Таһиров Нуриәғзәм Таһир улы

дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, юрист, башҡорт теле белгесе
(Нуриәғзәм Таһир улы Таһиров битенән йүнәлтелде)

Таһиров Нуриәғзәм Таһир улы (9 ғинуар 1888 йыл1938 йылдан һуң) — йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәре, юрист, башҡорт теле белгесе. Башҡорт милли хəрəкəте эшмәкәре. Башҡорт Хөкүмәте ағзаһы. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Сәйәси золом ҡорбаны.

Нуриәғзәм Таһир улы Таһиров
Нуриәғзәм Таһир улы Таһиров
Флаг
Флаг
Башҡорт Хөкүмәте ағзаһы
 
Тыуған: 9 ғинуар 1888({{padleft:1888|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})
Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе (хәҙерге Силәбе өлкәһенең Арғаяш районы) Ләүәш ауылы
Үлгән: 1938 йылдан һуң
СССР, РСФСР, Соловецк утрауҙары
Ҡатыны: Ғәйшә Ишәева
Балалары: Жәүит, Тойғон
Белеме: «Рәсүлиә» мәҙрәсәһе, «Ғәлиә» мәҙрәсәһе
 
Наградалары:

Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Нуриәғзәм Таһир улы Таһиров 1888 йылдың 9 ғинуарында Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙенең Ләүәш (Ҡужа) ауылында (хәҙерге Силәбе өлкәһенең Арғаяш районы) тыуған[1]. Шәжәрәһе: Мансур → Оморҙаҡ → Басир → Абдулнасир (Абдулбасир) → Таһир (Абдултаһир) → Нуриәғзәм[2].

Урыҫ-башҡорт мәхәллә мәктәбен 1906 йылда тамамлағандан һуң Троицк ҡалаһында «Рәсүлиә» мәҙрәсәһендә уҡый башлай, ә артабан уҡыуын Өфөлә «Ғәлиә» мәҙрәсәһендә дауам итә.

1911 йылдан Таһиров Нуриәғзәм Силәбе өйәҙендә уҡытыусылыҡ итә. Февраль революцияһынан һуң Таһиров Бөтә башҡорт ҡоролтайҙары делегаты була. II Бөтә башҡорт съезынан һуң Силәбе ҡалаһында Башҡорт Хөкүмәте секретариаты башлығы итеп тәғәйенләнә.

Ойоштороу ҡоролтайы үткәрелгән саҡта Кесе Ҡоролтай составына һайлана. Аҙаҡтан Башҡорт Хөкүмәте ағзаһы булып китә һәм Башҡортостандың административ — территориаль ҡоролошо менән шөғөлләнә. Таһиров ҡатнашлығы менән Дыуан-Ҡошсо, Арғаяш һәм Ялан кантондары булдырыла. Арғаяш кантоны башҡармаһы рәйесе итеп һайлана.

1918 йылда Башҡорт Хөкүмәте Силәбе ҡалаһына күсенгәндән һуң, Нуриәғзәм Таһиров үҙенең дәүләт эшмәкәрлеген дауам итә. 1918 йылдың 6 июнендә «Башҡорт» гәзите уның редакторлауы аҫтында сыға.

Нуриәғзәм Таһиров Башҡорт ғәскәренең ойоштороуында ҡатнаша — 1918 йылдың июленән Башҡорт хәрби шураһы ағзаһы була. 1918 йылдың октябренән Башҡорт айырым корпусының 2‑се Башҡорт уҡсылар полкы, бер үк ваҡытта 1‑се Башҡорт уҡсылар дивизияһы муллаһы.

Совет власының Башҡорт Хөкүмәте менән Автономиялы Башҡорт Совет республикаһы ойошторолоуы тураһында «Үҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеү»гә ҡул ҡуйғандан һәм Башҡорт ғәскәренең Ҡыҙыл Армия яғына күскәненән һуң Көньяҡ фронтта Башҡорт кавалерия дивизияһы бүлеге комиссары итеп билдәләнә. 1919 йылдың октябрендә дивизия Петроградта Н. Н. Юденич аҡ армия ғәскәренән һаҡлау өсөн күсерелә. ВЦИК рәйесе М. И. Калинин шәхси күрһәткән батырлыҡтары өсөн Таһировты Хәрби Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләй[3]

1920 йылдың апрель айында үҙенең тыуған Арғаяш кантоны ревкомы рәйесе итеп тәғәйенләнә. 1920 йылдың июнендә Башҡорт Хөкүмәте ағзалары, шул иҫәптән Нуриәғзәм Таһир улы, 1920 йылдың 19 майында сыҡҡан «Автономиялы Совет Башҡорт Республикаһының дәүләт ҡоролошо тураһында» исемле ВЦИК һәм РСФСР-ҙың халыҡ комиссарҙары советы ҡарарын ҡабул итмәҫлек тип иҫәпләп, протест белдереү йөҙөнән отставкаға китә.

1921 йылдың башынан Нуриәғзәм Таһиров дәүләт һәм йәмғиәт эшмәкәрлегенә ҡабаттан ҡайта һәм башҡорттарҙың көнкүреше, тарихы, теле һәм мәҙәниәтен өйрәнеү буйынса Башнаркомпрос коллегияһының ағзаһы булып китә. Ул башҡорт теле буйынса ғилми эштәр авторы була. Таһиров 1926 йылда халыҡ — йәнле материалдар нигеҙендә төҙөлгән «Башҡорт теленең һүҙлеген һәм ҡыҫҡаса орфографик һүҙлеге»н нәшер итә. Шулай уҡ Нуриәғзәм Таһиров башҡорт теленең беренсе грамматикаһының авторҙашы була.

1929 йылдың 12 июлендә Нуриәғзәм Таһир улы Башҡорт милли хәрәкәтендә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн репрессияға эләгә. Тик Калинин М. И. ҡыҫылышы ғына уның ғүмерен һаҡлап ҡалырға ярҙам итә һәм уны ун йылға концлагергә ебәрәләр. Соловецк утрауҙарында яҡынса 8 йыл лагерҙә үткәрә[4]. 1937 йылдан һуң уның яҙмышы билдәһеҙ. 1956 йылдан һуң Нуриәғзәм Таһировтың исеме 1989 йылда аҡлана.

Ғилми хеҙмәттәре

үҙгәртергә
  • Аслыҡ тарихы. Мәғлүмәттәр йыйылмаһы.
  • Башҡорт һүҙлеге. 2-се бүлеге. Дауыт Юлтый менән берлектәге хеҙмәт.
  • Башҡорт һөйләштәренең таралыу картаһы.
  • Рус — башҡорт һәм Башҡорт — рус һүҙлектәре. Авторҙар коллективы.
  • Руководство для сбора старых произведений (Башҡорт халҡының байлығын белеү, тарих, географияһына кәрәкле ҡомартҡыларын сүпләп табыу һәм туплау өсөн ҡулланма), 1922.
  • Руководство и примеры для ведения на башкирском языке канцелярских работ (Башҡортса эш йөрөтөү өсөн ҡулланма һәм үрнәктәр), 1923. Ҡулланма Советтарҙың II Бөтә башҡорт съезының башҡорт теленә урыҫ теле менән бер рәттән дәүләт теле статусы биреү тураһындағы резолюцияһына ярашлы эшләнә.
  • Правописание на башкирском языке (Башҡортса яҙыу ҡоралы), Х. Ғәбитов менән авторҙаш, 1924.
  • Букварь башкирский (Башҡорт әлифбаһы), 1924.
  • Морфология башкирского языка (Башҡорт теленең сарыфы), Х. Ғәбитов, Б. Хангилдин һәм Ғ. Вилданов менән авторҙаш, 1925.
  • Башкирский словарь (Башҡорт лөғәте), 1-се бәйләм, 1926.
  • Изучение-разбор башкирского языка (Башҡорт телен төпсөү), 1927.
  • Орфографик һүҙлек латин графикаһында Ғ. Дәүләтшин менән авторҙаш, 1929.
  • Башҡорт теле тарихы (икенсе бүлеге тамамланмай ҡалды).

Әҫәрҙәре

үҙгәртергә
  • «Батраҡ» китабы, 1926.
  • «Аҡһаҡ ишан» драмаһы.

Атаһы — Таһир (Абдултаһир) Басиров, Мәтәл ауылы муллаһы, Сарлы ауыл идараһы рәйесе була, 1918 йылдың октябрь-декабрендә Ваҡытлы Себер Хөкүмәте полковнигы Велес күрһәтмәһе буйынса Х. Ҡ. Ҡушаев, М. Ғ. Смаҡов һәм башҡалар менән бергә ҡулға алынып, төрмәгә ултыртыла[2].

Ҡатыны — Ғәйшә Ишәева (Дәүләкән имамы ҡыҙы)[5].

Улдары:

  • Жәүит — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Ленинград эргәһендә һәләк булған[5].
  • Таһиров Тойғон Нуриәғзәм улы (11 декабрь 1924 йыл) — ғалим-геолог. Геология-минералогия фәндәре кандидаты, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы[5].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Ураксин З. Г., 1996
  2. 2,0 2,1 История башкирских родов. Айле, Тырнаклы, Тубаляс. Том 25. Ч. 2 / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. Р. Саитбатталов, И. З. Султанмуратов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин. — Уфа: Китап, 2017. — С. 163,191. — 696 с. — ISBN 978-5-295-06786-0.
  3. ТАГИРОВ Нуриагзам Тагирович
  4. .Тагиров Т. Одна из первых жертв репрессий // Ватандаш = Соотечественник. 1999. № 8.
  5. 5,0 5,1 5,2 История башкирских родов. Айле, Тырнаклы, Тубаляс. Том 25. Ч. 1/ С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. Р. Саитбатталов, И. З. Султанмуратов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин. — Уфа: Китап, 2017. — С. 150—151. — 696 с. — ISBN 978-5-295-06786-0.

Һылтанмалар

үҙгәртергә