Н. Г. Чернышевский исемендәге Һарытау дәүләт университетының Балашов институты

Н. Г. Чернышевский исемендәге Һарытау дәүләт университетының Балашов институты  — рус. Балашовский институт СГУ имени Н. Г. Чернышевского — Балашов ҡалаһының иң элекке юғары уҡыу йорто.

Н. Г. Чернышевский исемендәге Һарытау дәүләт университетының Балашов институты
Нигеҙләү датаһы 6 май 1933
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Ҡулланылған тел урыҫ теле
Рәсми сайт bfsgu.ru
Карта

Тарихы үҙгәртергә

Башланыуы үҙгәртергә

 
Балашов педтехникумының икенсе сығарылышы (1934 йыл)

1919 йылдың 1 сентябрендә Балашовта өс йыллыҡ педагогик курстар асыла. 1921 йылда РСФСР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советы ҡарары менән курстар Балашов педагогия техникумына үҙгәртелә. Техникумда уҡыу бушлай була. Уҡыу ваҡыты 4 йыл дауам итә. Ул 3 өйәҙҙе — Балашов, Сердобск һәм Камышенды — хеҙмәтләндергән.

15 йыл эсендә, 1921 йылдан 1936 йылға тиклем, Балашов техникумы 620 башланғыс мәктәп уҡытыусыһы, 80 урта мәктәп уҡытыусыһы һәм 125 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы хеҙмәткәре әҙерләгән.

Балашов уҡытыусылар институты үҙгәртергә

 
Элекке ир-егеттәр училищеһы. 1930 йылда бында уҡытыусылар институтының физика-математика факультеты урынлашҡан

1933 йылда Балашов педагогия техникумы нигеҙендә Балашов дәүләт уҡытыусылар институты (БДУИ) ойоштороу мәсьәләһе тыуа. Быға тиклем Наркомпростың 1933 йылдың 6 майындағы коллегияһы ҡарары, унан һуң Түбәнге Волга буйы крайоныһының 1933 йылдың 25 майында кәңәшмәһе була. Кәңәшмәлә Балашовка педагогия техникумынан директоры И. Г. Зиновьев һәм уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире А. И. Алексеенко ҡатнаша.1933 йылдың 1 сентябрендә Балашовта 2 йыллыҡ уҡытыу срогы менән уҡытыусылар институты асыла, ул ике -химия-биология һәм физика-математика — бүлексәһенән тора.

1944 йылда институт ҡарамағында ситтән тороп уҡыу бүлеге ойошторолған.

Балашов дәүләт педагогия институты үҙгәртергә

 
Физика-математика факультеты корпусы

СССР Министрҙар Советының 1952 йылдың 27 февралендәге бойороғона һәм РСФСР Министрҙар Советының ошо уҡ йылдың 1 мартындағы һәм РСФСР-ҙың мәғариф министрының 7 марттағы 189-сы бойороғо менән 1952 йылдың 1 сентябренән Балашов уҡытыусылар институты Балашов дәүләт педагогия институтына (БДПИ) әйләндерелеп, тәүҙә 4 йыллыҡ, ә 1956 / 57-се уҡыу йылынан 5 йыллыҡ уҡыу срогына күсерелә[1].

Институт директоры булып 1952 йылдан 1959 йылға тиклем доценты Александр Петрович Конопкин эшләй.

1959-1960 уҡыу йылына тиклем институтта ике — физика-математика һәм филология факультеты һәм алты — математика, физика, педагогика һәм психология, рус теле, әҙәбиәт, марксизм-ленинизм кафедра булған. 1959—1960 уҡыу йылында институтта өсөнсө факультет — юғары белемле 1-4 класс уҡытыусыларын әҙерләү буйынса дүрт йыллыҡ мөҙҙәт менән начфак булдырыла.

1970 йылдар башында институттың төп корпусы авария хәлендә тип таныла, әммә РСФСР-ҙың Мәғариф министрлығы яңы бина төҙөүҙе финансларға йыйынмай һәм пединститутты ябыу яғына ыңғайлай. Ҡала властары ҡалала юғары уҡыу йортон һаҡлап ҡалыу өсөн урындағы ресурстар иҫәбенә «халыҡ төҙөлөштәре» алымы менән төп корпус төҙөргә ҡарар итә. Төҙөлөштә ҡаланың төрлө ойошмалары һәм учреждениелары етәкселәре ярҙам күрһәтә. Пединститут бинаһын төҙөү башында ошо вазифаға 1972 йылдың 12 июлендә РСФСР Мәғариф министрлығының 179-сы бойороғо менән тәғәйенләнгән ректор Леонид Николаевич Киселёв тора.

Яңы уҡыу корпусын сафҡа индереү менән РСФСР Мәғариф министрлығы институтҡа Үзбәк ССР-ы хөкүмәте йүнәлтмәләре буйынса рус теле уҡытыусыларын әҙерләү бурысын йөкмәтә. Үзбәкстандан студенттар 10 йыл дауамында Балашов юғары уҡыу йортоноң филология факультетында уҡый.

1988 йылдың 11 сентябрендә педагогика һәм психология кафедраһы бүленә һәм психология кафедраһы булдырыла. Ә теүәл ете йыл үткәс, 1995 йылдың 11 сентябрендә Балашов дәүләт педагогия институты ректорының 90-сы бойороғо менән психология һәм социаль эш факультеты булдырыла. Балашов дәүләт педагогия институты илдең тәүге ун юғары уҡыу йорто рәтендә социаль эш буйынса белгестәр әҙерләү хоҡуғына эйә була.

Артабан биология (1997) һәм үҙаллы иҡтисади-педагогик (1998) факультеттар асыла. 2001 йылда «иҡтисадсы» һөнәренә әҙерләү өсөн лицензия алына.

Н. Г. Чернышевский исемендәге Һарытау дәүләт университеты Балашов институты (филиал) үҙгәртергә

Рәсәй Федерацияһы Дөйөм һәм профессиональ белем биреү министрлығының 1998 йылдың 17 апрелендәге бойороғо менән Балашов дәүләт педагогия институты Н. Г. Чернышевский исемендәге Һарытау дәүләт университетының Балашов филиалына үҙгәртеп ҡорола.

Уҡыу йорто структураһын үҙгәртеп ҡороу бер нисә филиалды берләштереүгә йүнәлтелә. Вузда 6 факультет ҡала: физика-математика, филология, педагогия, иҡтисади, психология һәм социаль эштәр, экология һәм биология. 22 кафедра урынына 19 ҡала.

1998 йылда филиалда аспирантура барлыҡҡа килә.

1999 йылда филология факультетының сит ил телдәре бүлексәһе базаһында сит телдәр факультеты бүлеге булдырыла.

2001 йылдың 4 июлендә үҙ аллы психология һәм валеология (2002 йылда — психология) һәм социаль хеҙмәттәр факультеттары асылған.

2002 йылда психология һәм валеология факультетын үҙгәртеп ҡороу һөҙөмтәһендә физик культура һәм йәшәйеш хәүефһеҙлеге факультеты асыла, уның составында өс: медицина-валеология дисциплиналары (быға тиклем валеология һәм махсус психология кафедраһы), йәшәйеш хәүефһеҙлеге һәм физик культура кафедралары ойошторола.

2003 йылың 18 декабрь «Хопёрские семестры» гәзите сығарыла.

2008 йылдың сентябрь айында «Н. Г. Чернышевский исемендәге Һарытау дәүләт университетының Балашов институты» тип үҙгәртелә.

2010 йылдың мартында профессор-уҡытыусылар коллективы Рәсәй Федерацияһы Президенты Дмитрий Анатольевич Медведевҡа етәкселекте алмаштырыу тураһында үтенес яҙа, сөнки ректор Е. В. Лукьянова менән низағтар арҡаһында 60-тан ашыу кеше институттан китергә мәжбүр була.[2]

2010 йылдың дың 7 апреленән уҡыу йортона Алла Валерьевна Шатилова етәкселек итә башлай.

Институттың структураһы үҙгәртергә

Юғары уҡыу йорто структураһында 5 факультет һәм 14 махсуслаштырылған кафедра бар:

  • Тәбиғи-ғилми һәм педагогик белем биреү факультеты
    • Мәктәпкәсә педагогика һәм психология кафедраһы
    • Педагогика һәм башланғыс белем биреү методикаһы кафедраһы
    • Биология һәм экология кафедраһы
  • Социаль-гуманитар факультет
    • Психология кафедраһы
    • Педагогика кафедраһы
    • Социаль һәм гуманитар фәндәр кафедраһы
  • Физик культура һәм йәшәйеш хәүефһеҙлеге факультеты
    • Йәшәйеш хәүефһеҙлеге кафедраһы
    • Физик культура һәм спорт кафедраһы
  • Филология факультеты
    • Тарих кафедраһы
    • Рус теле һәм әҙәбиәте кафедраһы
    • Сит телдәр кафедраһы
  • Математика, иҡтисад һәм информатика факультеты
    • Математика кафедраһы
    • Физика һәм мәғлүмәт технологиялары кафедраһы
    • Иҡтисад һәм хоҡуҡ кафедраһы

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. История Балашовского института СГУ. Балашовский институт Саратовского государственного университета имени Н.Г. Чернышевского. Дата обращения: 9 март 2012. Архивировано 6 июнь 2012 года. 2012 йыл 25 май архивланған.
  2. Полный текст открытого письма профессорско-преподавательского состава БИ СГУ Президенту Российской Федерации. Дата обращения: 19 март 2010. Архивировано 19 март 2012 года.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Вехи и современность: Балашовский учительский институт, Балашовский государственный педагогический институт, Балашовский филиал Саратовского государственного университета. — Балашов: Издательство «Николаев», 2003. — 192 с — ISBN 5-94035-112-3

Һылтанмалар үҙгәртергә