. 154
- ↑ Красовская, 1972, Годы странствий, с. 269
- ↑ «Синтез искусств. Зрелищные искусства индии» М. П. Котова
- ↑ 35,0 35,1 35,2 Красовская, 1999, с. 105
- ↑ Anna Pavlova in Australia: 1926, 1929 Tours . National Library of Australia. Дата обращения: 17 апрель 2017. 2017 йыл 23 апрель архивланған.
- ↑ Светлов, 1906, с. 310
- ↑ Петипа, 1971, Карсавина Т. Романтика и волшебство танца, с. 312
- ↑ Лопухов, 1966, Балерины и танцовщицы дней моей юности, с. 111
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Альджеранов Х. Анна Павлова: Десять лет из жизни звезды русского балета. М.: Центрполиграф, 2006
- Аркина Н. Е. Анна Павлова (к 100-летию со дня рождения). — М.: Знание, 1981. — 56 с.
- Васильев А. А. Терпсихора пакетботов // Анна Павлова. Жизнь и легенда / Виктор Дандре ; предисловие А. А. Васильева, статья А. Я. Левинсона (пер с фр. Л. М. Цывьяна). — СПб. : Вита Нова, 2003. — 592 с. — 3000 экз. — ISBN 5-93898-043-7.
- Григорьев С. Л. Балет Дягилева, 1909—1929 = The Diaghilev Ballet. 1909—1929 / Предисл. В. В. Чистяковой; пер. с англ. Н. А. Чистяковой. — М.: APT СТД РФ, 1993. — 383 с. — (Ballets Russes). — 5000 экз. — ISBN 5-87334-002-1.
- Красовская В. М. Анна Павлова: Страницы жизни русской танцовщицы. — Л.; М.: Искусство, 1964. — 220 с. — (Корифеи русской сцены). — 70 000 экз.
- Красовская В. М. Русский балетный театр начала XX века. 1. Хореографы. — Л.: Искусство, 1971. — 526 с. — 22 000 экз.
- Красовская В. М. А. П. Павлова // Русский балетный театр начала XX века. 2. Танцовщики. — Л.: Искусство, 1972. — С. 229—275. — 456 с. — 30 000 экз.
- Красовская В. М. Павлова Анна Павловна (Матвеевна) // Балет : энциклопедия / Гл. ред. Ю. Н. Григорович. — М.: Советская энциклопедия, 1981. — 623 с.
- Красовская В. М. Анна Павлова // Павлова. Нижинский. Ваганова : Три балетные повести. — М.: Аграф, 1999. — С. 6—106. — 576 с. — (Волшебная флейта. Из кладовой истории). — ISBN 5-7784-0074-8.
- Лопухов Ф. В. Шестьдесят лет в балете. Воспоминания и записки балетмейстера / Литературная ред. и вступ. статья Ю. В. Слонимского. — М.: Искусство, 1966. — 368 с. — 15 000 экз.
- Мариус Петипа. Материалы. Воспоминания. Статьи / Отв ред. Ю. И. Слонимский; составитель и автор примечаний А. Н. Нехендзи. — Л. : Искусство, 1971. — 446 с. — 40 000 экз.
- Светлов В. Я. Павлова А. П. // Терпсихора. Статьи. Очерки. Заметки. — СПб.: Артистическое заведение А. Ф. Маркса, 1906. — С. 295—320. — 351 с.
- Соколов-Каминский А. А. Павлова Анна Павловна . Электронный словарь. «Меч и трость». Православный монархический журнал. Дата обращения: 13 май 2017.
- Фокин М. М. Против течения. Воспоминания балетмейстера / Ред. Г. Н. Добровольская; составление Ю. В. Слонимского, Г. Н. Добровольской. — 2-е изд., доп. и испр. — Л.: Искусство, 1981. — 510 с.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Жизнь и легенда. Анна Павлова . Телеканал Культура. Дата обращения: 12 апрель 2017. 2017 йыл 12 апрель архивланған. — документальный фильм режиссёра Виктора Бочарова. ГТРК «Санкт-Петербург». Россия, 2006
- Неумирающий лебедь
- Анна Павлова 2015 йыл 27 март архивланған. // Библиографический ресурс «Чтобы помнили»
- Фотографии Анны Павловой // Национальная портретная галерея, Лондон
- Фотографии Анны Павловой // Мастера музыкального театра
- Анна Павлова 2019 йыл 1 сентябрь архивланған. на сайте Проекта1917
- Распоряжение губернатора Санкт-Петербурга от 09.12.1998 N 1219-р об установке мемориальной доски А. П. Павловой