2-се Башҡорт уҡсылар полкы

(1918 йылдың 25 октябренә тиклем — 2-се Башҡорт пехота полкы) — Рәсәйҙәге Граждандар һуғышы осорондағы Башҡорт армияһының хәрби формирование
(2‑се Башҡорт уҡсылар полкы битенән йүнәлтелде)

2-се Башҡорт уҡсылар полкы (1918 йылдың 25 октябренә тиклем — 2-се Башҡорт пехота полкы) — Рәсәйҙәге Граждандар һуғышы осорондағы Башҡорт армияһының хәрби формированиеһы.

2-се Башҡорт уҡсылар полкы
Ғәмәлдә булған йылдары

июнь, 1918февраль, 1919

Ил

Башҡортостан автономияһы

Бойһонған

Башҡорт Хөкүмәте, Башҡорт хәрби шураһы

Составында

Башҡорт айырым корпусы

Тип

ҡоро ер ғәскәрҙәре

Функция

автономия мәнфәғәттәрен яҡлау

Ҡатнашҡан хәрби бәрелештәр

Рәсәйҙә Граждандар һуғышы

Командирҙары
Билдәле командирҙары

Ғ. Ғәбитов, И. Е. Исхаҡов

-

Тарихы үҙгәртергә

1918 йылдың 18 июнендә Башҡорт хәрби шураһы тарафынан әҙерләнгән планға ярашлы, Башҡортостан автономияһында йәшәгән башҡорттарҙан ете пехота һәм ат полкы, шулай уҡ бер артиллерия бригадаһын, шул иҫәптән 2-се пехота полкын ойоштороу күҙаллана. 6-сы пехота полкы Силәбелә формалашып, бынан тыш уның составына Бәләбәй өйәҙе башҡорттарын йәлеп итергә ниәтләгәндәр[1].

Башҡорт хәрби шураһының 1918 йылдың 23 июнендәге приказына ярашлы Силәбе ҡалаһында 2-се Башҡорт пехота полкы булараҡ ойошторола. Полктың составының 60 процентын Айырым Башҡорт легионы (быға тиклем РККА составында булған) тәшкил иткән, ҡалғандары — Пермь губернаһының Екатеринбург һәм Шадринск өйәҙҙәре, Ырымбур губернаһының Силәбе һәм Троицк өйәҙҙәре башҡорттарынан формалашҡан. 1918 йыллдың 24 июнендә Башҡорт хәрби советы (шураһы) тарафынан подпоручик Ғәбделхаҡ Ғәбитов 2-се Башҡорт пехота полкы командиры итеп тәғәйенләнә. Меңгә яҡын яугирҙан торған 2-се полктың частары ҡыҙылдар менән һуғыштарҙа ҙур батырлыҡтар күрһәтә. Июль аҙағында Екатеринбург ҡалаһын азат итеүҙә ҡатнаша. Ҡала халҡы башҡорт полкына рәхмәт йөҙөнән «Итәғәтле ҡотҡарыусыларға Екатеринбург шәһәрендән тәшәкер (рәхмәт)» («Доблестным освободителям — благодарный Екатеринбург») тигән яҙыу менән байраҡ бүләк итә.

 
2-се Башҡорт пехота полкы Екатеринбург ҡалаһында йәшәүселәрҙән почетлы бүләк байрағын һәм полк байрағын ҡабул итә.

1918 йылдың авгусынан 1-се Башҡорт уҡсылар дивизияһы составына инә. Екатеринбургты азат иткәндән һуң, полк Стәрлетамаҡ һәм Аҡтүбә фронттарында ҡыҙылдарҙың 1-се армия частарына ҡаршы һуғыша. Ғинуар аҙағына ҡарай полк составында 700 кеше иҫәпләнә, улар 10 пулемет, 500 граната, 535 мылтыҡ менән ҡоралланған[2].

1918 йылдың 14 декабрендә Башҡорт хәрби шураһы Әхмәтзәки Вәлиди 2-се полк командиры Ибраһим Исхаҡов менән 2-се полктың муллаһы Нуриәғзәм Таһировҡа йәшерен хат ебәрә. Хатында фронтҡа һибелгән башҡорт полктарын Башҡортостан автономияһы территорияһында, бер урынға тупларға тигән йәшерен фарман бирә. Исхаҡовҡа ошо фарманды башҡорт ғәскәрҙәренә таратырға ҡуша. Декабрҙең аҙағына башҡорт полктары бер урынға йыйыла башлай. Ибраһим Исхаҡов та үҙенең полкын Аҡтүбә фронтынан Башҡортостанға алып килә[3].

Башҡорт хөкүмәте һәм армияһы ҡыҙылдар яғына күскәс, 1919 йылдың 18-20 февралендә 5-се һәм 6-сы уҡсылар полктары, һуңынан 1-се һәм 2-се уҡсылар полктары фронт һыҙығы аша тәүгеләрҙән булып үтә. 1919 йылдың февралендә Башҡорт хөкүмәте һәм армияһы Совет власы яғына күскәндән һуң полк таратыла[4].

Командирҙары үҙгәртергә

Полк муллаһы — Н. Т. Таһиров (1918 йылдың октябренән 1919 йылдың февраленә тиклем).

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Багаутдинов Р. О. Участие башкир в Гражданской войне 1917—1922 гг. / Диссертация на соискание ученой степени доктора исторических наук. — Уфа, 2019. — С. 204.
  2. Таймасов Р. С. Участие башкир в Гражданской войне: книга первая. В лагере контрреволюции (1918 — февраль 1919 гг.). — Уфа, 2009. — С. 144. — 200 с. — ISBN 978-5-7477-2159-3.
  3. Автономиялы Башҡортостан байрағы аҫтында, 2009, с. 122—124
  4. Таймасов Р. С. Втрой Башкирский стрелковый полк // Военная история башкир: энциклопедия / гл. ред. А. З. Асфандияров. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2013. — 432 с. — ISBN 978-5-4466-0040-3.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә